НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (27 март - 2 апрель)

Йондоҙнамә (27 март - 2 апрель)


Йондоҙнамә (27 март - 2 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Матди мәсьәләләрҙе хәл итеү менән йыш булышырһығыҙ. Аҙна башында әүҙемлегегеҙҙе кәметегеҙ. Шаршамбынан һуң бар көсөгөҙҙө һалып эш итегеҙ. Күпкә өлгөрөрһөгөҙ, арыу-талыуҙы белмәҫһегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Уңышлы осор. Төрлө ваҡиғалар күбәйер. Әүҙемлегегеҙ ҡайһы саҡта өҫтәмә мәшәҡәттәр ҙә тыуҙырыр. Кеше эшен дә башҡарыр­һығыҙ һымаҡ. Һеҙҙең өсөн бик мөһим булған хәбәрҙе ошо көндәрҙә ишетерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна башынан уҡ бар өлкәләрҙә лә ҡаршылыҡ һиҙелер. Йыш ҡына үҙ фекерегеҙҙе ҡаты ғына яҡларға тура килер. Ваҡытлыса уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, юлығыҙҙан тайпылмағыҙ. Был арала ҡайһы бер ҡатмарлы һорауҙарға яуап табырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шишәмбе бер аҙ көсөргәнешле булырға оҡшай. Кемдер кәйефегеҙҙе төшөрөргә тырышыр. Был арала яңы, ышаныслы дуҫ табырһығыҙ. Шаршамбынан һуң һирәк осрай торған уңышлы осор башланасаҡ.

Буға (21.04 – 21.05)
Уңышлы осор. Шулай ҙа төрлө ығы-зығы ла күбәйер һымаҡ. Шаршамбыла өйөгөҙҙә ниндәйҙер дәғүә килеп сығыуы ла ихтимал. Төп эшегеҙҙә артыҡ шәбәйеп китмәгеҙ, юғиһә кеше эшен ҡушырҙар.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна башы һис тә еңел булырға оҡшамай. Төрлө яҡтан ҡыҫым асыҡ тойолор. Һеҙгә ҡамасаулап торған нәмәләрҙән әлегә ҡотола алмаҫһығыҙ. Был арала йыш ҡына ҡатмарлы һорауҙарға яуап эҙләрһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Хәлегеҙ яҡшырғанын асыҡ тойорһоғоҙ. Етәкселәр, оло йәштәге туғандарығыҙ менән арағыҙ һәйбәтләнер. Аҡса яғынан да һиҙелерлек уңыштар буласаҡ. Яңы таныштарығыҙға әллә ни күп өмөт бағламағыҙ. Булған мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыуығыҙ мөһим.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эштәрегеҙ һәүетемсә генә барыр. Артыҡ ҙур уңыштар булмаҫ, моғайын. Ләкин юғалтыуҙар ҙа кисермәҫһегеҙ. Яҡындарығыҙ тарафынан һәр саҡ ярҙам-терәк тойорһоғоҙ. Шаршамбылағы хәлдәр күңелегеҙҙе күтәрер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна башында осраған мәсьәләләрҙе хәл итеү ауырлашыр. Шаршамбынан һуң ғына эштәрегеҙҙе һиҙелерлек ҡуҙғатырһығыҙ. Өҫтәмә матди килем дә таба алырһығыҙ, бәлки. Кәрәк нәмәгә аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бөтә көндәр ҙә һәйбәт булырға оҡшай. Шишәмбе генә ниндәйҙер юғалтыуҙар менән янай һымаҡ. Уның шандауы ваҡыт үткәндән һуң да һиҙелеп торор. Төп эшегеҙҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал, һиҙгерлекте юғалтмағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала кешеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға тырышығыҙ. Яҡын танышығыҙ үҙенең ышанысһыҙ булғанын асыҡ күрһәтер. Көсөгөҙ артыр. Сирле кешеләр ауырыуҙар тураһында онотор.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көсөргәнешле осор. Күп эшкә ваҡытығыҙ ҙа етмәҫ кеүек. Юҡ-бар хәбәрҙәргә ышанмағыҙ, килгән мәғлүмәттәрҙе һәр саҡ тикшерегеҙ. Был арала кәрәкмәгән, иҫкергән әйберҙәрегеҙҙән һис тә йәлләмәй ҡотолорға ҡушыла.




Сығыу ваҡыты 27-03-2017, 10:59 | Ҡаранылар: 350
|
  • Йондоҙнамә (20-26 февраль)
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Йондоҙнамә (9 май - 15 май)
  • Йондоҙнамә ( 11 – 17 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM