НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (6-12 март)

Йондоҙнамә (6-12 март)


Йондоҙнамә (6-12 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҡса менән бәйле эштәрегеҙ уңышлы барыр. Быға абруйлы кешеләрҙең ярҙамы булышлыҡ итер. Шаршамбылағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе күтәрер. Был арала күп юхаланырға ла тура килер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна һәйбәт килер. Шаршамбынан һуң сығымдарығыҙ һиҙелерлек артыр. Ләкин был хәл һеҙҙе бер ҙә борсомаҫ һымаҡ. Ошо арала ниндәйҙер ыңғай хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Уның тураһында башҡаларға артыҡ һөйләмәгеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тормошоғоҙҙоң бер төрлө барыуы туйҙыра башлар кеүек. Күңелегеҙ үҙгәрештәр теләр. Күберәк ваҡытығыҙҙы яҡын кешеләр менән үткәрергә тырышығыҙ. Тәбиғәттә булыу ҙа мотлаҡ файҙа килтерер. Осраҡлы танышыуҙарҙан һаҡла­нырға кәңәш ителә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һуңғы ваҡыттағы тырышлығығыҙ юҡҡа булмаған икән. Ул тейешле баһаланып, бүләктәр алыуығыҙ һәм маҡтау һүҙҙәре ишетеүегеҙ бар. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа артыр. Йома айырыуса уңышлы көтөлә.

Буға (21.04 – 21.05)
Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү бер ҙә ҡыйын булмаҫ һымаҡ. Шаршамбы бигерәк тә уңышлы көтөлә. Был арала киләсәгегеҙгә төплө нигеҙ һалыу өсөн һәйбәт мөмкинлектәр осрар. Кеше кәңәштәренә артыҡ иғтибар бирмәгеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна башы уйламаған үҙгәрештәр килтерер. Бик тиҙҙән уларҙың яҡшыға булғанын асыҡ күрерһегеҙ. Ҡатмарлы саҡтарҙа дуҫтарығыҙ ярҙамына таянырға тырышығыҙ. Яңғыҙ эш итеү ҙур уңыштарға килтермәҫ. Иң яҡшы көндәрегеҙ – кесе йома һәм йәкшәмбе.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Кешеләр менән мөнәсәбәттәр һәм аралашыу һәр саҡ ҡыуандырып торор. Шишәмбелә ниндәйҙер бәхетле мәл кисерерһегеҙ. Йомала өмөтлө тәҡдим ишетһәгеҙ, унан баш тартмағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор барышында бәғзеләр төрлө етәксе менән осрашыр, рәсми ойошмаларҙа булыр. Ғөмүмән, эштәрегеҙҙең барышы күпселек осраҡта икенсе кешеләр менән бәйле. Донъя мәсьәләләрен хәл итеү ҡәҙимгенән күберәк сығым талап итер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна башын тыныс үткәрегеҙ. Күберәк күҙәтегеҙ, ҡарағыҙ һәм фекер йөрөтөгөҙ. Кесе йомала күрһәткән әүҙемлегегеҙ мотлаҡ емеш бирер. Төп эшегеҙҙә үрләтеүҙәре ихтимал. Йомала бик өмөтлө осрашыуҙар көтөлә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мәл һуңғы ваҡытта йыйылып киткән эштәрегеҙҙе тәртипкә килтереү өсөн уңайлы. Күп мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ. Шулай ҙа шаршамбынан һуң ҡаршылыҡтар алға барырға форсат бирмәҫ һымаҡ.

Саян (24.10 – 22.11)
Осор тыныс булмаҫ. Тормош һеҙҙе һаман да һынап торор. Ғөмүмән, һуңғы ваҡиғаларҙан киләсәккә яҡшы һабаҡ алырһығыҙ. Был арала яҡындағыларҙың мәсьәләләрен дә хәл итергә тура килер, моғайын. Етәкселәрҙән арыраҡ йөрөгөҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шишәмбелә көтөлмәгән яңылыҡ ишетерһегеҙ. Йондоҙҙар әлегә ашыҡмаҫҡа, уның сығанағын яҡшылап тикшереп ҡарарға ҡуша. Кесе йомала һиҙелерлек сығымдар көтөлә. Уларҙы тиҙ ҡайтара алырһығыҙ. Был арала алыҫ сәфәргә сыҡмағыҙ.

Сығыу ваҡыты 6-03-2017, 11:41 | Ҡаранылар: 414
|
  • Йондоҙнамә (20-26 февраль)
  • Йондоҙнамә (6-12февраль)
  • Йондоҙнамә (5-11декабрь)
  • Йондоҙнамә (23 май - 29 май)
  • Йондоҙнамә (4 – 10 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM