НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)

Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)


Йондоҙнамә (28 ноябрь - 4 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала күптән күрмәгән кешене осратыр­һығыҙ, бәлки. Бынан икегеҙгә лә файҙа булыр һымаҡ. Шаршамбыла кемдеңдер һеҙгә дәғүә менән мөрәжәғәт итеүе ихтимал. Был мәсьәлә буйынса аңлашырға тырышығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төп эшегеҙҙә барыһы ла яҡшы барыр. Бәғзеләргә алыҫ булмаған сәфәргә сығырға тура килер, моғайын. Шаршамбылағы хәлдәр абруйығыҙҙы тағы ла күтәрер. Тормошоғоҙҙа етди үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала ниндәйҙер яңы эш менән шөғөлләнерһегеҙ. Ауыр булһа ла, уны йырып сығыр­һығыҙ. Буласаҡ үҙгәрештәр мотлаҡ файҙалы көтөлә. Матди хәлегеҙ ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шишәмбеләге ваҡиғаларҙың кәйефегеҙҙе боҙоуы ла ихтимал. Кесе йомала бигүк ҙур булмаған юғалтыу кисерерһегеҙ һымаҡ. Әйткәндәй, һеҙ быны бер аҙ ваҡыт үткәс кенә белерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Был аралағы яңы танышыуҙар файҙалы булмаҡсы. Кеше араһында үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Һатып алған әйберҙәрегеҙ ҙә бәрәкәтле булыр. Кесе йомалағы хәлдәр генә бер аҙ кәйефегеҙҙе боҙор, бәлки.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында барыһын да алдан уйлап эш итеүегеҙ хәйерле. Шулай итһәгеҙ, шишәмбеләге кире ваҡиғалар һеҙҙе урап үтер. Шаршамбыла ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ кеүек, быға һис тә ҡайғырмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Үҙегеҙгә аҡсағыҙҙы йәлләргә тырышмағыҙ. Һаулығығыҙға ҡарата ла иғтибарығыҙҙы кәметмәгеҙ. Артыҡ сәбәп булмаһа ла, табиптарға күренегеҙ. Ҡулығыҙға күп аҡса инер. Ҙур эштәрҙе башларға теләк тыуыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был осор элеккеләрҙән ыңғай яғы менән ҡырҡа айырылып торор. Аҙна уртаһындараҡ сығымдарығыҙ ҡапыл артып китер. Артыҡ көйәләнмәгеҙ, был файҙаға ғына булыр. Йомала етди һөйләшеү көтөгөҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт аҙна. Бер ниндәй ҙә кире ваҡиға көтөлмәй. Осор барышында бер нисә өмөтлө осрашыу булыр һымаҡ. Был арала иң ҡатмарлы эштәр ҙә ҡулығыҙҙан килер. Ҡайһы саҡ үҙегеҙҙе бәхетле кеше итеп тойорһоғоҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һәр саҡ уяу булығыҙ, алданыуҙан һаҡланығыҙ. Үҙегеҙ ҙә һәр саҡ уйлағанды һөйләргә тырышығыҙ. Аҙаҡ алданыуығыҙ барыбер асыҡланыр. Башлаған эштәрегеҙҙе ярты юлда ташламағыҙ. Осор йомғаҡтарынан ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙналағы ваҡиғалар көсөргәнешлек өҫтәп торор. Күптәр бик тиҙ эш итергә мәжбүр булыр. Үҙгәреүсән хәл-ваҡиғалар оҙаҡ уйланырға мөмкинлек тә бирмәҫ, моғайын. Шаршамбыла ныҡышмалылыҡ күрһәтергә тура килер,

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор барышында киләсәккә булған ҡайһы бер маҡсаттарығыҙ тулыһынса асыҡланыр. Шишәмбелә өмөтлө тәҡдимдәр, аҡыллы кәңәш ишетеүегеҙ бар. Йомала ҡулығыҙҙан барыһы ла килер: икеләтә күләмдәге эште еңел башҡарырһығыҙ.

Сығыу ваҡыты 29-11-2016, 13:24 | Ҡаранылар: 640
|
  • Йондоҙнамә (12 - 18 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Йондоҙнамә (18-24 апрель)
  • Йондоҙнамә (11-17 апрель)
  • Йондоҙнамә (4-10 апрель)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM