НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (17-23 апрель)

Йондоҙнамә (17-23 апрель)


Йондоҙнамә (17-23 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осор киләсәгегеҙ өсөн мөһим буласаҡ. Тырышлығығыҙҙы күрерҙәр һәм тейешле баһа бирерҙәр. Шишәмбеләге икеле хәлдәр мотлаҡ һеҙҙең файҙаға тамамланасаҡ, тыныс булығыҙ. Йомалағы осрашыуҙар бигерәк тә өмөтлө буласаҡ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был аралағы төп ваҡиғалар шәхси тормошоғоҙ менән бәйле булыр, моғайын. Барыһы ла һәйбәт барыр кеүек. Шулай ҙа кесе йомала ярат­ҡан кешегеҙ менән үпкәләшеүегеҙ ихтимал. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Бөтә эшегеҙҙә лә уйламаған ҡаршылыҡтар табылып торор. Дошманығыҙ ҙа йәнләнеп китер. Шаршамбыла алданыуҙан һаҡланығыҙ. Шулай ҙа ҡайһы бер эштәрегеҙҙе уңышлы ғына башлап ебәрә алырһығыҙ, тик емешен оҙаҡ көтөрһөгөҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала хәлегеҙ уртаса булыр. Аҙна барышында кешеләрҙең вәғәҙәләренә артыҡ ышанмауығыҙ хәйерле. Уларҙың күпселеге буш хәбәр булып сығыуы ла мөмкин. Элекке бурыстарығыҙ тураһында һәр саҡ иҫегеҙгә төшөрөп торорҙар.

Буға (21.04 – 21.05)
Төп эшегеҙҙә көсөргәнешле мәл көтә. Тырышлыҡ һәм түҙемлек күрһәтергә мәжбүр булырһығыҙ. Алыҫ киләсәккә маҡсаттар төҙөмәгеҙ. Сөнки хәлдәр бик үҙгәреүсән һәм икеле буласаҡ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор яңы һәләттәрегеҙҙе асырға булышлыҡ итер. Тик шуны ла онотмағыҙ, был өҫтәмә сығым талап итер. Шаршамбыла бик үк оҡшап етмәгән кешеләр менән аралашырһығыҙ, бәлки. Һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡатмарлы осор. Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар осрар, уртаҡ тел табыу ауырлашыр. Шишәмбелә таныш булмаған кешеләр менән һаҡ булығыҙ. Төп эшегеҙҙә үҙегеҙҙе артыҡ күрһәтмәҫкә тырышығыҙ. Әүҙемлегегеҙҙән барыбер файҙа булмаҫ һымаҡ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна бер ҙә тыныс булырға оҡшамай. Төрлө борсолоуҙар булыр, моғайын. Яҡындарығыҙ мәшәҡәттәр өҫтәп торор. Йондоҙҙар был арала һаулығығыҙға күберәк иғтибар бирергә ҡуша. Мәжлестәрҙә әлегә ҡатнашмауығыҙ хәйерле.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Ләкин уларҙың йомғаҡтарын оҙаҡ көтөрһөгөҙ, моғайын. Был арала ҡайһы бер бәйләнештәрегеҙҙең борсоуы ла ихтимал. Йомала һиҙгерлегегеҙ ҡатмарлы хәлдән сығырға ярҙам итер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбелә ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ, бәлки. Ул әйберҙе башҡа таба алмаҫһығыҙ. Бүтән кире ваҡиғалар көтөлмәй. Тик кесе йомала ғына яратҡан кешегеҙ менән бер аҙ үпкәләшеүегеҙ бар.

Саян (24.10 – 22.11)
Төп эшегеҙҙә ығы-зығынан ары торорға тырышығыҙ. Ундағы хәл-ваҡиғаларға фекерегеҙҙе белдермәүегеҙ хәйерле. Яҡын киләсәктә маҡсаттар төрлө сәбәптәр арҡаһында боҙолор. Дуҫтарығыҙ араһында ышанысһыҙ кешеләр булыуын асыҡ күрерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙнаны тыныс ҡына, бар нәмәне алдан уйлап үткәреүегеҙ фарыз. Был осор әүҙем эш өсөн түгел, киләсәккә маҡсаттар төҙөү өсөн уңайлыраҡ. Шаршамбыла осраҡлы ғына ниндәйҙер килем алыуығыҙ ихтимал. Ул бик урынлы булыр.

Сығыу ваҡыты 17-04-2017, 11:07 | Ҡаранылар: 382
|
  • Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)
  • Йондоҙнамә (21-27 ноябрь)
  • Йондоҙнамә (3-9 октябрь)
  • Йондоҙнамә (5 – 11 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM