НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (16-22 ғинуар)

Йондоҙнамә (16-22 ғинуар)


Йондоҙнамә (16-22 ғинуар)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала шикле кешеләрҙән, таныш булмаған урындарҙан арыраҡ булыуығыҙ хәйерле. Дошмандарығыҙҙың үҙҙәре хаҡында уйламаған яҡтан белдереүе ихтимал. Эшегеҙҙә күрһәтелгән әүҙемлек зыян ғына килтерер һымаҡ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башында ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ бар. Улар кеше аҡсаһы менән бәйле булыр. Йыйылып киткән эштәрегеҙ ҙә артҡа һөйрәр. Шаршамбылағы хәл тормошоғоҙға тағы ла буталсыҡ өҫтәр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәлә ҡалҡып сығыуы ихтимал. Уны аңлар­ға һәм тейешенсә хәл итергә тәжрибәгеҙ етер һымаҡ. Кеше араһында абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Яҡын-тирәгеҙҙә ышанысһыҙ кешеләр күбәйер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һеҙҙең тирәләге хәлдәр үтә үҙгәреүсән булыр. Шишәмбелә сәйер, һис тә аңлай алмаҫлыҡ ваҡиғаларға осрарһығыҙ. Уларҙың асылын һәм мәғәнәһен байтаҡ ваҡыт үткәс кенә аңларһығыҙ. Йомала ишеткән хәбәрҙе сер итеп тотоуығыҙ хәйерле.

Буға (21.04 – 21.05)
Матди хәлегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртергә мөмкинлектәр сығып торор. Тырышлыҡ күрһәтергә генә кәрәк. Шаршамбыла яҡын кешегеҙҙең ҡылыҡтары эсегеҙҙе бошорор. Ғөмүмән, был арала күңел тыныслығын һаҡларға тырышығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна ҡәҙимгесә килер. Ҡайһы саҡ хәҡиҡәтте – ялғандан, йүнлене йүнһеҙҙән айырыуы ҡыйын булыр. Шишәмбелә ниндәйҙер бүләк йәки аҡса алыуығыҙ бик мөмкин. Яҡын көндәрҙә бүтән матди килем көтөлмәй.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор бер ҙә еңел булырға оҡшамай. Аҡса менән бәйле ҡыйынлыҡтар күбәйер. Кемдер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Кесе йомала яҡындарығыҙ менән арағыҙ ҡапыл боҙолоп китер. Бар хәлдә лә тыныслыҡ һаҡлағыҙ, түҙемлек күрһәтегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эргәгеҙҙә кемдер һеҙгә ҡаршы аҫтыртын эшмәкәрлек алып бара һымаҡ. Шишәмбелә быны асыҡ күрерһегеҙ. Шулай ҙа эштәрегеҙ һәүетемсә генә барған кеүек. Аҙна аҙағы ғына мәшәҡәттәр күплеге менән айырылып торор.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала үтә һаҡ булығыҙ. Бәләкәй нәмәләр ҙә иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалмаһын. Мәсьәләләрҙе хәл иткәндә күңел-кәйефкә түгел, аҡыл-тәжрибәгә генә таянығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, аҙна һәйбәт үтер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр тигеҙ һәм тыныс килер. Шаршамбыла ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешене ситкә типмәгеҙ. Изге эштең сауабы икеләтә әйләнеп ҡайтыр. Йома айырыуса уңышлы көтөлә. Осорҙан бик ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Осор һаулығығыҙҙы нығытыу өсөн бик һәйбәт. Үткән етди кисерештәр яйлап онотолор. Өйҙә лә, эш урынында ла мөнәсәбәттәр яҡшырыр. Ниндәйҙер туғанығыҙҙан аҡса алыуығыҙ мөмкин. Матди хәлегеҙ ҡәнәғәтләнерлек булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һеҙҙе көсөргәнешле көндәр көтә. Яҡшы таныш булған эш тә ҡыйынлыҡ менән барыр. Эшегеҙҙең һөҙөмтәләрен кемдер етди тәнҡитләр кеүек. Үҙ фекерегеҙҙә ныҡ торорға кәңәш ителә. Йомалағы хәл кәйефегеҙҙе бер аҙ күтәрер.

Сығыу ваҡыты 17-01-2017, 16:06 | Ҡаранылар: 692
|
  • Йондоҙнамә (5-11декабрь)
  • Йондоҙнамә (21-27 ноябрь)
  • Йондоҙнамә (6 июнь - 12 июнь)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Йондоҙнамә (23 май - 29 май)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?
  • Хәниә Фәрхиҙең вафатына бер йыл...



  • Радио Юлдаш FM