RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ағас ботаҡтары төрлө үҫһә лә, тамырҙары бер

06.09.2016 Ағас ботаҡтары төрлө үҫһә лә, тамырҙары бер

Ағас ботаҡтары төрлө үҫһә лә, тамырҙары бер
Ишембай районының Һайран ауылында Иҫәновтар нәҫел тамырҙарын барланы

Һуңғы осорҙа халҡыбыҙ үҙенең милли асылына әйләнеп ҡайта, тарихы менән ҡыҙыҡһына, ырыуҙаштарын, нәҫел-нәсәбен барлай. Яңыраҡ Ишембай районының иң матур ауылдарының береһендә – Һайранда ла нәҫел тамырҙарын һанлаған, туғанлыҡ тойғоларын һаҡлаған һәм үҙ тарихына битараф булмаған, тамырҙары менән ошо ауылдан булған, бөгөн республиканың төрлө тарафында йәшәүсе рухлы, сәмле Иҫәновтар, зат-ырыуын йыйып, тамырҙарын барлап, туғанлыҡ ептәрен нығытып, Шәжәрә байрамы үткәрҙе.

Үҙ шәжәрәңде өйрәнеү мауыҡ­тыр­ғыс шөғөл генә түгел, һәр кешенең изге бурысы ла. Киләсәк быуында тарихи хәтер тәрбиәләү, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау яуаплылығы ла булып тора. Шәжәрә байрамына әҙерлек өс ай буйына барҙы. Шәжәрәне, архив документтарына таянып, Фәйзелғаян Шә­рифрахман улы Ғималетдинов тө­ҙөнө. Төрлө яҡҡа таралышҡан туғандарҙың һәр береһен тиерлек барып күреп, һөйләшеп, оло йыйынды ойоштороуға бик күп көс һалды. Шуның өсөн дә байрам һуңында туғандары заты, ырыуы алдында яуаплылығын арттырған, туған-ҡәрҙәшлек ептәрен генә түгел, ә ырыуҙың тарихы ла булған иҫтәлекле байрамды ойошторғаны өсөн Фәйзелғаян Шәрифрахман улы Ғималетдиновҡа ҙур рәхмәт белдерҙе...
Байрам иртәһендә күк йөҙөн ҡараңғылатып торған ямғыр болоттары ла ҡайҙалыр таралып юғалды. Әйтерһең, тәбиғәт тә изге эш башҡарған балаларына үҙ фатихаһын бирҙе. Урамда шат тауыштар, сәләмләшеү-күрешеү ауаздары ишетелә, матур милли көйҙәр ағыла. Мәскәү ҡалаһынан Рафаэль Иҫәнов, Өфөнән Риф, Әмир, Рәис Иҫәновтар, Мәсетленән Зилә Мөхәмәтйәнова, Салауат ҡалаһынан Рәфҡәт Иҫәнов, Таһир, Ришат Кәримовтар, Ғаяз, Миңләхмәт бабайҙарыбыҙ, Әлшәйҙән Өлфәт Иҫәнов, Ишембайҙан Ирек Ва­һапов, Тәнзилә Вәлишина, Этҡол­дан Ваһаповтар, Кәримовтар, Ураҙ­байҙан Мөҡҡәдәс һәм Фәнис Иҙрисовтар, Яңы Әптектән Мәй­сәрә Заһиҙуллина, Мәликә Иҫәнова, Сәлихтән Шәһиҙә инәй һәм уның балалары Мөхәмәҙул­линдар, Һайрандан Сәлимә апайыбыҙ, Зиннур һәм Әнүр, Шамил Иҫәновтар ғаиләләре менән байрам­ға ашҡынып килде.
Ҙур байрам шатлығын уртаҡлашыу өсөн ҡайтҡан туғандарын ҡунаҡсыл Рәис һәм Ғәлиә Иҫә­новтар урамдарында шыжлап ҡайнап ултырған самауыр сәйе менән ихлас күңелдән ҡаршыланы. Йорт алдында оҙон итеп һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр ҡуйыл­ған, сөнки байрамда ҡатнашҡан туғандарҙың береһе лә буш ҡул менән килмәгән. Улар төрлө башҡорт милли ашын бешереп алып килгән. Фәйзелғаян Шәриф­рахман улы байрамға арнап ҡорбан салған. Ҡаҙандарҙа ит бешә, самауырҙар шыжлай, уңған килендәр Юлиә Ғималетдинова, Мөслимә Мөхәмәҙуллина, Ләйсән Иҫәнова, Иҫән ҡарттың ейәнсәрҙәре Айгөл һәм Гүзәл Ғималет­диновалар йүгереп йөрөп былау, аш бешерә. Ә инде был арала ир-егеттәр Ғима­летдин олатайҙың ҡәберенә барып аят уҡытып ҡайтты.
Байрам йәш мулла Нурисламдың Ҡөрьән сурәләрен уҡыуы менән башланды. Артабан һүҙҙе Фәй­зелғаян Шәрифрахман улы дауам итте. Ул Иҫәновтар ырыуы тураһында бик бай, ҡыҙыҡлы материалдар туплаған. Уны олоһо ла, кесеһе лә йотлоғоп тыңланы. Артабан сара Раушания Иҙрис ҡыҙы әҙерләгән йөкмәткеле сценарий буйынса дауам итте.
Хәҙерге көндә бер ата-бабанан таралған Иҫәновтар ырыуы республикабыҙҙың төрлө мөйөшөндә төрлө фамилия менән йәшәп, илебеҙгә хеҙмәт итә һәм үҙ тамырҙарының тәрәнлеге, ырыу ағасының йылдан-йыл олпатланыуы, арҙаҡлы кешеләренең күплеге менән ғорурлана. Байрам күңелле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сәлих ауылы һандуғасы Айһылыу Мөхәмәҙуллинаның өҙҙөрөп йырлауы йәм өҫтәне. Ишәй ауылынан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Сәриә һәм Гөлфиназ сараны музыкаль яҡтан биҙәп, матур йыр бүләк итте. Республика бейеү конкурстары еңеүселәре Ширень Шәрипованың, Нурисламдың өҙә баҫып бейеүе барыһын да дәртләндереп ебәрҙе. Ә инде “Байыҡ” республика конкурсы лауреаты Фәйзелғаян Ғималет­диновтың йәш егеттәр кеүек һикереп төшөп татар бейеүен башҡарыуын бөтә туғандар аяҡ үрә баҫып алҡышланы.
– Шәжәрә байрамы – бик әһәмиәтле сараларҙың береһе. Ул үткәнеңә күҙ һалырға, тарихты аңларға, белергә ярҙам итә. Киләсәктә балаларыбыҙ үҙ тамыр­ҙарын белеп үҫһен, уларҙың ырыу ағастары ныҡлы, нәҫел-нәсәп көслө булһын. Бындай байрамдар тарихта ҡала. Ғүмер уҙа, быуындар алмашына, беҙҙең урынға балалар баҫыр. Килер быуындарға ҡалдырылған рухи мираҫ йәмғиәтебеҙ мәнфәғәтендә алға китешебеҙгә ҙур йоғонто яһаясаҡ, балаларҙа илгә, ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләйәсәк. Байрамды ойоштороусыларға, унда ҡатнашыу­сыларға оло рәхмәтемде еткерәм, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, – тине байрам һуңында Өфө ҡалаһындағы “Урал” башҡорт ойошмаһы етәксеһе Риф Иҫәнов һәм ҡатнашыусыларға китаптар, буклеттар бүләк итте.
Иң өлкән ҡунаҡ, Һайран ауылында йәшәүсе 90 йәшлек Мәрйәм инәй Иҫәнованың күңеле йомшарып, һөйләүен барыһы ла ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ул, элекке заман менән бөгөнгө йәшәйеште сағыштырып, йәштәргә тормош ҡәҙерен белеп, бер-береһен ихтирам итеп йәшәүҙәрен теләне.
Байрамға йомғаҡ яһап, ырыуҙың иң оло кешеһенә һәм иң кесеһенә иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды.
Ғәйәт ҙур фәһемгә эйә булды был байрам. Үткәндәргә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтте ул. Беҙҙең бөгөнгөбөҙ – тиҫтәләгән быуындың ғүмере, хеҙмәте, батырлығы. Ошо юлда күпме аяныслы яҙмыш, шанлы тарих ята. Шәжәрәбеҙ үткәндәр аша киләсәккә ҡарай, быуындар бәйләнеше, туғанлыҡ ебе өҙөлмәһен, тигән өмөт менән баға.
Шәжәрә байрамының төп маҡсаты нәҫелдәр ебен, туғандарҙы барлау ине. Оло инәй-бабайҙарҙың, ағай-апайҙарҙың, балаларҙың күтәренке кәйефе, шатлыҡ менән тулы йөҙҙәрен күреп, ойоштороусылар был маҡсатҡа тулыһынса иреште, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә була.
Иң аҙаҡ туғандар шәжәрәнең әһәмиәтлегенә туҡталды, баш­ҡарыл­ған оло эш өсөн байрамды ойоштороусыларға рәхмәт әйтте. Матур байрам йәмле Шиҙә йыл­ғаһы эргәһендә иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Р. ИСМӘҒИЛЕВА.

Ишембай районы.

Ағас ботаҡтары төрлө үҫһә лә, тамырҙары бер
Ағас ботаҡтары төрлө үҫһә лә, тамырҙары бер










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»