НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (3-9 октябрь)

Йондоҙнамә (3-9 октябрь)


Йондоҙнамә   (3-9 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт аҙна. Төп эшегеҙҙә ҡайһы ваҡыт хатта ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ. Шишәмбелә уңайлы мәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Тик уларҙы күрергә тырышығыҙ. Иң ауыр эштәр ҙә ҡулығыҙҙан килер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор барышында ҡапма-ҡаршы теләктәр йыш борсоп торор. Ҡайһы бер күңелегеҙ ятмаған нәмәләрҙән баш тартырға тура килер. Шаршамбыла көтөлмәгән сығым булыр һымаҡ. Йомаға ҡорған маҡсаттарығыҙ боҙолор, ахыры.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Матди ҡыйынлыҡтарҙан әлегә ҡотола алмаҫһығыҙ, моғайын. Аҡса табыу тураһында күп уйланырға тура килер. Йондоҙҙар был арала алыҫ сәфәрҙәргә сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Йомала кемдәндер алданырһығыҙ кеүек.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡәҙимге аҙна. Был көндәрҙә һатып алған кейем-әйберегеҙ мотлаҡ бәрәкәтле буласаҡ. Аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ. Янығыҙҙа ышанысһыҙ кешеләр күбәйеп китте кеүек, был турала бер ҙә онотмағыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Мәл өҫтәмә килем табыу өсөн уңайлы. Шулай уҡ килгән аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тотоноуығыҙ хәйерле. Был арала күптәр­ҙең ижади эше яҡшы һөҙөмтә килтерер. Шаршамбыла осраған ҡыйынлыҡтар оҙаҡҡа бармаҫ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Уңышлы һәм өмөтлө осор. Аҡсағыҙ, абруйығыҙ мотлаҡ артасаҡ. Улар менән бергә эшегеҙ ҙә күҙгә күренеп артыр кеүек. Йондоҙҙар эштәгеләргә артығын һөйләмәҫкә ҡуша. Бигерәк тә киләсәккә уй-маҡсаттарығыҙҙы сер итеп һаҡлағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Бәғзеләр яңғыҙлыҡ тойғоһо кисерер. Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Фекерҙәрегеҙҙе кешеләргә еткереүе лә ауырлашыр. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, ҡайһы ваҡыт ялҡауланырға ла рөхсәт ителә. Үҙегеҙ күрерһегеҙ, хәлегеҙ бик тиҙҙән ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осрашыуҙар күбәйер. Үҙ фекерегеҙҙе яҡлау һәр осраҡта ла дөрөҫ булыр. Тик башҡалар фекеренә лә ихтирам күрһәтеүегеҙ мөһим. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм кесе йома.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булыр. Яңы эштәрҙе еңел башлап ебәрерһегеҙ. Был аралағы бөтә үҙгәрештәр – һеҙҙең файҙаға. Яҡын кешеләр тарафынан һәр саҡ ярҙам-терәк тойор­һоғоҙ. Тик ваҡытығыҙҙы юҡ-барға сарыф итмәгеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ауыр ваҡыттар инде артта ҡалды, һеҙгә ярҙам иткән һәм һеҙҙең өсөн борсол­ған кешеләр тураһында онотмағыҙ. Күптәрҙең мөхәббәт һәм дуҫлыҡ ептәре тағы ла нығыр. Кесе йомала таныш булмаған әҙәмдәр менән дәғүәгә инмәҫкә ҡушыла.

Саян (24.10 – 22.11)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Ләкин артыҡ әүҙемлек күрһәтеп, яңылыш юлдан китеүегеҙ ҙә мөмкин. Шулай ҙа бәғзеләрҙең киләсәк өсөн өмөтлө нигеҙ булдырыуы ла ихтимал. Шаршамбынан һуң яңы мөмкинлектәр асылғанын асыҡ күрерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҡса етмәүе йыш ҡына эсегеҙҙе бошорор. Шуға күрә ҡайһы бер теләктәрегеҙҙе әлегә кисектереп торорға ла тура килер. Был арала яҡындағыларҙың фекеренә ҡарата һиҙгер булығыҙ. Үҙегеҙгә мөмкин тиклем күберәк ял бирергә тырышығыҙ.

Сығыу ваҡыты 2-10-2016, 09:30 | Ҡаранылар: 676
|
  • Йондоҙнамә (12 - 18 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (1-7 август)
  • Йондоҙнамә (11 - 17 июль)
  • Йондоҙнамә (4 - 10 июль)
  • Йондоҙнамә (9 май - 15 май)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM