НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (27 февраль - 5 март)

Йондоҙнамә (27 февраль - 5 март)


Йондоҙнамә (27 февраль - 5 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала янығыҙҙағы ҡайһы бер кешеләр менән арағыҙ ваҡытлыса боҙолоуы мөмкин. Ниндәйҙер абруйлы кеше менән бик файҙалы һөйләшеү булыуы ла ихтимал. Йомала алданыу­ҙан һаҡланырға ҡушыла. Үткән ваҡиғалар онотола барыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында ҡулығыҙҙан теләһә ниндәй эш килер. Бөтә көндәр ҙә тигеҙ үтер. Тик шишәмбе генә бер аҙ көтөлмәгән хәлдәр менән айырылып торор. Һәр саҡ ялған дуҫтарҙан һаҡланып йөрөгөҙ, ләкин уларҙан үс алырға тырышмағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һәйбәт осор. Бар өлкәлә лә эштәрегеҙ яҡшы барыр. Шишәмбелә һиҙелерлек уңыш көтөгөҙ. Бынан һуң абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Йомала ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткәндә урау юлдар эҙләгеҙ. Был аралағы танышлыҡтар оҙайлы һәм өмөтлө буласаҡ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр уртаса килер. Тамамланмаған элекке эштәрегеҙ һәр саҡ артҡа һөйрәр. Төрлө буталсыҡ ваҡиғаға ла осрауығыҙ бар. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағылыр. Етди һөйләшеү ҡайһы бер нәмәләргә күҙегеҙҙе асыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе етеҙ генә хәл итергә тура килер. Күпселек осраҡта үҙ аллы эш итергә мәжбүр булырһығыҙ. Бәғзеләр менән арағыҙҙы яңыса төҙөрһөгөҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Төп эшегеҙҙә бер аҙ көсөргәнешлек һиҙелер. Ҡайһы ваҡыт борсолоу ҙа кисерерһегеҙ. Шулай ҙа тәжрибә һәм тырышлығығыҙ арҡаһында ҡыйынлыҡтарҙы, һәр саҡтағыса, еңеп сығырһығыҙ. Маҡтау һүҙҙәренә өмөт итмәгеҙ, уларҙы барыбер ишетмәҫһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Әүҙемлегегеҙ, эҙләнеүҙәр әлегә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бирмәҫ. Барыһын да элеккесә ҡалдырыуығыҙ дөрөҫөрәк булыр. Кесе йомала яҡшы таныш эштәр ҙә һеҙ уйлағанса бармаҫ. Һуңғы ваҡиғаларҙан үҙегеҙгә һабаҡ алырға тырышығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ғөмүмән, хәлегеҙ әлегә ҡәнәғәтләнерлек. Көтөлмәгән ваҡиғалар булмаҫҡа тейеш. Иң уңышлы көндәрегеҙ – шишәмбе һәм йома. Кесе йомала бер әйбер урынына икәүҙе алырһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡәҙимге аҙна. Артыҡ ҙур булмаған уңыштар, һәр саҡтағыса, кире ваҡиғалар менән аралашып торор. Шаршамбыла шәхси тормошоғоҙҙағы ниндәйҙер мәсьәләне ашығыс хәл итергә тура килер. Йондоҙҙар үҙ етешһеҙлектәрегеҙгә етдиерәк ҡарарға ҡуша.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбелә ҡатмарлы хәлдән сығыу юлдарын эҙләрһегеҙ. Ҡайһы ваҡыт аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Кеше алдында фекерегеҙҙе артыҡ асыҡ белдерәһегеҙ һымаҡ. Бынан зыян күреүегеҙ тураһында онотмағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна башындағы ваҡиғалар борсолорға мәжбүр итер. Бәғзеләре әлегә аңлайышһыҙ тойолор, бәлки. Уларҙың мәғәнәһен аҙаҡ тулыһынса аңларһығыҙ. Кесе йомала ишеткән тәҡдимдәргә иғтибарлыраҡ булырға ҡушыла.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала тормошоғоҙҙа күп кенә үҙгәреш көтөлә. Ҡайһы бер мөнәсәбәттәргә икенсе төрлөрәк ҡарарға мәжбүр булырһығыҙ. Элекке дуҫтарығыҙ һирәк-мирәк үҙҙәре тураһында белдереп, бер аҙ борсоп торор.

Сығыу ваҡыты 27-02-2017, 16:34 | Ҡаранылар: 362
|
  • Йондоҙнамә (13-19 февраль)
  • Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)
  • Йондоҙнамә (5 – 11 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (6 июнь - 12 июнь)
  • Йондоҙнамә (8 – 14 февраль)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM