RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юлсыларға изге ҡапҡа ул Иҫке Бәшир

08.12.2016 Юлсыларға изге ҡапҡа ул Иҫке Бәшир

Юлсыларға изге ҡапҡа ул Иҫке БәширБаш ҡаланан Саҡмағошҡа юлланған һәр кемде Иҫке Бәшир ауылы ҡунаҡсыл ҡапҡа булып ҡаршы ала: районға илткән оло юлда иң тәүҙә ошо ауыл осрай. Матур йорттар, төҙөк урамдар, йәшел туғай менән биҙәлгән Сәүәҙе йылғаһы һәм, әлбиттә, эшкә тырыш, аралашыуға ихлас кешеләр – бындай матурлыҡҡа тап булыусылар бер нисә минутҡа ғына булһа ла туҡталып, Иҫке Бәширгә һоҡланыулы ҡараш төбәп, сәләм күндереп китәсәк. Ә изге йорт – мәсеттән яңғыраған аҙан тауышы улар­ҙы хәйерле юл теләп оҙатасаҡ.
Ауыл үҙенең татыулығы менән дә дан тота: элек-электән башҡорттар, татарҙар күпләп йәшәһә, һуңғы йылдарҙа бер нисә әрмән, тажик, үзбәк ғаиләһе күсеп килгән. Бар милләт халҡы ла бер-береһенә ярҙам итеп берҙәм йәшәй, уртаҡ байрамдар ойоштора.

Белем юлы бынан башлана
Бөгөн Иҫке Бәшир ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 101 бала белем ала. Күрше Яңы Ихсан, Яңы Ҡалмаш, Иҫке Ихсан, Яңы Йомран, Ташҡалмаш, Яңы Бәшир ауылдарынан килеүсе уҡыусыларҙы мәктәптең өс автобусы йөрөтә. Быйыл 11-се класта алты бала уҡый, ә 1-сегә ун бала килгән. Киләһе бер нисә йылда ла уҡыусылар һаны артыуы көтөлә. Белем биргән 15 уҡытыу­сының икеһе юғары категориялы. Һуңғы ике йылда биш йәш белгес эшкә килгән, уларҙы дәртләндереү өсөн район хакимиәте лә, мәғариф бүлеге лә һәр яҡтан ярҙам ҡулы һуҙыр­ға әҙер. Тик йәштәр ауылда төпләнергә, балаларға белем бирергә теләк кенә белдерһен. Ә балалар­ҙа белемгә ынтылыш көслө: ауылдан 25 студент юғары уҡыу йорттарында уҡый.
– Мәктәбебеҙҙә хәл итә алмаҫлыҡ бер генә проблема ла юҡ. Һәр ваҡыт урындағы етәкселәрҙең ярҙамын тойоп эшләйбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең мәктәпте тамамлаған, юғары урындарҙа эшләгән элекке уҡыусыларыбыҙҙың ярҙамы ҙур. Төрлө саралар үткәрергә, тырыш уҡыусыларға дәртләндереү бүләктәре тапшырырға ныҡлы матди база булдырған улар. Мәҫәлән, “Алтын тирмән” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы етәксеһе Азат Абдуллин атаһы, оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Ришат Сирай улы хөрмәтенә фонд булдырҙы. Был фонд йыл һайын бар яҡтан да алдынғы булған һәм ярҙамға мохтаж бер уҡыусыға Ҡара диңгеҙ буйына ике аҙналыҡ юллама бүләк итә торғайны. Ә һуңғы ике йылда ун (һәр кластың иң алдын­ғы уҡыусыһы) бала өсөн “Хазина-тур” ойошмаһы менән берлектә Ҡазан ҡалаһына экскурсия ойошторҙо. Унан үрнәк алып ауылдашыбыҙ, полиция подполковнигы Илнур Зафир улы Садиҡов та мәктәп уҡыу­сыларына велосипедтар алып бирҙе. Был уңыштар, ҡаҙаныштар менән оҙаҡ йылдар ошо мәктәп директоры булып эшләгән Мәнзүрә Йәүҙәт ҡыҙы Нәбиеваға рәхмәтлебеҙ, – тип оло ғорурлыҡ менән һөйләне мәктәп директоры Гөлгөнә Зиннур ҡыҙы Бикмөхәмәтова.
Мәктәп бинаһы 1978 йылда төҙөлгән, 2008 йылда капиталь ремонт эштәре үткән. Һәр кабинет интернет селтәренә тоташҡан, туғыҙ уҡытыусыға дәрестә ҡулланыр өсөн шәхси ноутбук тап­шы­рыл­ған. Ә башланғыс класс дәрестәрендә интерактив таҡта ҡулланыла (уның берәүһен ошо мәктәпте тамамлаусы, “Газ­пром га­зораспределение Өфө” асыҡ акционерҙар ойошмаһы директоры урынбаҫары, техник фәндәр кандидаты Өлфәт Мостафин бүләк иткән). Хеҙмәт дәресенә малайҙар өсөн махсус йыһазландырылған ағас эшкәртеү оҫтаханаһы бар, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙар ундай бәхеттән мәхрүм. Улар өсөн әлегә теген машиналары ла, электр плиталары ла юҡ. Мәктәптең филиалы булған балалар баҡсаһына быйыл 20 бала йөрөй. Өс хеҙмәткәр балалар­ҙың һаулығы, хәүефһеҙлеге һәм мәктәпкә әҙерлеге өсөн яуап бирә.

Бында батыр улдар тәрбиәләнә
Саҡмағош районынан өс Советтар Союзы геройы сыҡһа, уларҙың береһе Иҫке Бәшир ауылында тыуып үҫкән. Ғабдрахман Хәким улы Ла­типовтың батырлығын ауылдаштары бөгөн дә оло хөрмәт менән иҫкә ала. Мәктәп алдында уның бюсы урынлашҡан, унда йыл һайын Еңеү көнө һәм башҡа байрамдар үтә, мәктәп уҡыу­сылары йыл әйләнәһенә тирә-яғын тәртиптә тота, йәй көнө сәскәләр үҫтерә. Батыр тыуған йортта ҡасандыр музей ҙа ойошторолған булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, документтар менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡас, бер нисә йыл элек ул ябыла.
Ауылдың йәш егеттәре, үҙҙәренең батыр нәҫеленән булыуын аҡлап, сәләмәт тормош алып барырға ты­рыша. Спортсылар күп бында. Мәк­тәп уҡыусылары саңғы, спорт инвентары менән тулыһынса тәьмин ителгән. 2012 йылда иҫке бәширҙәр республиканың “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнашып, көрәш келәме менән бүләкләнгән. Тап шул йылдарҙа элекке һабантуй батыры (ул үҙ ғүмерендә ете һарыҡ менән бүләкләнгән кеше) Хәдит Хәкимйән улы Хәсәнов үҙе эшләгән мәҙәниәт йортонда көрәш түңәрәге асып ебәрә.
Хәйер, Хәдит ағай 1982 йылда уҡ ауылдың бер төркөм егетен туплап, милли көрәш алымдарын өйрәтә башлаған була. Төрлө сәбәптәр арҡаһында туҡтаған эшен 15 йыл үткәс, мәктәп балалары менән тергеҙеп ебәрә. Дүрт йыл ғына шөғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, матур күрһәткестәр яуланған да инде. Рөстәм Батыргәрәев – спорт мастерына кандидат, Размик Сураянға ла тренер ҙур өмөт бағлай. Үткән аҙнала ғына улар республика кимәлендәге тур­нир­ҙа призлы урындар яулаған. Тик, олоғайыу сәбәпле, Хәдит Хәкимйән улы быйыл түңәрәк эшенән баш тарт­ҡан. “Балалар менән эшләү өсөн таһыллыҡ та, сослоҡ та кәрәк. Олоғайған кешегә ауырға тура килә. Минең башлаған эшемде дауам итеүсе йәштәр табылһа, күңелем тыныс булыр ине”, – ти ул.
Хәдит ағайҙы универсаль кеше тип тә атарға була: көрәшсе, уңған хужа, иҫ киткес талантлы гармунсы, бейеүсе, артист. Оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын баш­ҡар­ған, хаҡлы ялға сығыуына бер йыл ғына ваҡыт үткән. Заманында биш йыл рәттән Яңауыл ерендә ойошторолған “Тальян байра­мы”нда ҡат­наш­ҡан. Ауылда тәүгеләрҙән булып бейеүселәр ансамблен дә, театр түңәрәген дә, вокаль-инструменталь төркөм дә ойоштор­ған. Эшләү дәүерендә 28 спектакль сәхнәләштергән, уларҙа төп ролдәрҙе уйнаған. Тирә-яҡ ауылдарҙа ғына түгел, ә яҡын райондарҙа ла уны белмәгән кеше юҡ. Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар” драмаһында 47 ауылдашының ҡатнашҡанын иҫәпкә алғанда, Иҫке Бәширҙә талантлы кешеләрҙең күплеген аңларға була.
Хәдит ағай ҡатыны Лида апай менән бергә 40 йылдан ашыу ғүмер итә, ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бәләкәсе Марсель дә көрәштә бил бирмәй.

Талсыбыҡ мөғжизәһе
Һәр ауылда үҙе белгәнде баш­ҡалар­ға ла өйрәтеүсе оло быуын кешеләре була. Риф олатай Сөләймәнов районда тал үреү оҫтаһы булып танылған. Кем генә мөрәжәғәт итмәһен, ул үҙ кәсебен ҙур теләк менән өйрәтә.
83 йәшлек аҡһаҡал был шөғөлгә бала саҡта, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа өйрәнә. “Аллаға шөкөр, бөгөн муллыҡта йәшәйбеҙ. Талдан үрелгән ситән кәрәкмәй, ишек алдын матур рәшәткәләр биҙәй. Эшләгән ваҡ-төйәктәрҙе лә күберәген таныштарыма бушлай бирәм. Әммә ата-бабаларҙың оҫталығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ”, – ти ул. Шуға ла мәктәп балаларына оҫталыҡ дәрестәре бирә, балыҡсыларға ла мурҙа үрергә өйрәтә. Сәүәҙе, Сермәсән йылғаларында балыҡ күп булғас, мурҙаға һорау һәр ваҡыт ҙур бында. Олатай үҙе лә “заядлый” балыҡсы икән. “Килерегеҙҙе белһәм, бер табалай балыҡ тотоп торор инем”, – тип шаяртып та алды. Мурҙанан тыш, ҡош-ҡорт ояһы, кәрзин һораусылар ҙа байтаҡ, тик мәшәҡәтле эш (йәш талды үрмәгә әҙерләү ваҡыт талап итә) оло кеше өсөн ауырға тура килә. Йылдан-йыл һирәгерәк ала ҡулына яратҡан шөғөлөн.
Риф олатай ғүмере буйы механизатор булып эшләгән, 43 йыл хеҙмәт стажы бар. Ҡатыны Флүрә инәй (хәҙер инде мәрхүмә) менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләгәндәр. Улар барыһы ла тыуған ауылында төпләнгән.

Мәҙәни усаҡ, китап йорто
Иҫке бәширҙәр эшһөйәр, егәрле халыҡ. 190 йортта 500-ләп кенә һыйыр малы тотола. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр күп, мәктәптә лә ошо йүнәлештә дәрестәр үтә. Эшһеҙлек проблемаһы ла ауылды ситләп үтә: бында һөт пакетлау цехы (ун эш урыны), “АРС” теплицаһы (100 эш урыны, уртаса эш хаҡы – 25 мең һум), ашхана, һөтсөлөк фермаһы (малсылар һәм һауынсылар 15 – 30 мең һум эш хаҡы ала) эшләй. Ауылда ҡалырға теләгән йәш ғаиләләр өсөн төрлө дәүләт программалары эшләй, ауыл советында улар буйынса тулы консультациялар бирелә.
Тырыш, егәрле халыҡҡа лайыҡлы ял булырға тейеш икәнен беләбеҙ. Был йәһәттән дә бәширҙәр алға киткән. Зауыҡ менән биҙәлгән, йыһазландырылған, тулыһынса төҙөкләндереү эштәре үткән мәҙәниәт йорто – ауыл халҡының яратҡан урыны. Ә моделле китапхана үҙенең фонды (бында йәнең теләгән темаға китап табырға була, етмәһә, ауылда күп милләт вәкилдәре йәшәүен иҫәпкә алып, төрлө телдәрҙәге гәзит-журналдар килә), биҙәлеше, иркенлеге менән хайран ҡалдыра. Мәрйәм Әсҡәт ҡыҙы Смакованың, Тамбов өлкәһендәге китапхана текникумын тамамлап, эш башлауына 31 йыл үтеп тә киткән. Мәҙәниәт йорто менән берлектә сәләмәтлек дәрестәре, әҙәби кисәләр, концерттар, мәҙәни саралар ойошторола. Мәҙәниәт йортон оҙаҡ йылдар эшләүсе Владик Хаматгәрәй улы Рамаҙанов етәкләһә, үткән йыл йәш белгес Миләүшә Кәримова художество етәксеһе булып эш башлаған.
Беҙ ауылға килгән көндө мәҙәниәт йорто, китапхана һәм ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Әсә көнө уңайынан “Әсәй тигән бөйөк кеше бар” тип аталған матур сара ойошторғайны. Ауыл шағирәләре Миңһылыу Исҡужина һәм Лилиә Сөләймәнованың шиғыр юлдары, Гүзәл Хәйруллинаның йырҙары, Миләүшә Кәримованың дәртле бейеүе, балалар баҡсаһының йәш таланттары сығышы кисәгә йыйылған әсәйҙәр өсөн иң ҙур бүләк булды. Өс балаға ғүмер бүләк итеүсе әсә, тыл ветераны, 90 йәшлек Нурдидә инәй Батыргәрәеваға ауыл биләмәһе башлығы Рәмзиә Вәлиева ауылдаштары исеменән изге теләктәрен еткерҙе һәм Рәсәй Прези­денты Владимир Путиндың ҡотлау хатын һәм бүләк тапшырҙы. Күҙҙәре йәшкә тулған ағинәй ихлас күңел менән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Гөлдәр, ептәр менән биҙәлгән яҙмыш

Ауыл уңғандарының ҡул эштәре күргәҙмәһе менән мәҙәниәт йортонда танышҡайныҡ. Ниндәй генә матурлыҡҡа тап булманыҡ бында: сигелгән ҡулъяулыҡтар, тегелгән күлдәктәр, мәрйендән теҙелгән сәскәләр, бәйләнгән селтәрҙәр һәм башҡалар. Күргәҙмәне ауыл хакимиәтендә эшләүсе Сәйҙә Сәғәҙәт ҡыҙы Бикмиева ойошторған.
Мин Сәйҙә апайҙы кешеләргә ярҙам итеүҙән йәм алған, эшһеҙ сыҙамаған, тынғыһыҙ кеше итеп күрҙем. Һәр кемгә аҡыллы кәңәше, йылы һүҙе, кәрәк урында тәнҡите менән дә дөрөҫ юлды һайларға мөмкинлек биргән ҡатын ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған.
Илеш ҡыҙы Саҡмағош еренә килен булып төшкән. 35 йыл дауамында мәктәптә физика һәм математика фәндәренән белем биргәндән һуң, хаҡлы ялға сыға. Тик тынғыһыҙ күңел өйҙә ятып түҙмәй, быйыл йәй ул ауыл хакимиәтенә эшкә сыға. Ә гөл-сәскәләр үҫтереү һәм ҡул эштәре оҫтабикә өсөн күңел талабы:
– Бәйләм минең өсөн эш түгел, ә йәнгә рәхәтлек, ләззәт бирә торған шөғөл. Әсәйем бер ваҡытта ла магазиндан һатып алынған әйберҙе бүләк итмәне, алырға ла яратманы. Уның өсөн бәләкәй генә, әммә үҙ ҡулдарың менән яһалған әйбер ҡәҙерле булды. Ошо тәрбиә миңә лә күсте: бәйләнгән әйберҙәремде күп осраҡта таныштарыма бүләк итәм. Ә ҡул эштәремә иң шатланған кешеләр: ике ейәнсәрем. Өләсәй, беҙҙәге кеүек күлдәктәр, ойоҡбаштар бер кемдә лә юҡ, тип һөйөнә улар. Уларҙың шатлығынан ҡанатланып, тағы ла яңы моделдәр эҙләйем, тапһам, өйрәнә башлайым.
Сер генә итеп әйтәм, оҫтабикә беҙҙе лә бүләктәре менән һөйөндөрҙө: водителебеҙ Ти­мурға – таҡыя, ә миңә селтәр яға эләкте. Ябай ғына күренгән күлдәгем ошо биҙәктән байрамса төҫ алды.
Берәйһендә бәйләнгән әйбер күрһә, Сәйҙә апай уны, ҡырҡ тапҡыр һүтә-һүтә булһа ла, өйрәнмәйенсә ҡуймай. Китап уҡыу, телевизор ҡарау мотлаҡ бәйләм менән оҙатыла. Ә Бикмиевтарҙың матур йорто гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Петунияның ғына әллә нисәмә төрө үҫә уның баҡсаһында. Орлоҡтар һәм ептәр өсөн аҡса йәлләмәй ҡул оҫтаһы. Киләсәктә ейәнсәрҙәрен бәйләм эшенә өйрәтергә теләй ул.

Сит ерҙәрҙе үҙ итеп
Мәҡәлә башында яҙып үткәнемсә, ауылда төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың күңелендә башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу өсөн был фәндәр уҡытыу­сыһына байтаҡ көс, күңел йылыһы түгергә тура килә. Миңһылыу Жуғәли ҡыҙы Исҡужина сабырлыҡ менән ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, уҡыусылар һәм ауыл халҡы алдында абруй ҡаҙанған.
Ейәнсура районында тыуып үҫкән ҡыҙ, Күмертау педагогия училищеһын тамамлап, Йылайыр районының Анновка ауылында хеҙмәт юлын башлай. 12 йыл дауамында дуҫлашып йөрөгән Хәйбулла егете Ришат менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр (яҙмыш ҡушыуы буйынса ул мәктәптә уҡып йөрөгәндә үк Абзан ауылына ҡунаҡҡа килгәндә буласаҡ ҡатыны менән танышып, дуҫлыҡ тәҡдим итә). Эштән ҡыҫҡартылыу ҡурҡынысы янай башлағас, йәш ғаилә баш ҡалаға юллана. Йылдар дауамында дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йә ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәү, бәләкәй эш хаҡы, билдәһеҙлек күп осраҡта йәштәрҙе борсоуға һала. Оло улдары Рушанға мәктәпкә барырға ваҡыт еткәс, Миңһылыу менән Ришат Өфөгә яҡыныраҡ ауылдарҙан һатып алырға йорт эҙләй башлай. Һәм, бәхеттәренә күрә, юлдары уларҙы Иҫке Бәшир ауылына алып килә.
Бөгөн Исҡужиндар ике ҡатлы яңы йорт төҙөгән, еңел автомобиль һатып алған. Ә оло улдары Рушан Өфө яғыу­лыҡ һәм энергетика колледжының һуңғы курсында белем ала. Баш ҡалала йәшәгән саҡтарында “Тамыр” студияһының “Сәңгелдәк” тапшы­рыу­ҙарын алып барған әрһеҙ, телсәр малай бар яҡтан килгән. Велоспорт буйынса бик күп еңеү яулап, спорт мастерына кандидатлыҡ та яҡлаған. Хатта ярты йыл Италияла йәшәп, махсус спорт мәктәбендә күнекмәләр үткән. Тик киләсәккә етди һөнәр алыу маҡсатында ваҡытлыса спорттан китеп торорға ҡарар иткән. Хәҙер инде уның юлын ҡустылары Ризуан менән Рамаҙан дауам итә. Миңһылыу Жуғәли ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында юғары белем ала, мәктәптә һәм мәҙәниәт йортонда үткән барлыҡ сарала әүҙем ҡатнаша. Илһам ҡошо һайраған мәлдәрҙә, тыуған яҡтарын һағынып, шиғыр юлдары ла яҙып ҡуя. Ә Ришат эштән бушағанда улдары менән йылға буйына балыҡ ҡармаҡларға төшә.
Исҡужиндар ғаиләһе 2008 йылда үткәрелгән “Йәш ғаилә” район конкурсында еңеү яулаған. Ә 2011 йылда Туймазы ҡалаһында республика кимәлендә ойошторолған “Спорт яратҡан ғаилә” бәйгеһендә икенсе урын алып, Саҡмағош данын яҡлаған.
– Һәр кемдең бәхете йөрөр юлдарына яҙылып ҡуйыла, ти. Тормошобоҙ беҙҙе үҙ итеп ҡабул иткән Иҫке Бәшир ауылында үтеүгә һис кенә лә үкенмәйбеҙ. Еңел машина менән асфальт түшәлгән юлдар­ҙан тыуған яҡтарға ҡайтып, туған-тыумаса, бала саҡ дуҫтары менән күрешеү ауыр түгел. Ә ауылыбыҙ Өфөгә яҡын булғас, баш ҡалаға йомошо төшкән таныштарыбыҙ беҙгә килеп етергә лә ваҡыт таба. Шуға күрә, балаһылай күреп, яҡын итеп ҡабул иткән ауылда үҙ бәхетебеҙҙе таптыҡ, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Мәктәп коллективы ярҙамынан ҡалдырмай. Район хакимиәтенән “Ауыл хужалығын үҫтереү” программаһы буйынса аҙ процентлы кредит бирелде, – ти Исҡужиндар.
Бына шулай һәр кемгә бәхет өләшә бәрәкәтле Иҫке Бәшир ере. Ҡунаҡ­сыл ҡапҡа асыла ла, юлсыларҙың күңеленә мәңгелеккә матур хәтирә булып уйылып ҡала. Шуғалыр ҙа унда бер тапҡыр булған һәр кем ҡабат килер мәлен һағынып көтә башлай.


Юлсыларға изге ҡапҡа ул Иҫке Бәшир
Юлсыларға изге ҡапҡа ул Иҫке Бәшир
Юлсыларға изге ҡапҡа ул Иҫке Бәшир
Юлсыларға изге ҡапҡа ул Иҫке Бәшир
Юлсыларға изге ҡапҡа ул Иҫке Бәшир
Юлсыларға изге ҡапҡа ул Иҫке Бәшир

Гөлнур Ҡыуатова










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»