RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

13.12.2016 Бу! (аҙағы)

Бу! (аҙағы) «Алырҙармы, юҡмы?» – аптырап ултырам әле ул мин. Дөрөҫөрәге, үтә бошоноп, мейес башына боҫҡанмын. Былай ҙа алпамыша түгелмен, ә ҡаңғырыуҙан тағы ла кесерәйеп киткән һымаҡмын. Билдәһеҙлектән апаруҡ алйып, артабан ни эшләргә белмәй, шым ғына йылы мөйөшөмдән айырылып, балалар бүлмәһенә ваҡ-ваҡ атланым. Иҙән таҡталарын шығырлатмаҫҡа тырышһам да, береһе, ниңә ҡартласты бимазалайһың, тигәндәй, ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, имәнес тауыш сығарҙы. Йомшаҡ ултырғыста бөгәрләнеп, тәмләп йоҡлап ятҡан Йөнтәҫбай шунда уҡ уянып, башын ҡалҡытты ла миңә упайҙы. Етмәһә, һырт йөндәрен ҡабартасы. Былай ҙа йәнем көйөп йөрөгәс, уға: «Бу!» – тинем. Бахыр, ятҡан ерендә һикереп-һикереп китте. Шунан «йылп» итеп Хужабикә бүлмәһенә шылды. Тайыуы яҡшы, миңә артыҡ күҙҙәр нимәгә? Наҙлыҡас карауатта иҫ белмәй йоҡлап ята. Аяҡ-ҡулдарын ян-яҡҡа сәскән, ялбыр сәсе бөтөнләй туҙған, юрғаны яртылаш иҙәнгә һыпырылып төшкән. Ә йөҙөндә серле йылмайыу. Һоҡланып ҡарап торҙом бер аҙ.
Наҙлыҡас бая ҡырҙан сәскәләр килтергәйне, шулар араһында, бәлки, аҡсәскә барҙыр, тип уның бүлмәһенә килеүем. Ҡыҙыҡай: «Әсәйем мине ярата, яратмай, ярата, яратмай», – тип йыш күрәҙәлек итә, мин дә бәхетемде һынап ҡарарға теләйем. Тумба өҫтөндәге банкаға арҡыс-торҡос тығылған сәскәләр араһында ағын шунда уҡ күрҙем. Һурып сығарып ваҡыт әрәм итмәнем, шул килеш үрелеп, таж япраҡтарын өҙҙөм: «Алалар, алмайҙар, алалар, алмайҙар…» Һуңғы япраҡтарҙың бер нисәүһе етлекмәгән, инде уларҙы нисек һанарға? Улар иҫәпкә инәме икән, әллә юҡмы? Аптыраҡ! Башты ҡашып, гөлләмәгә яңынан күҙ һалдым, башҡа аҡсәскә күренмәне. Көрһөнөп, кире аш бүлмәһенә, үҙемдең яратҡан мейесемә йүнәлдем. Йөнтәҫбай, күҙҙәрен безелдәтеп, шаршау аша мине күҙәтте. Йән көйҙөргөс. Уны алалар. Бая асыҡтан-асыҡ, өйгә иң тәүҙә бесәйҙе индереү йолаһы бар, тинеләр. Ә минең хаҡта ләм-мим! Былай Йөнтәҫбай менән дуҫ булмаһаҡ та, бер-беребеҙҙең юлын ҡыймай ғына йәшәп ятабыҙ. Мин уға бөтөнләй төкөрөп ҡарайым, ул бар ни ҙә, юҡ ни, миңә барыбер! Ә ул мине күргән һайын тексәйеп китә. Маңлайыңда тишек тишергә самалағандай ҡыланһалар, кемгә оҡшар? Бына мин дә яратмайым. Шым ғына, бер кемде борсомай, үҙ яйыма йәшәп өйрәнгәнмен. Был Хужабикә менән йорт бүлеүемә апаруҡ. Уның тураһында тик ыңғай фекерҙәмен: тел биҫтәһе түгел, егәрле, таҙалыҡ ярата. Донъябыҙ тап-таҙа, иреш-талаш юҡ, ҡыштарын йылы – миңә шул еткән. Ризамын.
Ә Хужабикәнең ҡыҙы әсәһенең ҡапма-ҡаршыһы: килеп тороп лауылдаҡ – ябай хәбәрҙе лә бәхәскә әйләндерә; үҙе лаҡый – хәбәр тетә башлаһа, туҡтауын онота; етмәһә, шарылдаҡ – шым ғына һөйләшеүҙең ни икәнен белмәй. Йәнем көйгәндә «Көстәлмеш» тип йөрөтәм мин уны. Ә, эйе, элек, Хужабикә йәшерәк саҡта, бер көсөк эйәләшкәйне. Йөнтәҫ кенә, буйға тәпәш кенә. Хужабикә уны Бейәләй тип атаны, ҡыҙы – Тәпешкә тип. Бейәләйгә лә, тәпешкәгә лә оҡшағайны шул. Хужабикә йәйге эҫелә ишекте асып, йөн сиратырға болдорға сығып ултырһа, көсөк «һә!» тигәнсе янына һикерәнләп килеп тә етә. Гел дә оҙон итәкле күлдәктә йөрөгән Хужабикәмдең көн күрмәгән аяҡтарына йылышып, моронон төртөп уйнарға саҡыра. Хужабикә уны ситкә ҡыуа, ҡаңғыртма, күрәһеңме, мин эш менән булышам, ти. Тик хайуандың аңлай торғаны бармы: уны этеп торалар, ә ул һаман инеп бара. Бер көн ултыра торғас, ҡатындың ҡытығы килеп, күрәһең, һыны ҡатып көлөп ебәрмәһенме. Һиллектән иҙрәп, ойоп ултыра инем, етмәһә, көлгәнен һис ҡасан ишетмәгәс, тертләнем! «Үәт һин аны, ҡалай көстәлмеш әле ул! Көстәлеп инеп бара!» – тип, Хужабикәм эшен ситкә ҡуйҙы ла, көсөктө ҡуйынына терәп, тупылдатып тороп һөйҙө, саҡ үпмәне инде. Юҡ, был Хужабикә мине ысын-ысындан хайран итә. Урамдан килеп ингән бер осраҡлы ҡунаҡты ихатаға хужа итеп, шуны аҙаҡ тот та һөй әле! Хәйер, унда минең ҡыҫылышым юҡ, теләһә кемде һөйһөндәр, ярат­һындар, миңә теймәһәләр яраған. Үҙен көсләп тороп яраттырған Бейәләйгә (Тәпешкәгә) өйрәнеп тә бөткәйнем, йәл, ҡышҡы сатнама һыуыҡтарҙы күтәрә алманы. Ул йән биргәс, Хужабикәмдең былай ҙа һағышлы күҙҙәре оторо һағышланды. Һағышының сәбәбе – стенаға эленгән иҫке фотоһүрәт: шыйыҡ ҡына мыйыҡлы етди йәш иргә ҡараған һайын күҙҙәре төпһөҙ упҡынға әйләнә, йөҙө һүрән яҡтыра һәм йәшкә мансыла. Йөрөй торғас, аңланым: был – мөхәббәт. Миңә ундай хис-тойғолар бөтөнләй ят. Беҙҙең төп сифат – битарафлыҡ. Хәтер ҙә беҙгә хас түгел, ләкин күп йылдар элек, Хужабикә үтә йәш саҡта, ул миндә атылып, аҡтарылып, тетрәндереп тыуҙы. Шунан бирле һәр ваҡиғаны иҫләйем, хәтер муҡсаһына берәмләп йыям. Ул көндө Хужабикә фотоһүрәтте, теге Бейәләйҙе ҡосҡан һымаҡ, түшенә ҡыҫып, аҡылдан яҙғандай ҡалтыранып үбеп, буҫлығып-буҫлығып илағайны. Таныш тойолдо миңә был ҡайғы-хәсрәт. Һуңынан ҡатын, балтаһы һыуға батҡан кешеләй, көндән-көн бөтөндө-бөлөндө. Бер кисте күрше ҡатын – Әхирәте менән эйәртенешеп өйгә инеп, Хужабикә, мин ғәйепле, барыһына ла мин ғәйепле, тип күҙ йәштәренә батҡас, Әхирәте: «Ҡуйсы, илама. Бында һинең ни ғәйебең бар?» – тип йыуатты.
– Һөйөп–һөйөлөп ҡауыштыҡ, ә нишләп­тер балаға уҙманым, – Хужабикәнең тауышында хәсрәт үҙе, – көтөргә вәғәҙәләр биреп оҙаттым бит мин уны. Өс йыл үлем аҫтында йөрөнө, бер ере лә сыйылманы, мөхәббәтем һаҡланы. Ул үҙе лә хаты һайын, һин мине көт, көтһәң, дошманды дөмөктөрөп, мотлаҡ ҡайтырмын, тип яҙҙы. Анау ҡороғоро Сатан мине харап итте. Аслыҡтан шешенгән балаҡайҙарына һөт урлаған апайымды тентеп тотто ла, уны түгел, мине мөйөшкә ҡыҫты. Йә апайыңды ҡотҡараһың, йә уның башын төрмәлә серетәм, һайла, тип ҡотомдо алды. Ике ут араһында янып, көлгә әйләндем бит. Ни апайыма әйтә, ни башҡа берәү менән кәңәшләшә алманым. Апайымды ҡотҡар­ҙым, ә һөйөклөмдө гүргә тыҡтым – фәрештәләрем минән дә, унан да баш борҙо.
Хужабикә ямаулы шәленә нығыраҡ уранып, үҙен-үҙе ҡосто ла, тәҙрә яңағына башын терәп, ҡараңғылыҡҡа төбәлде. Әхирәте ауыҙын ҡапланы:
– Ай, Аллам. Ярай, нишләйһең, булған да бөткән, Сатанды онот. Ә һуғышта күптәр башын һалды, бер һинеке генәме ни?!
– Онотор ҙа инем, әммә…
– Әллә?! – Әхирәтенең күҙе түңәрәкләнде.
Хужабикә уға ҡарап боролдо ла, керпектәре менән генә яуапланы. Бер килке аңшайып ултырғандан һуң Әхирәте телгә килде:
– Нишләргә уйлайһың?
– Табам, башҡа сарам юҡ, – Хужабикә эсендәге ут-ялҡындан янып бара ине, ахыры, һалҡын мейескә маңлайын терәне. – Хыянат итмәй, көткән булһам, һөйөклөм иҫән-һау ҡайтыр ине.
Шулай ине хәлдәр. Һауанан барлыҡҡа килмәне Хужабикәнең ҡыҙы, атаһы булмаһа ла, ғәмәлдә бар. Хәйер, хәҙер юҡ, күптән «тегендә» киткән. Бәлки, «китергә» ярҙам да иткәндәрҙер. Бик күп ҡатындың зитына тейҙе, таман булған һөмһөҙгә, тине Хужабикәнең Әхирәте.
Ә Хужабикәнең ҡыҙына килгәндә, уның бер егетте баҫтырып, үҙенә өйләндерергә маташыуы миңә ирмәк тойолдо. Хас та теге көсөк ишеләй үҙен көсләтеп яраттырмаҡсы ине. Хатта мин дә, кескәй генә аҡылым менән, аңлайым: йөрәктә мөхәббәт сәскә атһын өсөн байтаҡ шарттың үтәлеүе мотлаҡ. Минең уйымса, һәр йөрәккә күктәгеләр тарафынан бер нисәүгә бүленгән орлоҡтоң бер өлөшө һалына. Һинең өлөшкә төшкән көмөшкә тура килгән бер нисә бәндә була – береһен осратмаһаң да, иртәме-һуңмы икенсеһе, йә өсөнсөһө, йә …сеһе менән барыбер юлдарығыҙ киҫеләсәк. Шул мәлдә бер-береңде таныуың шарт. Таныған саҡта йөрәктә орлоҡ шыта. Үҙеңдең һәм икенсе яртыңдың шытымын ҡырауҙарҙан һуҡтырмай, рашҡыларҙан һәләк итмәй, бергә ҡуша үреп үҫтереү – икенсе шарт. Был еңел түгел: үҫентеләрҙе һөйөү һуты менән һуғараһың, сабырлыҡ, иғтибар, наҙ ашламаһына ҡойондораһың, ләкин самаһын белмәһәң, булғандың юҡҡа сығыуын, наҙлыҡастарҙың яныуын көт тә тор. Ике үҫенте бер бөтөнгә әйләнһә, мөхәббәт сәскәһе ата. Меңдәрҙән берәүҙәргә генә тәтей ундай бәхет. Сөнки әҙәмдәр араһында асыҡ ауыҙҙар, бикле йөрәктәр, һуҡыр күңелдәр, тешенә тейгәнде сәйнәп йота белмәгәндәр, әҙергә бәҙер­ҙәр, сабырһыҙҙар ифрат күп. Мөхәб­бәт сәскәһе бер атһа – ҡойолмай. Һин йөҙ тапҡыр кил был донъяға, ә мөхәббәтең мәңге һинең менән буласаҡ. Башҡа бар нәмә бушлыҡта юғала, тик ул ғына берҙән-бер мәңгелек хис. Ошо хәҡиҡәт йәшәй килә Хужабикәнең аңына барып етте шикелле, һәм ул тынысланды. Шуны ҡыҙына ла төшөндөрөргә тырышты, әммә уның үҙ туҡһаны туҡһан: «Барыбер үҙемә өйләндертәм!» Бер ҡараштан батшаларҙы теҙләндергән һылыуҙарҙың-һылыуы булһасы. Исмаһам, әсәһенә оҡшап асыҡ йөҙлө, нәҙек тә түгел, ә мискә һымаҡ йыуантыҡ, шаҙра йөҙлө. Шаҙра йөрәк яндырһын өсөн алтын холоҡло булыуың талап ителә. Был йәһәттән дә ҡыҙ маҡтана алмай. Әсәһе алдынғы һауынсы иҫәпләнһә, ҡыҙы артта һөйрәлеүселәрҙән күтәрелә алмай. Ыратыр ҙа ине, бәлки, кеше ыңғайына торһа, теле беләк буйындай булмаһа, сибәр ир-егеттәрҙе күреп һушы китмәһә. Кем бригадир менән таңдан зыҡ ҡубып талаша? Беҙҙең ҡыҙ! Кем ерле-юҡтан бәйләнеп, малсыларҙың тәҡәтен ҡорота? Хужабикәнең ҡыҙы, әлбиттә. Кем тыныс ҡына эшләргә ирек бирмәй, кәртинкә кеүек ветеринарҙы эҙәрлекләй? Шул Көстәлмеш ҡыҙ инде. Бар яңылыҡтарҙы беҙгә тоҡлап ташыған күрше ҡатын, сәй һемерә-һемерә, нишләп уға «әҙәп» тигән нәмә ят, тигән һорау ҡуйып, әҙме ошонда бот сабып аптырап ултырҙы. Әсә кеше ҡыҙарһа-ҡыҙара, әммә балаһын бер таҡтаға баҫтыра, ҡаты бәрелә алмай. Әхирәте ярты самауырҙы бушатып, арыш күмәсенең башына етеп, шәкәр киҫәген кеҫәһенә төшөрөп, ҡайтып китһә, ҡыҙына йомшаҡ ҡына итеп ороша:
– Әҙәмдән оят таһа. Инсафлы бала көпә-көндөҙ егеткә инеп бара, тиме?!
– Ха-ха-ха, – тип хахылдай ҡыҙы. – Ул быҙау булғанға мин ғәйеплеме?
Ниндәй сараһын тапҡандыр, әммә теләгенә иреште: һары миҙгелдең бер көнөндә етәкләшеп килеп инделәр, кәртинкә ветеринар ҡыҙарына-бүртенә өйләнешеүҙәрен мыңғырлап хәбәр итте.

Баныу Ҡаһарманова.

(Дауамы бар).


Бу! (дауамы)

– Һуң, бер ни әҙер түгел, – ауыҙын ҡаплап ултыра төшкән Хужабикәне ҡыҙы ҡосаҡлап алды:
– Әсәй, комсомол туйы үткәрәбеҙ ҙә, сиҙәмгә сығып китәбеҙ! Барыбер ауылдың киләсәге юҡ.
Нисек әйтте әле ул кейәү балаҡай? Пер-спек-ти-ва-һыҙ ауыл. Шулай һәүетемсә генә барған тормошто “зыр-р” әйләндереп, йәштәр туй ҙа үткәреп ташланы, төйнәнешеп, яңы эшкә лә юлланды. Өйҙә Хужабикә толҡа тапмай, бер инде, бер сыҡты, бер ултырҙы, бер ятты. Үҙ алдына йырларға әүәҫләнде:
Таң йоҡоларымды йоҡлағанда-а-ау
Уяндым мин күнәктең тауышына-а-ау.
Үтеп кенә барған ғүмеремде-е-еү
Оҡшаттым мин һыуҙың ағышына-а-ау.
Күлдәген ике тапҡыр тарайтып текте, йөҙөн сирыштар ҡарайтты:
Ер еләккәйҙәре әсе була-а-ау,
Үҙ ваҡытҡайҙары бешмәһә-ә-әү.
Кеше хәлкәйҙәрен кеше белмәй,
Үҙ башҡайҙарына төшмәһә-ә-әү...
