RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (13-19 март)

13.03.2017 Йондоҙнамә (13-19 март)

Йондоҙнамә (13-19 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мәл аралашыу өсөн уңайлы. Эш урынындағы хәл һәйбәтләнер. Эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алырһығыҙ. Шишәмбелә бүләк алыуығыҙ бар. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Уның аҡса тураһында булыуы мөмкин.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала матди хәлегеҙҙе бер аҙ яҡшыртыр­һығыҙ һымаҡ. Бының өсөн бигерәк тә шишәмбе уңышлы күренә. Аҙна барышында ниндәй­ҙер ҙур эште лә тамамларһығыҙ. Ләкин уның йомғаҡтары өмөтөгөҙҙө тулыһынса аҡламаҫ кеүек.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яҡшы көндәр. Тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеү теләге тыуыр. Был арала һәләтегеҙҙе күрһәтеү өсөн форсат тыуыр. Яңғыҙ эш итеү файҙалыраҡ булырға оҡшай. Шаршамбыла ғына уйламаған мәшәҡәттәр маҡсатығыҙҙы боҙор.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тыныс осор. Оло кешеләрҙең һәм етәкселәр­ҙең һүҙенән сыҡмаһағыҙ, эшегеҙ һәүетемсә барыр. Йыш ҡына күңелегеҙгә ятмаған эш менән булышырға, оҡшамаған сараларҙа ҡатнашырға тура килер. Төҫ-башығыҙға даими иғтибар бирегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Эштәрегеҙҙе был арала бер аҙ тәртипкә килтерә алырһығыҙ, моғайын. Таныштарығыҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр күҙгә күренеп яҡшырыр. Икенсе кешеләр өсөн үҙегеҙгә яуаплылыҡ алмаҫҡа тырышығыҙ. Йомала һеҙҙе ыңғай ваҡиғалар көтә.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡайтарылмаған бурыстарығыҙ тураһында даими иҫегеҙгә төшөрөп торорҙар. Ғаилә ағзалары менән бәйле борсолоу-мәшәҡәттәр ҙә килеп сығыуы ихтимал. Тап ошо арала күптән онотолған бәйләнеште тергеҙерһегеҙ кеүек.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Матди мәсьәләләр йыш ҡына борсор. Аҡсағыҙ ҡайҙалыр юғалып киткәндәй күренер. Төп эшегеҙҙә йәмәғәт эштәрен үҙ иңегеҙгә артыҡ алмаҫҡа кәңәш ителә. Күберәк башҡаларҙы тыңлағыҙ, фекерегеҙҙе белдермәгеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Йорт-хужалыҡ мәсьәләләре беренсе урынға сығыр. Шулай ҙа йыйылып киткән эштәрегеҙҙән бер аҙ бушана алырһығыҙ. Һуңғы аралағы күрһәткән әүҙемлегегеҙ бәғзеләргә оҡшамаҫ. Йомала ниндәйҙер килем көтөгөҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Эш урынында ҡыйынлыҡтар күбәйер. Аралар ҙа һыуыныр һымаҡ. Килеп сыҡҡан мәсьәләләр хәл итә алмаҫлыҡ кеүек тойолор. Өйрәнелгән көн һәм эш тәртибен һаҡларға тырышығыҙ. Кесе йоманан һуң ҡапыл ыңғай үҙгәрештәр булыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Хәлегеҙҙең яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлағанын асыҡ күрерһегеҙ. Шаршамбыла күңелегеҙҙе күптән ҡырған мәсьәләнең сиселешен асыҡлар­һығыҙ. Йомалағы һөйләшеү ике яҡ өсөн дә файҙалы булмаҡсы.

Саян (24.10 – 22.11)
Яҡын арала ҡайһы бер теләктәрегеҙ тормошҡа ашыр. Тик сама һаҡлап, артығын теләмәгеҙ. Шишәмбелә үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтергә уңайлы мәл булыр. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл иткәндә башта сигенергә, аҙаҡ алға табан китергә тура килер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында төрлө һынау аша үтерһегеҙ. Мөмкинлегегеҙҙе дөрөҫ баһалаһағыҙ, барыһын да булдырырһығыҙ. Күптәрҙең үҙгәреүсән кәйефкә бирелеп китеүе ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»