НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (10-16 октябрь)

Йондоҙнамә (10-16 октябрь)


Йондоҙнамә   (10-16 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әүҙемерәк эш итергә тырышығыҙ. Кешеләр ярҙамына артыҡ өмөт итмәгеҙ. Үткән ваҡиғаларға, хәлдәргә яңынан әйләнеп ҡайтырға тура килер, бәлки. Бәғзеләр элекке мөнәсәбәттәрҙе яңыртыу менән мәшғүл булыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Барыһы ла һәйбәт барған кеүек. Эшегеҙҙә йәки уҡыған урында яҡын арала етди үҙгәрештәр көтөлә. Улар һеҙгә еңелcә генә ҡағылыр, моғайын. Шаршамбыла һәр бер имеш-мимеш хәбәргә ышанырға ашыҡмағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йорт-өй хәлдәре бер аҙ борсоп торор. Был арала туғандарығыҙға иғтибар күрһәтегеҙ. Эштәрҙе күмәкләп башҡарыу ҙа файҙа килтерер. Аҙна барышында һатып алған әйберҙәр мотлаҡ бәрәкәтле булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Киләсәккә тыныс ҡына уй-маҡсаттар ҡорор өсөн форсат булыр. Күптәрҙә белем арттырыу, артабан уҡыу теләге тыуыр. Был хәлде хупларға ғына мөмкин. Йомала ҡулығыҙға күптән теләгән әйберҙе төшөрөрһөгөҙ, бәлки.

Буға (21.04 – 21.05)
Һуңғы ваҡиғалар етди уйланырға мәжбүр итер. Бәғзеләрҙең ҡайһы бер кешеләргә ҡарата мөнәсәбәттәре үҙгәреүе лә ихтимал. Шулай ҙа айырым мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү күптәргә файҙалы булыр, моғайын.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала яҡшы белгән кешеләр менән дә уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Шишәмбелә аралашыуҙа ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы бар. Шулай ҙа аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ, элек башҡарған эштәрҙең ыңғай һөҙөмтәләре һиҙелә башлар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында йәһәт эш итеүегеҙ бик мөһим. Ашыҡмай, оҙаҡ уйлап йөрөһәгеҙ, бер ниәтегеҙ ҙә барып сыҡмаясаҡ. Күптәрҙе кеше аҡсаһы менән бәйле ыңғай мәшәҡәттәр көтә. Йомала уйламағанда аҡса килеүе ихтимал.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала һеҙҙе бер нисә ҡыуаныслы ваҡиға көтәсәк. Кире ваҡиғалар булмаҫ. Ниндәйҙер бик кәрәкле эште уңышлы тамамлай алырһығыҙ. Улар етди ҡағыҙҙар менән бәйле булыр һымаҡ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы сер итеп һаҡлағыҙ. Төптән уйланылған эштәрегеҙ генә яҡшы барыр. Яҡындағылар тарафынан һәр саҡ ярҙам һиҙелер. Шаршамбыла тәжрибәле кешенең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҡса менән бәйле мәсьәләләр һаман да көн үҙәгендә булыр, моғайын. Ниндәйҙер әйберҙе һатып алыу теләге тыуыр, бәлки. Уйлап ҡарағыҙ, әлегә унһыҙ йәшәй алмаҫһығыҙмы икән? Кесе йомала ярҙам һораған кешеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Башығыҙға яңы өмөтлө уй-фекерҙәр килер. Ләкин уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн әлегә мөмкинлектәр юҡ. Был арала уҡып йөрөгәндәр мотлаҡ уңыр. Мәл төп эшегеҙҙә тәртип урынлаштырыу өсөн уңайлы. Йомала бүләк, аҡса алыуығыҙ бар.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында аралашыуҙар файҙалы булыр. Күптән күрмәгән туғандар, дуҫтарығыҙ менән осрашһағыҙ, яҡшы булыр ине. Шаршамбыла юҡ-барға иғтибар итеп, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Иң уңышлы көндәрегеҙ – кесе йома һәм шәмбе.

Сығыу ваҡыты 12-10-2016, 10:43 | Ҡаранылар: 695
|
  • Йондоҙнамә (12 - 18 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (8 – 14 август)
  • Йондоҙнамә (1-7 август)
  • Йондоҙнамә (25-31 июль)
  • Йондоҙнамә (25 апрель - 1 май)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM