НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Мин тормошта етди кеше”

“Мин тормошта етди кеше”


“Мин тормошта  етди кеше”
йәки Марат Зөбәйеров гел генә күңелле йәшәйме?

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артис­тары “Күңелле йәшәйбеҙ” проекты аша беҙгә күптән туғандарыбыҙ кеүек яҡын кешеләргә әйләнеп өлгөр­ҙө. Айырыуса бер ҡатлы студент Алмас Шәрипов ролен уйнаусы йәш актер Марат ЗӨБӘЙЕРОВТЫ һәр кем яҡын күрә. Ҡарашы, мимикаһы, хәрәкәте, ҡылыҡ-фиғеле менән образына инеп киткән Маратты етди кеше булараҡ ҡабул итеүе ауыр. Бөгөн уның менән ижад, театр һәм кино тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Марат, һин ҡайһы яҡ кешеһе? Артист булырға бала саҡтан хыялландыңмы?
– Ауырғазы районының Ишле ауылынанмын. Ябай ғаиләлә тыуып үҫтем: әсәйем тәүҙә хат ташыусы, балалар баҡсаһында тәрбиәсе, аҙаҡ дауаханала ашнаҡсы булып эшләне. Атайым – ғүмере буйы механизатор булып эш­ләп, хөрмәт яулаған кеше. Әле икеһе лә хаҡлы ялда. Сәхнә тураһында хыялландым, тик артист булараҡ түгел. Әсәйем, йыр-моң яратҡан кеше булараҡ (ул гел гармунда уйнар­ға теләгән, тик хыялы тормош­ҡа ашмай ҡалған), биш йәшемә гармун бүләк итте. Уйнарға өйрәнеп, балалар баҡсаһында уҡ сығыш яһап йөрөнөм. Мәктәптә уҡыған саҡта инде мәҙәниәт йортонан ҡайтып инмәй торғайным. Үҙемде һәр ваҡыт музыкант итеп күрергә теләнем. Тик музыка белемем булмағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының баян класына уҡырға алманылар. Кем­деңдер ҡотҡоһо менән ошо уҡ уҡыу йортоноң театр бүлегенә документтарымды тапшырҙым. Өс йыл Рафаэль Сәлих улы һәм Нәйлә Тимербай ҡыҙы Самиковтарҙа уҡып, ҡулыма “халыҡ театры режиссеры” тигән диплом алдым.
– Белеүемсә, Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә кисәге мәктәп уҡыусыларын алыр­ға тырышалар. Ә һин режиссер белеме менән актерлыҡҡа дәғүә иткән­һең...
– Осраҡлылыҡ ярҙам итте. Техникумды тамамлағанда диплом спектаклдәрен ҡарарға сәнғәт институтының арҙаҡлы шәхесе, профессор Фәр­дүнә Ҡасимова килгәйне. Ул минең уйнауымды күреп, үҙҙәренә имтихан бирергә саҡырҙы. Ошо осрашыу, саҡырыу булмаһа, үҙем ғүмерҙә лә институтҡа уҡырға барыр­ға батырсылыҡ итмәҫ инем, моғайын. Тыуған ауылыма ҡайтып, мәҙәниәт йортонда эш башлар­ға уйлай инем. Ә саҡырыу булғас, ҡуш ҡуллап риза булдым һәм диплом алыу менән Өфөгә сығып киттем. Бәхетемә күрә, Стәрлетамаҡ театры өсөн Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы йыйған махсус төркөмгә эләктем. Тәнҡитте ҡабул итергә, үҙ өҫтөңдә эшләргә, губка кеүек һәр дәрес­те күңелгә һеңдерергә өйрәтте ул. Сәхнәлә эшләү бәхетем өсөн ошо шәхескә рәхмәтлемен.
– Ә Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙын ниндәй ролде уйнауың әсир итте?
– Диплом спектаклендә Мостай Кәримдең “Са­лауат” трагедияһында төп ролде тапшырғайнылар.
– Һине “зәңгәр экран” аша “Күңелле йәшәйбеҙ” проектында гел комик образда күреп өйрәнгәнбеҙ. Салауат ролендә күҙ алдына килтереүе ауырыраҡ...
– Ысынлап та, актерҙы бер типтағы ролдәрҙә йыш күреү уның башҡа образдарҙа уйнауын ҡабул итеүгә ҡамасаулай. Үҙем­де төрлө яҡтан һынағым килә, етди йәки лирик ролдәрҙе лә уйнай алам.
– һин тормошта ла шаян кешеме?
– Юҡ. Тормошта ситтән күҙәтеүсе, етди, шау-шыуҙы яратмаған, оялсан кешемен. “Һин бит артист, һөйлә әле берәй анекдот!”– тиһәләр, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Иғтибар үҙәгенән ҡасырға ты­рышам. Магазинда, дауаханала күптәр нин­дәй­ҙер шаяр­тыуҙар, алдашыуҙар менән сиратһыҙ үтеп китә, ә мин, киреһенсә, танымаһалар ярар ине, тип шым ғына ултырырға тырышам. Ә сәхнәлә рәхәтләнеп, донъямды онотоп шаярам, уйнайым. Тормошта талантымды бер осраҡта ҡулланам: балалар менән уйнағанда. Туғандарым, үҙемдең улдарым булһынмы, хатта таныш булмағандар менән дә, эт, бесәй, маймыл кеүек ҡыланып, бергә шаярып, уларҙың күңелен асам.
– Ә балалар менән эшләргә, улар өсөн ниндәйҙер театр студияһы асырға теләгең юҡмы?
– Минең бит режиссер тәжрибәм юҡ, уҡып бөтөүемә лә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Актер булараҡ үҙемде тапҡанмын. Шуға күрә балалар менән эшләргә ҡурҡам. Бәлки, мин уның талантын аса алмаҫмын йәки дөрөҫ йүнәлеш бирмәҫмен. Был – оло яуаплылыҡ. Ә инде ниндәйҙер ярҙам кәрәкһә, баш тартмайым. Уҡыған саҡта мәктәптәргә, халыҡ театрҙарына ҡулдан килгән тиклем ярҙам күрһәтергә тура килде.
– Хәҙер күп йырсы, артист табынсы (тамада) булып, өҫтәмә килем ала. Был эш ҡулыңдан килер инеме?
– Моғайын, булдыра алыр инем. Театрҙа, Аллаға шөкөр, ролдәрем күп, сәхнәлә йыш уйнайым. Шуға күрә өҫтәмә эш менән шөғөлләнергә ваҡытым етмәй. Ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай. Миндә яуаплылыҡ тойғоһо көслө, булыр-булмаҫ итеп күп эшләгәнсе, матур итеп бер эште атҡарам.
– Бөгөн исем алыу өсөн ҡайһы бер ижад кешеләре ниндәй генә интрига ҡормай...
– Мин ҡайҙалыр уҡығайным: актерға юғары исем бирелә икән, тимәк, уға театрҙан китергә ваҡыт еткән. Ижад кешеһе исем алған һайын ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә, ауырая. Бәлки, ауылдаштар, туғандар алдында йөҙ ҡыҙартмаҫ өсөн, хаҡлы ялға китер алдынан тәҡдим итһәләр, баш тартмаҫмын. Ә әлегә мин йәш, дәртле, көслө, исемдәр кәрәкмәй. Тамашасылар һөйөүе – иң юғары баһа. Мине икенсе нәмә борсой: ауылдаштарым, таныштарым сәхнәлә уйнауымды күргәне юҡ. Элек гастролдәргә йөрөгән актерҙарҙы бөтә республика, күрше төбәктәр кешеләре белгән. Әле үҙебеҙҙе халыҡҡа барып етмәгән кеүек тоям.
– Тимәк, элекке кеүек, 30 – 40 көнлөк гастролдә йөрөргә теләй­һең?
– Айлап булмаһа ла, ра­йондар­ға аҙналап йөрөүҙән баш тартмаҫ инем. Ғаиләмде яратам, күрмәй торһам, һағына башлайым. Өлкән быуын артистары һөйләгәнсә, балаларҙы эйәртеп, аслы-туҡлы йөрөтөргә лә риза булмаҫ инем. Ул­да­рым­дың мөмкин тиклем уңайлыҡта үҫеүен теләйем.
– Ҡатының ниндәй һөнәр кешеһе? Уның менән ҡайҙа таныштығыҙ?
– Ауылға ҡайтҡан саҡта, аяғымды ауырттырып, район дауаханаһына эләктем. Римма шәфҡәт туташы булып эшләй ине, шунда таныштыҡ. Бер йыл дуҫлашып йөрөп ғаилә ҡорҙоҡ, ике улыбыҙ үҫә. Бер-беребеҙгә ышанып, хөрмәт итеп, яратып йәшәйбеҙ. Ҡатыным һөнәремдең үҙенсәлектәрен аңлап ҡабул итә, шуғалыр ҙа өйҙә көнләшеү сәбәпле тауыш-тартыш сыҡҡаны юҡ. Ул уйнағанымды ярата, театрға йыш йөрөй.
– Таныштарың араһында һинең һөнәреңде етди ҡабул итмәүселәр осраймы?
– Эйе, бигерәк тә ауылдаштарым араһында. “Кү­ңелле йәшәйбеҙ” проекты эфирға сыҡҡансы: “Ҡайҙа эшләйһең әле? Ә-ә-ә, әртис! Йә, берҙе йырлап ебәр! Как йырламай­һың? Бейемәйһең дәме? Улай­һа, шиғыр һөйләп күрһәт инде!” – тигән һөйләшеүҙәр булғыланы. Спек­таклдәрҙә йырларға ла, бейергә лә тура килде, тик бер ваҡытта ла йырсы йәки бейеүсе булараҡ сығыш яһаманым. Ауыр була торғайны, ояла инем. Хәҙер инде хәл бөтөнләй үҙгәрҙе, “зәңгәр экран” аша нисек уйнауымды күреп, һоҡланыуҙарын белдерә башланылар. Минең осраҡта камера тылсымлы таяҡ ролен уйнаны.
– Күңелеңә театр яҡынмы әллә кино сәнғәтеме?
– Театр. Спектаклде сәхнәгә сығарыу процесы оҡшай, уйнар­ға яратам. Ә үҙемде фильмдарҙа ҡабул итә алмайым, ҡарамаҫҡа тырышам. Әммә тәжрибә туплау йәһәтенән бер ваҡытта ла кинола тө­шөүҙән баш тартмаясаҡмын. Спектаклде ун йыл уйнарға мөмкин, ошо ҡала, яҡын-тирәләге ра­йондар халҡы һине ҡарай, һирәкләп гастролгә сығабыҙ. Ә киноға бер тапҡыр төшәһең, бөтә ил ҡарай ала. Был йәһәттән Руслан Юл­таевтың беҙҙең театрға эшкә килеүе актерҙар өсөн отошло булды. Ул театрҙы тағы ла юғары күтәрҙе, уның ярҙамы менән актерҙар киң танылыу яуланы.
– Үҙеңде башҡа һөнәрҙә һынап ҡарағың килмәйме?
– Мин сәхнәнән башҡа ерҙә эшләй алмаҫ инем. Күңелем дә ятмаҫ, ҡулымдан да килмәҫ. Тик һәйбәт актер булыу өсөн үҫергә, һәр ваҡыт өйрәнергә кәрәк. Ул йәһәттән Стәр­летамаҡ ҡалаһы бәләкәй: рус театры һәм беҙ. Баш ҡалабыҙҙың, Татар­стан­дың, Мәскәүҙең театрҙарына йөрөп, үҙем өсөн яңылыҡтар асҡым килә. Төрлө быуын артистарының уйнағанын ҡарау ҙа – оло мәктәп. Төрлө режиссер менән эшләргә теләгем бар. Өйрәнергә, үҫергә тигән маҡсат ҡуйғанмын.
– Артист булыр өсөн ниндәйҙер батырлыҡ яһар­ға тура килдеме?
– Батырлыҡ тип әйтмәҫ инем, ә ҙур тырышлыҡ яһаным. Мин, татар телле ауылда тыуып үҫкән кеше, мәҙәниәт техникумында ла, сәнғәт институтында ла башҡорт төркөмөндә уҡыным. Шуға күрә тырышып-тырмашып телде өйрәндем. Миңә еңел булһын өсөн хатта атай-әсәйем дә өйҙә башҡортса һөйләшергә тырышты. Ярты китапхананы уҡып бөттөм, шиғырҙар ятланым, әммә матур итеп һөйләшергә, башҡортса фекер йөрөтөргә өйрәндем. Хәҙер инде малайҙарым менән бергә уҡыуҙы дауам итәм.
– Һине хәҙер тамашасы “Күңелле йәшәйбеҙ” тапшырыуынан Алмас булараҡ белә. Бер үк типаж үҙеңә “йәбешер” тип ҡурҡмайһыңмы? Тамашасы өйрәнеп китер ҙә, етди ролдә ҡабул итә алмаҫ...
– Ҡурҡам. Дөрөҫөн әйткәндә, алты йыл буйы бер үк типажда уйнау ялҡыта. Минән алда күҙҙәр, мимика эшләй башлай. Та­машасылар шуға ҡарап, мине таный. Инде йәшем дә бара, студент роле миңә хас булмай башланы. Шуға күрә ваҡытлыса был проект туҡталды. Руслан Юлтаев беҙҙе икенсе яҡтан күрһәткән фильмдар, сериалдар төшөрөргә тотондо. Ми­нең өсөн дә яңы ролдәр бар. Киләсәктә тамашасы бөтөнләй башҡа образда күрер тип ышанғы килә.

Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште.

Сығыу ваҡыты 15-12-2016, 15:13 | Ҡаранылар: 563
|
  • Бер ғаиләлә – дүрт актер
  • “Тырышһаң, һәр эште атҡарырға була” йәки Осраҡлы һайланған һөнәр
  • Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
  • Актер, йырсы, шәп атай йәки Фәтих Ҡолһарин ни өсөн Салауатта эшләй?
  • Айнур Асҡаров ни өсөн Мәскәүҙә уҡымаған?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM