НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (22-28 май)

Йондоҙнамә (22-28 май)


Йондоҙнамә   (22-28 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тәжрибәгеҙ был аҙнаны тыныс һәм юғалтыу­һыҙ үткәрергә ярҙам итер. Телегеҙҙе артыҡ ысҡындырмай, икеле хәлдәрҙән ары торһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Кесе йомала ҡәҙимге көн тәртибен боҙмағыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡайһы бер йөкләмәләрҙән еңел генә ҡотолор­һоғоҙ һымаҡ. Донъя иркенәйеп киткән кеүек тойолор. Ниндәйҙер мөһим һәм ҙур ваҡиға тураһында уйлана башларһығыҙ. Аҡсағыҙ күбәйер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала ниндәйҙер күптән борсоған һорау­ҙарға яуап алырһығыҙ һәм тулы асыҡлыҡ индерерһегеҙ. Аҙна араларҙы нығытыуға һәм яңы танышлыҡ булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Кесе йомала саҡырған урынға мотлаҡ барырға тырышығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Күптәрҙе аҡса һәм матди мәсьәләләр борсоп торор, моғайын. Бәғзеләрҙең иҫенә элекке бурыстары тураһында төшөрөрҙәр. Шаршамбыла ниндәйҙер етди һөйләшеү буласаҡ. Йондоҙҙар ярҙамы менән абруйығыҙға зыян килтермәй, аҙнаны тыныс ҡына тамамларһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Күпселек эшегеҙҙә мотлаҡ уңырһығыҙ. Был йәһәтттән шишәмбе һәм шәмбе айырыуса уңышлы көтөлә. Аҙнаның йомғаҡтары ҡәҙимгенән икеләтә күберәк булыр. Йомала ярҙам һораған кешеләргә мөмкин тиклем булышлыҡ итегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор бигүк еңел булмаҫ. Ҡайһы ваҡыт тормош үҙенең кире яҡтарын да күрһәтер. Шаршамбыла бәғзе бер кешеләрҙең ҡылыҡтары оҡшап та етмәҫ. Быға артыҡ аптырамағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна бер аҙ ҡыйыныраҡ килер. Иң яҡын кешеләрегеҙ менән дә юҡтан үпкәләшеүегеҙ ихтимал. Ҡайһы ваҡытта эштәрегеҙ бөтөнләй туҡтап торғандай тойолор. Түҙемлерәк булырға тырышығыҙ. Кесе йоманан һуң дөйөм хәлегеҙ үҙгәрер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала бөтә эшегеҙгә лә етди ҡарағыҙ. Юҡтан ғына кәрәкмәгән мәшәҡәттәр килеп сығыуы бар. Артығыҙҙан күҙәтеүселәр бар икәнен берүк онотмағыҙ. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәре менән әлегә араларҙы һаҡларға мәжбүр булырһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эштәрегеҙ һәйбәтләнә башлар һымаҡ. Был арала кеше араһында күберәк булырға, дуҫтарығыҙ менән йышыраҡ аралашырға тырышығыҙ. Элек башҡарған эш өсөн бәғзеләр тейешле сауап алыр. Алда һеҙҙе оҙайлы өмөтлө осор көтә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна барышында бөтә эшегеҙҙә лә көсөргәнешлек асыҡ һиҙелеп торор. Ҡыйынлыҡтар күпкә артыр. Көсөгөҙҙө юҡ-барға йыш сарыф итерһегеҙ. Дөйөм хәлегеҙ шаршамбынан һуң ғына үҙгәреп, ҡәҙимге яйы менән китер. Иң уңышлы көнөгөҙ – шәмбе.

Саян (24.10 – 22.11)
Тормошоғоҙға үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы мәл. Ялҡаулығығыҙҙы еңһәгеҙ, аҙна барышында икеләтә эш башҡара алырһығыҙ, моғайын. Сығымдарығыҙҙы кәметергә тура килер, тик бурысҡа ғына инмәҫкә тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор ыңғай яңылыҡтарҙан башланып китер. Улар, нигеҙҙә, шәхси тормошоғоҙға бәйле булыр. Йондоҙҙар был йүнәлештә ашығыс аҙымдар яһарға кәңәш итмәй. Кесе йоманан ниндәйҙер “янып” барған эш килеп сығыуы ихтимал.

Сығыу ваҡыты 22-05-2017, 14:24 | Ҡаранылар: 493
|
  • Йондоҙнамә (17-23 апрель)
  • Йондоҙнамә (20-26 февраль)
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (14-20 ноябрь)
  • Йондоҙнамә ( 11 – 17 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM