НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (12 - 18 сентябрь)

Йондоҙнамә (12 - 18 сентябрь)


Йондоҙнамә   (12 - 18 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был аралағы аралашыуҙар һәм осрашыу­ҙар файҙалы булыр. Кеше йомоштары менән артыҡ күп булышаһығыҙ кеүек. Үҙ мәсьә­ләләрегеҙ тураһында ла онотмағыҙ. Йомала өмөтлө тәҡдим алыуығыҙ бар.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төп иғтибарығыҙҙы үҙегеҙгә, төҫ-башығыҙға бирһәгеҙ, дөрөҫ булыр. Һаулығығыҙҙы бер аҙ нығытыр өсөн мөмкинлек табырға тырышығыҙ. Артабан алға барыу өсөн нимәнәндер баш тартырға тура килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор яңы эштәрҙе башлау өсөн бигүк бармай. Башлағандарын тамамлағыҙ. Был арала күптәр яңы килем сығанағын таба алыр. Әллә ни ҙур булмаһа ла унан баш тартмағыҙ. Йомала мөһим хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һеҙҙең өсөн оҙайлы уңышлы һәм тыныс мәл башланыр. Ҙур эштәр эшләнгән кеүек, ҡалғандарын тормош үҙе хәл итер. Кесе йомала һәйбәт килем алыуығыҙ бик ихтимал. Шәмбеләге ығы-зығыға иғтибар итмәгеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Төп эшегеҙҙә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшеүегеҙ бик мөмкин. Яҡындарығыҙҙан һәр саҡ ярҙам булыр. Быға үҙегеҙҙе кешеләр араһында тота белеүегеҙ булышлыҡ итер. Кесе йомала өмөтлө осрашыу көтөлә.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡәҙимге аҙна. Шулай ҙа аҡса етмәүе ҡайһы ваҡыт эсегеҙҙе бошорор. Бурысҡа ла алырға тура килер, бәлки. Кесе йомала аралашыуҙа көсөргәнешлек һиҙелер. Үҙегеҙҙе мөмкин тиклем тыныс тоторға тырышығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Йондоҙҙар үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә кәңәш итә. Өҫ-башығыҙҙы мөмкин тиклем яңыртығыҙ. Күңелегеҙгә ятҡан эштәр менән генә булышырға тырышығыҙ. Иңегеҙгә күпте алмағыҙ. Донъяның ыңғай яҡҡа үҙгәргәнен бик тиҙ күрерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осорҙоң һәйбәт килеүе көтөлә. Осрап торған мәсьәләләр еңел сиселер, туҡтап торған эштәрегеҙҙе лә урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Был арала һатып алған әйберҙәр ҙә мотлаҡ бәрәкәтле буласаҡ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм шәмбе.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләр бер аҙ борсоп торор. Шаршамбыла һеҙгә ниндәй­ҙер һынау аша үтергә тура килер. Үҙегеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тотһағыҙ, барыһы ла һәйбәт үтер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала ҡайһы бер ваҡиғаларға һәм кешеләргә ҡарашығыҙ үҙгәрер. Артабан яҡындағыларға ҡарата талапсаныраҡ булығыҙ. Аҙна барышында мөһим эштәр менән шөғөлләнерһегеҙ. Аҙаҡтан бынан ҡәнәғәтлек тә кисерерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Һуңғы аралағы тырышлығығыҙ тейешле баһа алыр. Икенсе яҡтан, хаталарығыҙҙың ҡиммәткә төшөүе мөмкин. Шишәмбеләге ваҡ мәшәҡәттәргә иғтибар бирмәгеҙ, бер аҙҙан барыһы ла онотолор. Был арала элекке дуҫтарығыҙҙың береһе үҙе хаҡында иҫкә төшөрөр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында ҡайһы бер мөһим һорау­ҙарға яуап таба алырһығыҙ. Элегерәк тыуған ҡайһы бер уй-маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашыра башларһығыҙ һымаҡ. Оло йәштәге яҡын туғанығыҙ биргән кәңәшкә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ.





Сығыу ваҡыты 13-09-2016, 12:46 | Ҡаранылар: 522
|
  • Йондоҙнамә (10-16 октябрь)
  • Йондоҙнамә (3-9 октябрь)
  • Йондоҙнамә (5 – 11 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (9 май - 15 май)
  • Йондоҙнамә (4 – 10 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM