RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Мин һаман да төштәремдә осам”

02.03.2017 “Мин һаман да төштәремдә осам”

“Мин һаман да төштәремдә осам”Хаҡлы ялдағы летчик һауаны һағына

Кеше һәр ваҡыт матур хыялдар, юғары маҡсаттар менән йәшәй. Берәүҙәр матур тормош хаҡында хыялланһа, икенселәр шул матур тормошҡа ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Күп осраҡта ваҡыт менән бергә хыялдар ҙа үҙгәрә, ҡасандыр мөһим булған нәмәләр яйлап тоноҡлана, әһәмиәтен юғалта. Ә бына хәрби летчик, өс йыл ғүмерен “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә үткәргән яҡташыбыҙ Алик Әсхәт улы РАХМАНОВ ғүмере буйы бала саҡ хыялдарына тоғро булып ҡалған. Биш йәшлек улына атаһы беренсе тапҡыр уйынсыҡ самолет алып биргәс тә, сабый күңелендә осоусы булыу теләге уяна. Уны тормош ҡа ашырыу өсөн мәктәп йылдарынан уҡ ныҡлы әҙерлек эше башлай.

Тыуған ауылы Түбәнге Сереккүлдә рус телендә аралашҡан кеше булмағас (ә юғары белем алыу өсөн уны һыу кеүек эсергә кәрәклеген күңеле менән аңлай), 24 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Андреевка мәктәбенә уҡырға күсә. 8-се класҡа еткәс, райондың хәрби комиссариатына барып, ниндәй уҡыу йортонда осоусылар әҙерләнеүе хаҡында һораша. Мәктәпте тамамлауға ул инде Һарытау ҡалаһына барырға ныҡлы ҡарар итә.
Атаһы Илеш ерендә ауыл хужалығы буйынса дан ҡаҙанған кеше була: үҙ тырышлығы һәм аҡылы менән ябай шоферҙан колхоз рәйесе вазифаһына күтәрелә. Әсхәт ағайҙың ул ваҡытта улын теләгән ҡалаһына алып барырға мөмкинлеге була. Тик ул үҙҙәренә үҙҙәре юл ярып өйрәнһен өсөн малайҙарын иркәләтмәй. Ҡулына аттестат алған Алик бала саҡ хыялы артынан оло юлға сыға. Әйтергә кәрәк, ныҡышлыҡ һәм хыялының тормошҡа ашасағына ышаныс ҡына ауырлыҡтар­ға бирешмәҫкә ярҙам итә. Һарытау ҡалаһына билет алыу өсөн генә уға Өфө вокзалында өс төн йоҡларға тура килә. Ә тәғәйен уҡыу йортонда уны ҡатмарлы имтихандар, һаулыҡты һәм физик әҙерлекте ентекле тикшереү көткән була. Бер урынға 50 – 55 кеше дәғүә итеүенә ҡарамай, Башҡортостан егете һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, курсанттар рәтенә алына. Уға дүрт йыл бик тиҙ үтеп киткәндәй тойола. Бала саҡтан хыял иткән самолетҡа тәүге тапҡыр ултырған көнөн һаман да иҫләй. Шул минуттан алып һөнәренә ысынлап ғашиҡ була.
Уҡыуын тамамлағас, Алик Әсхәт улына Чехословакияла йәки Минск ҡалаһында эш башларға тәҡдим ителә. Ул Советтар Союзын һайлай. 25 йылға яҡын эшләү осоронда уға дүрт йыл “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә. 1986 йылда экипаж командиры булып афған һуғышына, бер йылдан Лаосҡа оҙатыла. Бергә йәшәгән биш дуҫын, байтаҡ танышын юғалта. Ҡан ҡойошто үҙ күҙҙәре менән күргән, әллә нисә тапҡыр үлем менән осрашҡан кешегә тыныс тормошҡа өйрәнеү еңел булмай.
– Күктә, фәрештәләргә яҡын йөрөү мине үлемдән, ауыр яраларҙан һаҡлап ҡалғандыр, – тип шаярта ул. – Тыуған яҡтарға ҡайтҡас та, үҙ-үҙен таба алмай, кешелектән сыҡҡан һалдаттар күп булды. Кемдер эскелек һаҙлығына батты, кемдер үҙ-үҙенә ҡул һалды, кемдер ауырыуға һабышты. Һуғышты күргәс, тыныс тормошта бәхетле йәшәүебеҙҙең тәрән мәғәнәһен аңланым. Бер мәл генә булған ауырлыҡтар һуғыш менән бөтөнләй сағыштырырлыҡ түгел.
Был шәхескә тормош һынауҙарын да кисерергә тура килә. Советтар Союзы тарҡалыуы Алик Рахмановтың яҙмышын да пыран-заран килтерә. Ғүмеренең күп өлөшө үткән Белоруссия айырым дәүләткә әйләнгәс, Рәсәй кешеһе тип һаналғандарҙы закон тарафынан ҡыҫымға алыу башлана. Был ғына ла етмәй, улар күпләп эштән ҡыҫҡартылыуға дусар була. Эшһеҙ, илһеҙ ҡалған кисәге летчик тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Тамырҙары менән Бүздәк районынан булған, әммә Белоруссияла тыуып үҫкән ҡатыны Өфөгә күсеп ҡайтыуҙан баш тарта. Шулай итеп, ил менән бергә ғаилә лә тарҡала. Оло улы Әсхәт атаһынан айырылмай, Башҡортостанға ҡайта. Бөгөн ул – юғары белемле хоҡуҡ белгесе, подполковник дәрәжәһен йөрөтә. Ә кесе улы Мират әсәһе менән Минскиҙа ҡала, хәҙер сит илдә йәшәй.
– Һауанан айырылыу еңел булманы. Хәҙер ҙә төштәремдә осоп сығам, самолеттар һағындыра. Тормош юлым үкенерлек булманы. Әммә беҙҙең быуын кешеләрен тәрбиәләгән юғары идея­ларҙың, бөйөклөктәрҙең юҡҡа сығыуы йәл, – ти Алик ағай.
Һауала сыныҡҡан бөркөттәр бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Отставкалағы майор, Ҡыҙыл йондоҙ ордены кавалеры Алик Әсхәт улы тыуған яғына ҡайтҡас та тормошон өр-яңынан башларға үҙендә көс таба. Түбәнге Сереккүл мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләүсе Яңы Күктау ауылы һылыуы Флидә Ғәҙелйән ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ебәрә. Атай нигеҙен ҡоротмайынса, тыуған ауылында төпләнәләр, Алина исемле ҡыҙҙары үҫә. Тыуған яғының матурлығына һоҡланып, илдең именлегенә шөкөр итеп йәшәй кисәге летчик. Умарта тота, баҡса сәсә, мал аҫрай. Үҙ эшен асып ебәргән, әле тәжрибә туплай, баҙар шарттарын өйрәнә.
Әйткәндәй, Алик ағай үҙенең тырышлығы һәм һөнәре менән ике ҡустыһына ла өлгө була. Радик менән Рәфис Рахмановтар ҙа осоусы һөнәрен һайлай. Бергә һанаһаң, уларҙың осоу стажы бер быуаттан ашып китә. Радик та оҙаҡ йылдар Алыҫ Көнсығыш хәрби округында хеҙмәт итә, ике тапҡыр Афғанстанға оҙатыла. Ҡыҙыл йондоҙ, 2-се дәрәжә Хәрби хеҙмәт ордендары кавалеры хәҙер хаҡлы ялда, Борай районында йәшәй. Ә Рәфис, Боғорослан осоу училищеһын тамамлап, Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй.
Ауыл өсөн йән атып йәшәгән Әсхәт ағай улдарының күңеленә мулдан илһөйәрлек тойғолары сәсеп ҡалдырған. Улар үҙ һөнәрҙәре менән ил тыныслығы, именлеге өсөн оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»