НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (12-18 декабрь)

Йондоҙнамә (12-18 декабрь)


Йондоҙнамә (12-18 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ауырлыҡтар осраһа ла, бирешмәҫһегеҙ. Файҙалы һәм өмөтлө аралашыуҙар көтөлә. Кешеләрҙе аңлауы еңеләйер. Улар ҙа һеҙгә һәр саҡ ышаныс менән ҡарар. Йомалағы үҙгәрештәр тик яҡшыға булыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Уҡып йөрөгәндәр өсөн көсөргәнешле осор башланыр. Шишәмбеләге хәлдәр тиҙ асыҡланмаҫ, ваҡиғалар барышын бер аҙ көтөргә тура килер, моғайын. Бәғзеләр икенсе эшкә күсеү тураһында йышыраҡ уйланыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Шәхси тормошоғоҙҙо сер итеп һаҡларға тырышығыҙ. Ҡыйынлыҡтар осрап торор. Уларҙың бәғзеләрен урап үтергә эске тауышығыҙ ярҙам итер. Кеше аҡсаһы менән эш итергә тура килер, бәлки. Был йәһәттән һаҡ булығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор барышында эштәрегеҙ күбәйер. Уларҙы тәртипкә килтермәһәгеҙ, өлгөрөүе бик ауыр буласаҡ. Шаршамбыла туғандарығыҙҙан ниндәйҙер яңылыҡ ишетерһегеҙ. Кесе йома етди мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы.

Буға (21.04 – 21.05)
Барыһы ла яҡшы барыр. Кешеләр менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Бәғзеләр ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын күрер. Кесе йомала бер ҙә уйламаған хәлгә юлығыуығыҙ ихтимал.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала элегерәк башлаған ҙур эшегеҙҙе уңышлы тамамларһығыҙ. Шаршамбыла һеҙҙе ниндәйҙер иҫтә ҡалырлыҡ уңыш, кәйеф күтәрерлек ваҡиға көтә. Ғөмүмән, аҙна үткәндән фәһем алыу өсөн уңайлы.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Әүҙемлегегеҙ артһа ла, ҡайһы бер эштәргә көсөгөҙ етмәүе лә ихтимал. Ғөмүмән, аҙна тыныс үтер, бер аҙ хәл йыйырһығыҙ. Шаршамбы ғына мәшәҡәтле көтөлә, бар һөйләшеүҙәр файҙаһыҙ булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Шәхси тормошоғоҙҙа ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Кемдер эштәрегеҙгә ҡыҫылырға самалай һымаҡ. Кесе йомалағы ваҡиғалар мотлаҡ ҡыуандырыр. Аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҡса менән бәйле эштәрегеҙ яҡшы барыр. Яңы килем сығанағы табырһығыҙ. Шулай ҙа йондоҙҙар аҙнаны артыҡ көсәнмәй үткәрергә кәңәш итә. Күберәк ялға һәм үҙегеҙгә иғтибар биреүегеҙ дөрөҫ булыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡатмарлы осор. Үҙегеҙҙе хаҡлы һанаһағыҙ ҙа, дәғүәләргә инмәҫкә тырышығыҙ. Төп эшегеҙҙә етәкселәрегеҙ күҙенә артыҡ күренмәгеҙ. Һуңғы ваҡытта уйлап йөрөгән ҙур эште бер аҙға кисектерергә тура килер. Йомала алданыуҙан һаҡланығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Донъя мәшәҡәттәре һеҙҙе бар яҡтан да уратып алыр. Яҡындарығыҙҙың ярҙамына өмөт итмәгеҙ, барыһын да үҙегеҙ эшләгеҙ. Был арала бурысҡа аҡса алһағыҙ, ҡайтарыуы ҡыйын булыр. Башҡаларға хәлегеҙҙе белдермәҫкә тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Йондоҙҙарҙың ярҙамын һәр саҡ тойоп йәшәр­һегеҙ. Быны эске тауышығыҙ белдереп торор. Ниндәйҙер серҙәрҙе, элек белмәгән нәмәләрҙе аңлауығыҙ ихтимал. Шишәмбеләге хәлдәр һеҙ уйлағанса тамамланыр.

Сығыу ваҡыты 13-12-2016, 11:27 | Ҡаранылар: 474
|
  • Йондоҙнамә (5-11декабрь)
  • Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)
  • Йондоҙнамә (14-20 ноябрь)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Йондоҙнамә (4 – 10 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM