НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (3-9 апрель)

Йондоҙнамә (3-9 апрель)


Йондоҙнамә (3-9 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Туғандарығыҙ менән аралашҡанда иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был арала уларҙан һиҙелерлек ярҙам алырһығыҙ. Өй-йортоғоҙ өсөн ниндәй­ҙер файҙалы эш башҡарырһығыҙ һымаҡ. Йомалағы ваҡиға бер аҙ борсолорға мәжбүр итер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Көндәр бер ҙә еңел килергә оҡшамай. Элек анһат ҡына күренгән эш тә тырышлыҡ, өҫтәмә көс талап итер. Шаршамбыла ниндәйҙер етди үҙгәрештәр көтөгөҙ. Улар мотлаҡ яҡшыға буласаҡ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна башын файҙалы үткәрерһегеҙ. Ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ аңлай башлар­һығыҙ. Киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙ ҙа бер аҙ асыҡланыр. Был арала ҡайһы бер кире күренештәрҙе лә үҙ файҙағыҙға үҙгәртеүгә ирешер­һегеҙ, моғайын.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Мәл ҡайһы бер эштәрегеҙҙе тамамлау өсөн уңайлы. Аҙна барышында матди һәм аҡса мәсьәләләре еңел һәм шыма ғына хәл ителер. Кесе йомала өмөтлө яңылыҡ, яҡшы хәбәр ишетер­һегеҙ. Осорҙан бик ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Һеҙҙе һәйбәт көндәр көтә. Һуңғы ваҡытта борсоп торған икеләнеүҙәрегеҙ юҡҡа сыға башлар кеүек. Йомала шәхси тормошоғоҙға ҡағыл­ған сетерекле хәл дә еңел генә сиселер, моғайын. Матди эштәрегеҙ яйланыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Киләсәккә маҡсаттарығыҙ бер аҙ асыҡланыр. Осорҙо бик әүҙем үткәрерһегеҙ. Яңы эштәр бигерәк яҡшы барыр. Ижади кешеләр­ҙең һәләттәре мотлаҡ асылыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Артҡа тартҡан, алға барырға ҡамасаулаған нәмәләрҙән ҡотолорға ваҡыт етте кеүек. Ҡайһы бер күптәнге ҡараштарығыҙҙан баш тартырға ла тура килер, бәлки. Был, әлбиттә, еңел булмаҫ, ләкин түҙегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Киләсәк ҡыйынлыҡтарға әҙер булығыҙ. Күпселек эштәрегеҙ ауырлыҡ менән барыр, моғайын. Был арала яҡын маҡсаттарығыҙ тураһында артыҡ һөйләмәүегеҙ хәйерле. Аҙна аҙағына үҙегеҙгә ял бирергә онотмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Осор барышында уйлағанығыҙҙы, нигеҙҙә, бойомға ашырыуға өлгәшерһегеҙ. Тик шишәмбелә генә ашығыу арҡаһында артыҡ ырата алмаҫһығыҙ һымаҡ. Киләсәккә лә ҡайһы бер маҡсаттар ҡуя алырһығыҙ, буғай.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Элек яһаған яңылыш аҙымдарығыҙҙы төҙәтеү күп ваҡытығыҙҙы алыр. Дөйөм алғанда, аҙнаның бер аҙ сыбар булыуы көтөлә, юғалтыуҙар һәм килемдәр аралашып торор. Кесе йоманан һуң алдығыҙҙа яңы офоҡтар асылыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Иң ҡатмарлы эштәр ҙә әллә ни ауыр күренмәҫ. Ҡайһы ваҡыт өмөт иткәндән дә күберәк эшләр­һегеҙ, бәлки. Үҙ һәләттәрегеҙҙе лә тулыһынса күрһәтерһегеҙ. Аҡса етмәүе генә ҡайһы саҡ бер аҙ ҡамасаулап торор.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала ваҡиғалар барышы күҙгә күренеп яйланыр кеүек. Шаршамбыла ғына кешеләр менән аралашыу ниңәлер ауыр барыр. Йомала һәр саҡ уйлап эш итегеҙ, яңылыш саманы онотоп ҡуйыуығыҙ ихтимал. Аҡса мәсьәләләре яйланыр.

Сығыу ваҡыты 3-04-2017, 11:22 | Ҡаранылар: 425
|
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)
  • Йондоҙнамә (1-7 август)
  • Йондоҙнамә (20 июнь - 26 июнь)
  • Йондоҙнамә ( 11 – 17 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM