RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Суд ултырышы – эшебеҙҙең бер өлөшө генә”

04.04.2017 “Суд ултырышы – эшебеҙҙең бер өлөшө генә”

“Суд ултырышы – эшебеҙҙең бер өлөшө генә”
Ҡайһы берәүҙәрҙең кем булып эшләгәнен бер ҡараштан белеп, тойоп була. Мәҫәлән, йырсы-бейеүселәрҙең артислығы, маңлайҙарына уҡ яҙылмаһа ла, “йондоҙлоҡтары” барыбер әллә ҡайҙан үҙе тураһында ҡысҡырып, белдереп тора; уҡытыусыларҙы үҙен тотошонан, һөйләшеү манераһынан, кейеменән танырға мөмкин. Ә тал сыбығындай нәҙек, һомғол кәүҙәле, асыҡ йөҙлө Алһыу Харисованың ниндәй һөнәр эйәһе булыуын анһат ҡына белерлек тә түгел. Кеше алдында үтә тыйнаҡ һәм тотанаҡлы, яҡындары, дуҫтары араһында алсаҡ һәм көләкәс һылыу иһә туғыҙ йыл Учалы ҡалаһында мирауай судья вазифаһын башҡара. Бер уйлаһаң, әллә ни күп тә түгел кеүек, ләкин Алһыу Айрат ҡыҙы ошо осорҙа үҙен ғәҙел һәм намыҫлы судья итеп танытып өлгөрҙө. Мирауай судьяларҙың ҡарамағында – юл хәрәкәте, һалым һәм йыйымдар, тирә-яҡ мөхитте һәм милекте һаҡлау өлкәләрендәге административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡындағы эштәр. Бынан тыш, улар балалар менән бәйле бәхәстәр булмаған осраҡта никах тарҡатыу, дәғүә хаҡы 50 мең һумдан артмағанда уртаҡ мөлкәтте бүлеү, алимент түләтеү кеүек граждан эштәрен дә ҡарай. Ҡайһы бер енәйәт эштәре лә мирауай судья ҡарамағына тапшырыла. Йәғни вазифа ни тиклем абруйлы булһа, шул сама етди һәм яуаплы ла. Һәр хәлдә, йәш юристар күҙаллаған романтикаға бында бөтөнләй урын юҡ.

– Судья булып эшләү, ысынлап, анһат түгел, – тине һүҙ башында Алһыу Айрат ҡыҙы. – Үҙ ҡатмарлыҡтары, ауырлыҡтары етерлек. Күпселектә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ҡарайбыҙ. Хәйер, көн дә әллә күпме эште тикшерергә тура килә, кемдәр генә был кон­вейер­ҙан үтмәй: эсеп руль артына ултырған йәки юл ҡағиҙәләрен боҙған дыуамал водителдәр, ваҡытында һалым түләргә йәки һалым декларацияһын тултырырға онотҡан эшҡыуарҙар, сетерекле хәлгә эләккән балалар, айырылышырға килгән ир менән ҡатын... Ҡайһы берәүҙәр, судьяның эше еңел, тип уйлай, йәнәһе лә, мантияһын кейә лә, судҡа килеүселәрҙе тыңлап, үҙ ҡарарын сығара ла, сүкеше менән таҡылдата һуғып, ҡайта ла китә. Юҡ. Суд ултырышы – эшебеҙҙең бер өлөшө генә, ни бары айсбергтың һыуҙан күренгән түбәһе. Сөнки төп эш яңғыҙ кабинетта ултырғаныңда башҡарыла. Ул да булһа ҡағыҙ эше. Документация тултырыу күп ваҡытты ала. Судьяның ярҙамсыһына ла, секретарға ла эш етерлек. Шуға ла ял, байрам көндәре менән иҫәпләшмәй, эшеңә төңөлөп ултырған саҡтарың күп була.
– Кешеләр, ғәҙәттә, ғәҙеллек эҙләп, һеҙҙең йөҙҙә яҡлау табырға өмөтләнеп, судҡа мөрәжәғәт итә. Табалармы уны һеҙҙә?
– Һүҙ ҙә юҡ, әлбиттә, судтың ҡарары законлы ла, ғәҙел дә булырға тейеш. Ләкин әгәр ҙә хаҡлы яҡ тейешле дәлилдәр күрһәтмәһә? Судья, ни тиклем кешелекле, ғәҙел булмаһын, ҡоро һүҙгә генә ышанып, ҡарар сығара алмай. Кешеләр шуны тулыһынса аңлап етмәй һәм судтың ҡарары менән риза булмаған саҡта, һеҙ барығыҙ ҙа һатылғанһығыҙ, һатлыҡ йәндәр, тип йөҙҙән дә алыуҙары ихтимал. Һин бар күңелеңде һалып, көнө-төнө эшең менән булғанда, шундай яман һүҙҙәрҙе ишетеүе, әлбиттә, ҡыйын. Ҡағиҙә булараҡ, тәғәйен һине түгел, ә тотош системаны күҙ уңында тотоуҙарын аңлайһың, ләкин тап һинең йөҙгә бәреп әйтәләр бит. Һәм тотош системаны ла бер ҡалыпҡа һалыу дөрөҫ түгел, сөнки беҙҙә күпселек – бик намыҫлы, лайыҡлы кешеләр. Беҙҙең һәр ҡарарыбыҙ законға нигеҙләнгән, һәр фекеребеҙ закон менән нығытылған. Ҡарарҙы сығар­ғанда мотлаҡ дәлилдәргә таянабыҙ. Үкенескә күрә, юридик белеме етмәү сәбәпле, дәлилдәрҙе етерлек тупламауҙары арҡаһында ҡайһы ваҡыт кешеләр, хаҡлы булһа ла, судта еңелеп ҡала. Уларға ярҙам итергә хоҡуғыбыҙ юҡ, сөнки беҙ ниндәйҙер кимәлдә битараф арбитрҙар ғына, адвокат түгелбеҙ. Дәлилдәрҙе йыйыу беҙҙең бурысҡа инмәй, ул һәр кемдең үҙ эше. Шуға ла эш судҡа барып еткәндә, судья объектив ҡарар сығарһын өсөн, кәрәкле дәлилдәр базаһын йыйырға, тупларға кәрәк. Был осраҡта юғары квалификациялы юристың ярҙамы артыҡ булмаясаҡ.
– Икһеҙ-сикһеҙ күренгән эштәр араһында Һеҙҙең өсөн ҡайһыһы иң ҡатмарлыһы?
– Бәлиғ булмаған балаларға ҡағылышлылары. Йөрәккә ҡаҙала улар. Судҡа килгән балаға ҡарап, уның ниндәй ғаиләлә, ниндәй мөхиттә тәрбиәләнгәнен хаталанмайынса әйтеп була. Уларҙың бит эсендәгеһе – тышында, алдап, йәшереп өйрәнмәгәндәр, нисек бар – шул килеш килеп баҫалар. Бәлиғ булмаған балаларға ҡағылышлы эштәрҙе ҡарай торғас, һәр бала өсөн атай тәрбиәһенең ниндәй оло әһәмиәткә эйә булыуын аңланым. Атайҙың һөйөүе, яҡлауы кешегә ғүмерлеккә етерлек көс, ышаныс бирә. Атай һөйөүенән, яҡлауынан, һаҡлауынан мәхрүм балаларҙың күңелендә ниндәй бушлыҡ булыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс. Бәлки, ошо бушлыҡты тултырырға маташып, улар яҙыҡ юлға баҫалыр, хаталаналыр. Ғөмүмән, тулы ғаиләлә һөйөлөп, яҡлаулы булып үҫкән балаларға уңыш, бәхет үҙе йылмая, улар тормош юлынан ышаныслы атлай. Бәлиғ булмағандарҙың эшен ҡарағанда үтә һаҡ ҡыланырға, ауыҙыңды үлсәп асырға, һәр һүҙеңде самаларға кәрәк. Иң мөһиме – балаға зыян килтермәҫкә.
– Балалар, уларҙы тулы ғаиләлә тәрбиәләү темаһына ҡағылғас, айырылышыуҙар проблемаһын да урап үтеп булмай. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортос­тан­да былтыр, 2016 йылда, никахлашыу тураһында 25 323 акт теркәлһә, 15 646 ғаилә тарҡалған...
– Әле миндә лә “айырылышыу көндәре” башланды – көнөнә кәмендә бер никахтың тарҡалыуына шаһит булырға тура килә. Уйлауымса, күптәр, мотлаҡ айырылышырға, тип түгел, ә ғаиләне һаҡлар өсөн, инде ни эшләргә белмәй, батып барыусы һаламға йә­бешкәндәй, беҙгә килә. Мәҫәлән, эскән ир аҡыл­ға килһен, уйланһын, ҡурҡһын, тип ҡатын айырылышырға ғариза яҙа. Ә бит күп ғаиләне һаҡлап алып ҡалырға мөмкин. Ир менән ҡатынға ваҡытында ғаилә психологына мөрәжәғәт итергә ине ул. Процесс ныҡ тәрәнәйгәс, бер-бере­һенең күңелен яралап бөткәс кенә, улар судҡа килә. Мин психология буйынса белгес түгел, психологик кәңәштәр бирә алмайым. Ләкин ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәте буйынса эш­ләргә теләгәнен күр­һәм, әлбиттә, уйланырға өҫтәмә ваҡыт билдәләп, психологҡа барырға кәңәш итәм. Һуңынан ғаризаларын кире алһалар, ысын күңелдән улар өсөн ҡыуанам. Әйткәндәй, барыһы ла тиерлек айыры­лышыу­ҙың сәбәбен холоҡтарҙың тура килмәүенә һылтаһа ла, төп сәбәп – эскелек ул. Йәш ғаиләнең айырым торлағы булмауы, туған-тыумасаның йәштәрҙең тормошона артыҡ ҡыҫылыуы ла ғаиләнең тарҡалыуына килтерә. Айырылышыуҙарҙы анализлағанда, шул да күренә: егерме-утыҙ йәшлектәр күпселектә ғаилә ҡорорға әҙер түгел, сөнки аралаша, килешә, мөнәсәбәт ҡора белмәйҙәр, ир һәм ҡатын ролдәренә яуап бирергә теләмәйҙәр. Мәҫәлән, йәш ҡатын ғаиләлә баш булырға ынтыла, власть өсөн ысын мәғәнәһендә алыша, ирен бөгөп һалырға тырыша. Бөгөлмәһә, айырылышырға судҡа ғариза килтерә. Бер йәш ҡатын айырылышыу сәбәбен йәшереп торманы, ирем миңә буйһонорға теләмәй, тип асыҡтан-асыҡ ярып һалды. Кәләше уны һанламаған осраҡта, быға түҙә алмаған йәш ирҙәр ҙә ғариза яҙып, айырылышыу һорай. Ә бына өлкән йәштәгеләрҙең айырылышыу сәбәбе “буш ҡалған оя” синдромына бәйле. Йәғни, балалары үҫеп бөткәс, ир менән ҡатынды башҡа бер ни ҙә бәйләмәй. Уларҙың уртаҡ уй-маҡсаттары, хыялдары юҡ, күңелдәре менән бер-береһенә үтеп инә алмағандар, булмыштары менән сит кешеләр. Бала хаҡына ғына бергә ғүмер иткәндәр. Был да аяныслы күренеш.
Элек, ирҙәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында ғаиләләр тарҡала, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер ҡатын-ҡыҙҙың психологик йәбер менән булышыуына шаһитмын. Тимәк, йәмғиәттә ир менән ҡатындың ролдәре буталған, ҡыҙҙарға һәм малайҙарға тәүҙән үк хаталы йүнәлеш бирелә, ғаилә институтының ҡиммәте юғала бара. Ғаиләне һаҡлар өсөн хәләл ефетең менән даими рәүештә һөйләшеп килешергә кәрәк, телеңде, нәфсеңде тыйырға. Юғиһә ир менән ҡатын үҙ-ара дәғүәләр, талаптар менән генә һөйләшә бит! Унда ҡайҙан аңлашыуға урын булһын?!
Ҡатын-ҡыҙға айырым әйтер һүҙем бар. Элек өлкәндәр ҡыҙҙы, кейәүгә сыҡты, тимәгән, ә, тормошҡа сыҡты, тигән. Уйлап ҡарағыҙ, ниндәй оло мәғәнә һалынған был һүҙҙәргә! Рус милләтле дуҫтарыма шул турала әйткәйнем, улар ҙа халыҡтың ни тиклем тәрән аҡыллы, дөрөҫ һүҙҙәр ҡулланыуына шаҡ ҡатты. Ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерендә иң төп проект – карьера түгел, ә ғаилә! Кейәүгә сыҡҡас, ҡатын-ҡыҙ бар белемен, оҫталығын, һәләтен тормош ҡороуға, йәғни ғаилә ҡороу­ға, уны һаҡлауға йүнәлтергә тейеш. Тап ғаиләлә ҡатын кеше үҙенең бар күңел байлығын, аҡылын асырға һәм шул мөхиттә иренә терәк булып, балаларын үҫтерергә бурыслы.
Айырылышыу – ҡайғы ул. Суд ултырышы мәлендә лә, күҙгә күренмәһә лә, ул ҡайғы тын алырға ҡамасаулап, йөрәккә ауыр йөк булып ятып, һауала аҫылынып тора. Ә шуның эсендә ҡайнарға мәжбүр булған балаларға нисек йөрәк яраһын ямап, артабан йәшәп китергә? Шуға ла тәүҙән үк үҙ ишең менән ҡауышып, мөхәббәтле тормош ҡорорға, ғаиләләге татыулыҡты, бер-береңә һөйөүҙе, ихтирамды, ҡыҙыҡһыныуҙы һаҡларға яҙһын, тим.
– Һеҙгә, кеше хәленә инеүсән йәш ҡатынға, көн дә башҡалар яҙмышына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү еңел түгелдер. Нисек уйлайһығыҙ, власть структураһы вәкиле булған судьяға тәү сиратта ниндәй сифаттар хас булырға тейеш?
– Беҙҙең төп сифаттар – сабырлыҡ һәм тотанаҡлыҡтыр, тим. Ниндәй генә хәлдә лә (ә бында ҡайһы ваҡытта шундай тетрәндергес драмалар ҙа була!) үҙеңдең хис-тойғоларыңды тышҡа сығарырға ярамай. Кемгәлер ҡаршы булһаң да йәки, киреһенсә, кемгәлер теләктәш булһаң да, быны күҙ ҡарашың менән дә, һүҙең менән дә белдерергә хоҡуғың юҡ. Һәр кем менән үҙеңде әҙәпле тоторға бурыслыһың. Субъектив баһанан ситләшеп, эште тик закон күҙлегенән генә сығып баһаларға кәрәк. Судья һөнәре, оло яуаплылыҡтан тыш, бихисап сикләү ҙә талап итә. Һин һәр кем менән дә аралаша алмайһың, аралашыу ҡоро бик тар. Һәр яҡлап абруйлы булыр­ға, һәр кемдә ихтирам уятырға тейешһең. Эшебеҙҙә ихтыяр көсө, эске ныҡлыҡ талап ителгәс, үҙеңдән-үҙең ҡоро сохарыйға ла әйләнеүең бар. Эш башлаған осорҙа был процесс мине лә урап үтмәне. Дуҫтарым бер заман, судья тоныңды ҡалдыр әле, тип әйтә башланы. Ысынлап, аралашҡанда аңғармаҫтан судья алға килә лә сыға, килә лә сыға. Бынан ҡотолор өсөн мантияны сисеү менән үҙемде ҡәҙимге кеше кеүек тоторға өйрәндем. Отпускымды тәбиғәт ҡосағында, дуҫтарым араһында үткәрергә тырышам, ябай нәмәләрҙән дә ҡыуаныс алып йәшәйем. Был йәһәттән минең өсөн судья Аймара Сәйфуллина өлгө. Ул – һоҡланғыс, бар йәһәттән ихтирамға лайыҡ кеше. Ошоғаса бар ваҡытымды, энергиямды, көсөмдө тик эшкә генә бирә торғайным, уның өлгөһө арҡылы тормоштоң башҡа йәмле яҡтарын да күрҙем.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

P.S. Өлкәнәйгән һайын алдымда офоҡтар­ҙың киңәйеүен тоям, йәшәгән һайын йәшәгем килә, тигән Алһыу Харисова, форсаттан файҙаланып, әңгәмә һуңында гәзит уҡыусыларға, матур, намыҫлы, ғәҙел йәшәгеҙ, тип өндәште: “Барыһы ла кире әйләнеп ҡайта”.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»