Аҡ миҙгел тәҙрә өлгөләрен гүзәл биҙәктәр менән һырлауҙан туҡтағанда ҡыҙы бәпес күтәреп ҡайтып төшмәһенме! Балаҡайын ҡайҙа ултыртып, нимә ашатыр­ға белмәй, бахыр әсә, эй, йүгерекләне! Өй эсен тултырған бәпәй еҫенә иҫергән Хужабикәне ҡыҙының һүҙе айнытты:
– Әсәй, минең барыбер һөтөм юҡ, унда бала ҡарарға шарттар ҙа юҡ, шуға ҡыҙыбыҙҙы һиндә ҡалдырабыҙ.
Хәҙерге йәштәрҙә кәңәш-төңәш итеү ҡайҙа, эш араһында баланы нисек ҡарамаҡ кәрәк, тип Хужабикә менән Әхирәте “аһ” та “уһ” килгәнсе, йәш әсә ҡойроғон һыртҡа һалып, сығып та олаҡты. Өләсәйҙең дә, минең дә хафаланыуҙар әлдә нигеҙһеҙ булып сыҡты. Имсәктән сабый ғына килеш айырылған ҡыҙсыҡ бер ҡыйынлыҡ тыуҙырһасы! Өләсәһе икмәк сәйнәп, шуны сепрәккә төрөп, ейәнсәренә ҡаптыра ла, урындыҡ ситенә мендәр, юрғандарҙы өйөп, эшкә елдерә. Фермаһы ла яҡынмы әле ул, икенсе ауылда. Йөрәген усына тотоп ҡайтып инеүенә бәпәй гел дә биләүҙән ысҡынып, йә аяҡ-ҡулдары менән уйнап, ығылдап ята, йә йоҡлай. Шундай ҙа тыныс бала булыр икән, тип Әхирәтенең хайран ҡалыуҙары!
Өйгә нур ҡундырған, тәүҙә урындыҡта тәгәрәп, аҙаҡ өләсәһенең итәгенә йәбешеп үҫкән өс йәшлек Наҙлыҡасты ауылда яратмаған кеше юҡ, уны һәр кем һөйөргә, кеҫә төбөндә ятҡан тәмлекәстәре менән һыйларға ынтыла. Илгәҙәк бала йылмайған, көлгән һайын өй айырата яҡтыра, кешеләрҙең дә күңеленә нур тула. Хатта миңә лә рәхәт.
Наҙлыҡастың теле сыҡҡас, кис һайын бер үк һөйләшеүгә мин шаһит. Өләсәһенең ҡуйынына инеп ятҡан Наҙлыҡас уның ҡытыршы усын кескәй бармаҡтары менән һыйпай–һыйпай, стеналағы фотоларға ымлай:
– Был минең олатайым, ивет?
– Эйе, – таңдан тороп фермаға эшкә йөрөгән Хужабикәнең тауышы йоҡоло.
– Был һин – минең өләсәйем, ивет?
– Эйе-е, – Хужабикә ауыҙын ҙур асып иҫнәй.
– Был минең әсәйем, ивет?
– Эйе, – тип раҫлаған Хужабикә инде йоҡлай тиерлек.
– Ә атайым ҡайҙа?
– Уның һүрәте беҙҙә юҡ, – Хужабикә кинәт кенә хырылдап йоҡлап китә.
– Улар алыҫта-алыҫта, – артабан бала үҙ алдына һөйләнеп, күҙҙәрен йома, – тиҙҙән атайым менән әсәйем ҡайта, улар миңә тәмле перәник килтерә.
Бәләкәскә тәмле перәникте атаһы менән әсәһе түгел, әсәһе генә алып ҡайтты. Фанер сумаҙан тотоп ҡайтып ингәнендә ер өҫтөн ҡуйы йәшеллек ҡаплағайны.
– Әсәй, бер нимә лә һорама, беҙ кейәүең менән айырылыштыҡ, мин икенсе берәү менән ике көндән Себергә эшкә китәм, – тупһаны ашатлап үтеү менән тәүге һүҙе шул булды. Әсәһен танымай, ҡурҡыбыраҡ өләсәһенә һыйынған Наҙлыҡасты әллә һөйҙө, әллә һөймәне, Хужабикә аңғарманы. Шаңҡығайны.
– Ә бала? Һине һағынып көткән, осрашыуға тиклем көндәрҙе һанаған баланы уйлаған кеше бармы? – беренсе тапҡыр Хужа­бикәмдең тауышында тимер сыңланы.
– Ярай инде, әсәй, күпкә түҙгәнде, әҙгә түҙ, барып урынлашҡас, килеп алырмын, – йәш әсә ҡыҙына күҙ йүгертте. – Әлегә ул миңә ҡамасау ғына.
Ул арала сиҙәмсенең ҡайтыуын ишеткән күрше-күлән йыйыла башланы. Хужабикәгә, ирендәрен ҡымтып, ҡунаҡ күреүҙән башҡа сара ҡалманы. Тәүҙә әсәһен ситтән генә күҙәткән Наҙлыҡас тора-бара ҡыйыуланды һәм бер заман, тартыныуын тамам еңеп, уның алдына уҡ менеп ҡунаҡланы. Айырыла алмай, бергә йоҡларға ятҡас, әсәһенең бармаҡтарын, усын һыйпарға кереште.
– Ҡуй әле, ҡытыҡлама, – әсәһе ҡулын тартып алды. – Йоҡла!
– Әсәй! – Наҙлыҡас үпкәләмәне, уға нығыраҡ һыйынды.
– Нимә? – төн ҡараңғылығында тауышы үтә тупаҫ яңғыраны.
– Был минең олатайым, ивет?
– Ҡайҙа? – Көстәлмештең тауышында ҡәнәғәтһеҙлек.
– Анауында, – Наҙлыҡас бармағы менән урындыҡ яғына күрһәтте.
– Ҡайҙа “анауында”?! Йоҡла, тим!
Көн дә бер үк һөйләшеүгә күнеккән ҡыҙыҡай борһаланырға кереште. Ҡалай ятһа ла, уға уңайһыҙ, яйһыҙ ине.
– Йоҡлайһыңмы һин, юҡмы? – әсәһе юрған аша уға шапылдатып һуғып ебәргәс, аптырау­ҙан да, ҡурҡыуҙан да ҡатты.
– Бәпәйем, кил бында, – өләсәһенең яғымлы тауышын ишеткәс, юрған аҫтынан шылып ҡына сыҡты ла, урындыҡҡа йүгерҙе. Таныш ҡуйынға барып һыйынғас, ҡытыршы усты кескәй ҡулдары менән ҡыҫты. Өләсәһе арҡаһынан тупылдатып һөйөп, ҡолағына шыбырланы:
– Был һинең олатайың, ивет?
Наҙлыҡас, ҡыуанып, эйе, тине:
– Ә был һин – минең өләсәйем, ивет?..
Ҡыҙын оҙатырға Хужабикә бер көн ял һорағайны, шуға ла, хәленән килгәнсә аҙыҡ-түлек төйнәп, уны оҙатҡас, Наҙлыҡас менән серем итеп алырға яттылар. Ейәнсәренең ҡайһы арала урамға сығып киткәнен дә һиҙмәне, йәшенле ямғыр башланғанын да ишетмәне. Ә мин үҙемә урын тапмай, үрле-ҡырлы һикерҙем, мөйөштән-мөйөшкә ырғыным һәм бар көсөмдө туплап, тәҙрә сирттем: “Уян! Тор! Тор!” Хужабикә күҙҙәрен асҡан ыңғайы, сытырлап йәшен ялтлауынан бар тирә-яҡ ап-аҡҡа әйләнде.
– Бәпәйем! – йөрәкһеп килеп ултырҙы Хужабикә. Ул арала ишек шар асылды.
– Унда, – өҫтө һыуланған, күҙе аларған Әхирәте ҡулы менән болғап, бер килке әйтер һүҙен әйтә алмай торҙо, – унда ейәнсәрең! Йәшен!
Тағы күк күкрәне. Ишеккә ташланған Хужабикә яҙатайым баҫып, иҙәнгә тубыҡланып барып төштө. Әхирәтенең ярҙамы менән торғас, иңде-иңгә терәп ишеккә табан бер-ике аҙым атлап өлгөрҙөләрме-юҡмы, Наҙлыҡастың кескәй кәүҙәһен күтәргән күрше бабай килеп инде. Ҡыҙыҡайҙың башы, ҡулдары йәнһеҙ һәленеп төшкән, йөҙө ап-аҡ, сәсе туҙған.
– Күҙ алдында атты. Ҡыҙыҡайың йүгереп барған ыңғайы юл сатында үҫкән ҡайын төбөнә инеп йәшеренгәйне, – ҡайғы ирҙең теленә герҙәй аҫылынғайны, хәбәрен саҡ һөйләп бөттө, – шул ағасҡа атты бит.
Балаға барып ҡапланған Хужабикә дерелдәгән ҡулдары менән ейәнсәренең биттәренән, сәстәренән, тәненән һыйпаны:
– Бәпәйем, бәпәйем минең, ҡайһы ғына ереңә һуҡты ҡороғор йәшен? Бәпескенәм, ас күҙҙәреңде, был мин, өләсәйең.
Ейәнсәренең беләгендә ҡышҡы тәҙрә өлгөһөндәге кеүек семәрле биҙәкте күргәс:
– Бә-пә-йе-ем! – тип йөрәк өҙгөс ҡысҡыр­ҙы ла, һушын юйып, ҡырҡылған ағастай иҙәнгә гөрһөлдәне.
Иҫенә килеп, телен әйләндерә алмай ыңғырашҡас, Әхирәте уға эйелә һалды:
– Эй, аллам, ҡурҡыттың даһа. Хәҙер һыу эсерәм, еңелерәк булыр.
Кемдер берәү: “Балнисҡа хәбәр итергә ине”, – тигәс, ямғыр тыммайынса булмаҫ инде, тип яуапланылар:
– Һаман да ҡойоп яуа, бар донъяны баҫып алды.
Һыу эскәс, Хужабикә тороп, сайҡала-сайҡала ейәнсәре ятҡан койка янына барҙы. Эйелеп, оло һаҡлыҡ менән Наҙлыҡастың битенән алмаш-тилмәш үпте:
– Алмалай ғына биттәрең, бәпәйем, йәндәй генә күргән бәпәйгенәм минең, – ултырып, ейәнсәрен ҡосағына алды, яйлап ҡына көйләп, бәүетә башланы, – ҡояшҡынам, ай- ғынам, бауырғынам, балғынам, сәскәгенәм, наҙғынам... Ай, балам, балаҡайғынам, ниңә генә бер үҙең урамға сыҡтың? Әсәйгенәңдең артынан йүгерҙеңме, сабыйғынам? Ниңә генә ағас төбөнә йәшерендең, бәпәйгенә-ә-әм?
– Килен, – ҡарсыҡтарҙың береһе иңбашына ҡағылды, – баланы һалыр инең.
– Юҡ! – ейәнсәрен ҡалтыранып, ярһып күкрәгенә ҡыҫты. Һәм кинәт уны үҙенән айыр­ҙы, – ул тере бит!
Уға барыһы ла, аҡылдан яҙған кешегә ҡарағандай, сәйерһенеп, шикләнеп баҡты. Шул саҡ ишек төбөндә тапанған күрше бабай:
– Әллә мәрткә киттеме икән? – тине, – көҙгө булһа...
Көҙгө ярсығы табылды. Барыһы ла тын да алмай, ирҙең ни әйтерен көттө. Ул көҙгөнө Наҙлыҡастың ауыҙ-мороно төбөндә тотоп торғас, ҡаштарын йыйырып, ярсыҡҡа иғтибар менән ҡараны ла, еңе менән ҡоротҡансы һөртөп, ҡабаттан эйелде. Ваҡыт гүйә туҡтаны. Кемдер ишекте шығырлатып асҡас, барыһы ла уға берҙәм боролоп тысылданы:
– Тс-с! Шаулама!
Ҡаштары айырылмаҫтай йыйырылған оло йәштәге ир көҙгөнө алып, уны тәҙрә ҡашында тегеләй-былай әйләндереп, ҡат-ҡат күҙҙән үткәрҙе, шунан Хужабикәгә күрһәтте, унан һуң баш осона күтәреп ышаныслы һәм тантаналы иғлан итте:
– Көҙгө боҫланды! Тере!
Хужабикә һығылып илай-илай, ейәнсәрен үбергә тотондо:
– Әйттем бит, тере, тип! Эй, Хоҙайым, мең рәхмәт һиңә!
Ҡайғы уртаҡлашырға йыйылған халыҡ, ҡыуанышып, мөғжизәгә ни ышанырға, ни ышанмаҫҡа белмәй, яйлап таралышты:
– Ҡурҡыуҙан иҫен юғалтҡан булғандыр.
– Йәшен һуҡһын әле.
– Оҙон ғүмерле булыр, иншалла.

Баныу Ҡаһарманова

Бу! (аҙағы)
Ейәнсәрен ҡосағынан ысҡындырырға теләмәгән Хужабикәне Әхирәте көскә сәй эсергә өгөтләп күндерҙе. Наҙлыҡасты кире койкаға һалып, өҫтөнә еңел ҡорама юрғанды япҡас, өләсәһе уның битенән һөйҙө:
– Терелеп кенә кит инде, бәпәйем!
– Терелер. Күп тә үтмәҫ, өләсәй ҙә өләсәй, тип яныңда бейеп йөрөр әле.
Хужабикәнең күңеле тулышты:
– Әлдә һин бар. Рәхмәт һиңә!
Сәй яһап торған ҡатындың ҡулы ҡалтырап, сәйе ситкә сайпылды. Өҫтәлде һөртөп алғас, яулығының осон бөтәрләй-бөтәрләй эсен өйкәгән хәбәрен ярып һалды:
– Шундай ауыр көндө әйтә торған һүҙ ҙә түгел, шулай ҙа, – башын ситкә борҙо, – ейәнсәрең терелеп кенә китһен, әхирәт, һауыҡһын, бер еренә лә зарар-зәхмәт теймәһен инде. Был йәшен – күктәгеләрҙән миңә янау ул. Ейәнсәреңдең ағас төбөнә инеп боҫҡанын тәҙрә аша күреп, нишләп миңә түгел, уға шундай ҡояшлы бәхет тәтегән, тип һине күрә алмай уйлауым булды, ағасҡа йәшен дә атты. Мин бит ғүмер буйы һинән көнләштем. Көнсөллөктән ярылыр сиккә етә яҙған мәлдәрем бихисап. Бөгөн иһә Аллаһы Тәғәлә бының оло гонаһ икәнен миңә, ана, нисек төшөн­дөрҙө.
– Бына һиңә “мә”, – кәсәһенән сәйен дә уртлап өлгөрмәгән Хужабикә Әхирәтенә тултырып ҡараны. – Шул тиклем көнләшерлек, күрә алмаҫлыҡ нимәм бар ине һуң минең?
– Тәүҙә, кейәүгә сығып, ир ҡуйынының ҡайнарлығын тойғаның өсөн көнләштем. Һуңынан балаға уҙғаның өсөн.
– Ул баланың нисек яралғанын, уны табырға теләмәгәнемде белһәң дәме?
– Эйе. Унан аҙаҡ ейәнсәр һөйөү бәхетен татығаның өсөн көнләштем. Мин бит шулар­ҙың барыһынан да мәхрүммен. Миңә тигән бәхетте һин түгел, ҡәһәрле һуғыш ергә һалып тапаны, ә шулай ҙа асыуым уғы һиңә, бәхетлегә, йүнәлтелгәйне. Һинең бәпес имеҙеп ултыр­ғандарыңды күреп, үҙемдең буш күкрәктәремдең нисек тулышҡаны әле һаман үҙәгемде өҙә, йәнемде өтә. Йоҡоһоҙ ятҡан саҡтарымда, миңә тигән егеттәрҙең яу яланында ятып ҡалыуын уйлайым да, уларҙы ла, үҙемде лә инде йәлләйем. Ғүмеремдә, исмаһам, бер тапҡыр үбешеп ҡараманым. Үҙ һутыма үҙем сәсәп, ҡоролай киптем. Киләсәкһеҙ ауылыбыҙ кеүек ҡороном.
– Ниндәй гөрләп торған ауыл ине, – Хужабикә көрһөндө. – Йәштәштәрҙең, саҡ ҡына өлкәнерәк ир-егеттәрҙең барыһы ла тиерлек һуғышҡа китеп бөттө, үҙҙәре менән бергә ауылдың ҡотон да алып киттеләр.
– Ҡайтҡандары ла йәштәргә ҡыҙыҡты, беҙҙең ҡатҡан һөйәктәрҙе, кипкән тәнде һөйһөнмәне. Әлеге йоҡоһоҙ төндәрҙә уйланып ятҡанда, иҫәр кешеләй, ҡайһы егет менән ҡауышыр инек, ҡайһыһы ниндәй ир булыр, нисек донъя көтөр ине, тип баш ватам. Анау, үрге остан Ваһап донъясыл булыр ине, тим.
– Эйе, эшкә шәп, ипле, нимәгә тотонһа ла ҡулы килеште, – Хужабикә уның менән артыҡ һүҙһеҙ ризалашты.
– Ә Баһауҙың донъяһы тарҡалыр ҙа торор ине, – Әхирәте көлгәндәй итте. – Арҡыры ят­ҡанды буйға һалмаған эт ялҡауы ине, иҫләй­һеңме? Үҙе килеп тороп йоҡосо!
– Иҫләмәй ни! Һуң, күбә күбәләгәндә бер заман юғалды ла ҡуйҙы. Ҡараһаҡ, бишмәтен башы аша ябынған да, ҡайын төбөндә рәхәтләнеп йоҡлап ята!
– Һуғышта ла шулай, бахырҡай, торған килеш кенә йоҡлап йөрөнөмө икән?!
– Әллә, әллә, унда командирҙар йоҡлатҡанмы икән?! Ут аҫтында ниндәй йоҡо булһын? Бөтөнләй ҙә эләкмәгәндер.
– Ә минең күрше Әбсәләм, туп яуа башлау менән, инә-әй, тип инәкәйен эҙләп, беренсе итәк аҫтына инеп китмәнеме икән? – ауыҙҙарын устары менән ябып, иллә көлөштөләр.
– Эй, Аллам, бигерәк йыуаш ине, ун йәшенәсә имсәк имгән бала. Ҡара әле, уның да бит ҡара ҡағыҙында, батырҙарса һәләк булды, тип яҙылғайны.
– Арыҫландай һуғыштымы икән?
– Һуғышҡандыр. Бында ул инәкәйенә һөйөклө бала булып йөрөһә лә, яуҙа ир булғандыр, боҫоп ятмағандыр.
– Сәлимгәрәй ағай йыш төшөмә инә, – ҡатын ҡанаты ҡайырылып упҡынға осҡан аҡ­ҡошҡа әйләнде. – Һыҙҙыры-ып гармун тарта икән, тим.
– Икәүегеҙ ҙә йыраусы инегеҙ, ул ни, гелән, әйҙә, тип иң тәүҙә һинән йыр башлатты лаһа.
– Уның гармунына эйәреп йырлауҙар иң бәхетле мәлдәрем. Бергә ҡушылып йырлаған һайын ҡанатланып осҡом, барыһын да ярат­ҡым килде! Ҡатыны, көнләшеп, йөҙөмдө йыртмаһа ярар ине, тип ҡоттарым да алына торғайны.
– Сәлимгәрәй ағайға кемдәр генә ғашиҡ булманы икән? – Хужабикә башын сайҡаны. – Ҡатыны ла ошо тирәнең беренсе сибәре ине. Теленең үткерлеге лә һай-һай шул.
– Сәлимгәрәй ағайға тәүге тапҡыр иҫем киткәндә бала ғына инем, шул 12 – 13 йәш тирәләре булғандыр, – сер тоғоноң ауыҙы бер сиселгәс, ҡатын уны тулыһынса бушатырға ашыҡты. – Көнө буйы һарыҡ көтөүен көтөп, аяҡһыҙ булып, саҡ һөйрәлеп ҡайтып барғанда, Сәлимгәрәй ағай, минән биш йәшкә өлкән егет, һыбай ҡыуып етте лә, мине күтәреп алдына ултыртты. Көслө ҡулдары билемә ҡағылғайны, саҡ иҫемде юғалтып ауманым. Шул тиклем башым әйләнде. Ә йөрәгемдең талпыныуы! Күкрәк ситлеген емереп сығырҙай типте! Сәлимгәрәй ағай хәлемде тойҙо, күрәһең. Мине ауыл осонда төшөрөп, ярай, бәләкәс, һин үҫә тор, аҙаҡ мин һиңә өйләнермен, тип йылмайып ары киткәндә, ҡыуаныстан ни үле, ни тере инем. Шаяртыуын ысынға алып, тиҙерәк үҫергә ашыҡтым. Ә ул тотто ла күрше ауылдан килен төшөрҙө. Яңылыҡты ишеткәс, өҫтөмә тауҙар аҡтарылды... Сәлимгәрәй ағай­ға оҙаҡ үпкә һаҡлап йөрөттөм, саҡ яҙылдым.
– Ул хәбәрһеҙ юғалдымы әле?
– Эйе. Ҡатыны менән өс балаһы аслыҡтан үлде. Шуны ла бит мин, ҡара көйөк, үҙ яйыма ыңғайлаттым. Йәнәһе лә, Сәлимгәрәй ағай табылып, ауылға ҡайта, һәм ул, япа-яңғыҙ ҡалыуын белгәс, миңә тәҡдим яһай ҙа, беҙ өйләнешәбеҙ, мин уға тупылдатып балалар табам.
– Һантый, – Хужабикә үҙ күреп әйтте. – Бына һин һантый, исмаһам. Көнсөл һантый!
– Бер мин генәме? Бөтә ирһеҙҙәр ирлеләргә көнләште.
– Китсәле, мин бер кемгә лә көнләшмәнем. Мин дә бит ирһеҙ, тол.
– Һин шулай инде, – буйсан ҡатын һыуыған мәтрүшкә сәйен һемереп бөттө лә, урындыҡтан ауыр ҡуҙғалды. – Ярай, ҡайтайым инде, кис­ке һауынға барырға ваҡыт. Эштән ҡайтышлай хәлдәрегеҙҙе белешеп инеп сығырмын. Әй, хәтереңдәме, һуғыш тамамланыр йылды һал ағыҙғайныҡ? Бүрәнәләр тығылып, шулар­ҙы таратып йөрөгәндә, багурым ысҡынып, һыу аҫтына киткәйнем?
– Хәтеремдә булмай әллә, – Хужабикә башын һелкетте. – Ныҡ ҡурҡтыҡ һинең өсөн. Күмәкләп ҡотҡарырға ташланғайныҡ.
– Эйе. Ә бит мине шунда һыу аҫтынан Сәлимгәрәй ағай өҫкә этәреп сығарҙы.
Әйтте лә, ҡайтып китте. Хужабикәнең күҙҙәре түңәрәкләнде:
– Әллә Сәлимгәрәй ағайҙың һөйәктәре һыу аҫтында сереп ятамы икән? Ай, бисара...
Шул мәлдә хәлһеҙ генә шыбырлау ишетелде:
– Өләсәй, мин һыуһаным.
Өй эсенә услам-услам нур һиптеләрме ни, бар донъя яҡтырҙы!
Ә бөгөн ошо иҫке булһа ла, нурлы йортто ҡалдырып, Хужабикә күрше ауылға, яңы фатир­ға күсә. Мин төнө буйы үҙемә урын тапмай, таң аттырҙым. Күрше-күлән ярҙамы менән хужалар йыйналышып сығып киткәс, тәҙрәгә ябырылдым: «Алманылар. Миндә мохтажлыҡтары юҡ». Күҙ йәштәрем булһа, битем буйлап субырлап ағып китер ине. Тап шул мәлдә Наҙлыҡас, мөһим нәмәне иҫенә төшөргәндәй, йылдам артҡа боролдо: «Әйҙә, өй эйәһе, беҙҙең менән». Тыныс ҡына әйтте, ә минең өсөн борғоларҙан ҡысҡырттылармы ни! «Алдылар! Саҡырҙылар! Мин кәрәкмен!» – хәтирәләр төйөнсөгөн нығыраҡ йомарлап тотоп, арттарынан елберләнем. Наҙлыҡас туп-тура миңә ҡарағас, ятһынып туҡтай бирҙем. Ҡыҙыҡай, әйтерһең дә, үҙ-үҙенә ғәжәпләнде: “Ә мин һине күрәм дә ул”.
– Ни тинең, бәпәйем? – Хужабикә әйләнеп ейәнсәрен етәкләне.
– Мин уға, өй эйәһенә, һине күрәм, тинем.
– Кемгә?
– Беҙгә эйәргән өй эйәһенә. Үҙ-үҙенә ҡул һалған апайға. Мин уны күрәм...

***
– Был нимә? – журналдың әҙәби консультанты ултырғыстың ситенә генә терәлгән йәш егеттең танауы алдында дәфтәрҙе елпелдәтте. Ун һигеҙ битлек полиграфия продукцияһының иң һуңғы битен төкөрөкләп асып, күҙенә яҡыныраҡ килтерҙе, ижекләп уҡып ишеттерҙе, – “өй эйәһенә. Үҙ-үҙе-нә ҡул һал-ған а-пай-ға”. Был ниндәй юҡ-бар хәбәр?
– Ну, – егет ултырғыстың тағы ситенәрәк шыуҙы. – Был... Мин... Шулай...
– Бындай ҙа фантасмагорияны уҡыған юҡ ине әле. Ярай, уныһы бер. Әҙәбиәт теорияһы тураһында ишеткәнең бармы? Ишеткәс ни, теорияң аҡһағанын һиҙмәйһеңме? Әҫәрҙә конфликт ҡайҙа? Кем һинең төп геройың? Ә төп антагонист нишләп юҡ? Нимә әйтергә теләнең һин был “хикәйә”ң менән, идеяһы нимәлә? Уҡымлы әҫәрҙең структураһы ла аныҡ булырға тейеш: экспозицияһы, төйөнләнеше, кульминацияһы, сиселеше. Ә һин бутҡалағанһың ғына бутҡаны. Ғөмүмән, ҡустым, йә был әҫәреңде еренә еткергәнсе яңынан эшкәртәһең, йә онотаһың да, икенсе әйбергә тотонаһың. Бөтәһенә лә яҙыусы булырға тимәгән, һин дә үҙеңде икенсе өлкәләрҙә һынап ҡара. Яҙмайынса булдыра алмайһыңмы? Улай булғас, тормошто, кешеләрҙе өйрән, тәжрибә – яҙыусының төп багажы. Бәлки, тора-бара һинән нимәлер әүәләнер ҙә. Һәләтең бөтөнләй юҡ түгел, бар. Тик бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшлә, көн, төн яҙ, ҡәләмеңде шымарт. Классиктар ҙа уңыш үренә бер ынтылыуҙа барып менмәгән, абына-һөрөнә, яңылыша, хаталана үрмәләгәндәр. Үпкәләмә, ҡустым, әҫәреңде башынан аҙағынаса иғтибар менән уҡып сыҡтым, әммә ләкин... Әлегә баҫмаға бармай. Ярай, танауыңды төшөрмә, бир бишеңде!
Үҙенә табан баҙнатһыҙ ғына һуҙылған ҡулды әҙәби консультант шәп кенә һелкетеп ҡыҫты ла, дәфтәрҙе тотторҙо:
– Йүнле нәмә әүәләгәндәй итһәң, килеп сыҡ. Ә хәҙергә хуш! Беҙҙең төшкө ял!
– Эйе, эйе, аңланым, рәхмәт, – эйелә-бөгөлә арты менән ишеккә табан шыуышҡан егет, дәфтәрен портфелгә арлы-бирле бөгәрләп тыҡты ла, сығып тайҙы, – һау булығыҙ!
– Дә-ә, ниндәй гиганттар була торғайны, ваҡланды хәҙерге яҙыусылар, – ир үрелеп, боҙоҡ сейф өҫтөнән эшләпәһен алды, – һы, өй эйәһе, үҙ-үҙенә ҡул һалған апай, имеш. Уйлап сығаралар бит әле ул шундай юҡ-барҙы.
Эшләпәһен түбәһенә ҡундырып, торҙом ғына тигәндә, ҡолаҡ осонда кемдер ап-асыҡ итеп: “Бу!” – тимәһенме! Көтөлмәгәнлектән әҙәби консультант баш кейемен ҡулынан төшөрөп ебәрҙе. Алан-йолан ҡаранып, эшләпәһен иҙәндән һәрмәп табып алғас, ишеккә йүгереү түгел – елде.
– Әгәр ҙә мәгәр, үпкәләштән түгел, тәнҡит – үҫеш өсөн кәрәк! – тигәне генә ишеккә ҡыҫылып ҡалды уның артынан.
– Бу!
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»