RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр…

06.07.2016 Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр…

Әжәлгә  дарыу бар, тиҙәр…
Яҙмыш ебе… Ул үтә нескә һәм теләһә ҡайһы миҙгелдә өҙөлөп китергә мөмкин. Яҙмыш ебе өҙөлөүен беҙ үлемгә тиңләйбеҙ, ә үлем тигән төшөнсәне Әжәл менән осрашыу тип атайбыҙ. Ләкин Әжәл менән осрашыу үлем түгел, ә үлеп барыу процесының бары тик башланғысы йәки туҡтап уҡ ҡалған бер осоро ғынамы? “Әжәлгә дарыу бар тиҙәр, мөхәббәткә бармы икән?” тип йырлаһалар ҙа, был йыр һис тә өмөтләндермәй. Әгәр ундай дарыу булһа, йәшәү шул тиклем ҡәҙерле булыр инеме икән? Әжәлдән ҡотолоп булмаһа ла, унан сигенеп торорға була, тигән фекер ҙә йәшәй.

Бер үк сюжетлы фажиғәләр


26 июндә күрше Татарстан республикаһының Һаба районында күп кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. “Хёнде” кроссоверы менән “Ситроен” микроавтобусы бәрелеше арҡаһында һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлдө. Еңел автомобиль водителе рулгә ултырыр алдынан йөрәге ауыр­тыу­ға зарланған булған. Бынан тыш, машина хужаһы һуңғы йылда юлда йөрөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 64 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Тап “Хёнде” аварияға сәбәпсе лә инде – ул ҡаршы яҡ юлға сығып, микроавтобус менән бәрелешә. Һәләкәт һөҙөмтәһендә кроссовер йөрөтөүсе һәм уның пассажиры, шулай уҡ микроавтобус водителе һәм биш пассажир йән бирә, тағы дүрт пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Микроавтобус водителе лә юл ҡағиҙәләрен боҙған – ул 120 км/сәғәт тиҙлек менән барған, 8 кеше урынына 9 пассажирҙы ултыртҡан, ике баланы бер хәүеф­һеҙлек ҡайышы менән эләктергән.
Татарстандағы транспорт фа­жиғәһе ике йыл элек үҙебеҙҙәге Архангел – Инйәр трассаһындағы һәләкәтте хәтерләтте. Был аварияла, шулай уҡ ҡаршы юлға сығып, микроавтобустың ете пассажиры һәләк булғайны. Такси хеҙмәтен үтәүсе микроавтобус хужаһы, аҡса артынан ҡыуып, йүнләп ял да итмәй. Һөҙөмтәлә йоҡлап китеп, ҡаршы юлға сығып, фураға бәрелгәйне, маңлайға-маңлай бәрелеш булһа ла, был осраҡта ике водитель дә иҫән ҡалды. Тимәк, ғүмер сәғәттәре туҡтарға әлегә иртә булған.

Ғүмерең сәғәте күпме?


Барлыҡ кешелек үлем сәғәте алдында көсһөҙ. Барыһы ла был хаҡта белә, ләкин ҡасан тәне менән хушлашасағы хаҡында белмәй. Кемгәлер тауыҡ кисерлек кенә һыуҙа батыу яҙылһа, икенселәр башын үтә тишкән пулянан һуң да тере ҡала. Мөғжизә йәки бәхетле осраҡ арҡаһында тере ҡалыусылар бар. Шулай уҡ етеҙлек рефлекстары ныҡ үҫешеп, ауыр хәлдән сыға алғандар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, 1971 йылда Перу күгендә самолетты йәшен ата. Өс мең метрҙан тропик урманға ҡолап төшкән һауа судноһының 92 пассажиры араһында ни бары 17 йәшлек Джулиана исемле ҡыҙ тере ҡала. 10 көндән, йырт­ҡыс йәнлектәр, пиранья һәм крокодилдар мыжғып торған джунгли һәм йылғаларҙы аша сығып, урмансылар ауылына килеп етә. Урындағы халыҡ ҡыҙҙың тере ҡалыуына шаҡ ҡата. Ә быныһы беҙҙең көндәрҙә булған фажиғәнән – 2013 йылда Бангладешта тегеү фабрикаһы ишелә. Унда 19 йәшлек Решма исемле ҡыҙ емереклектәр араһында ҡалып, 17 көн буйы ята. Янында бер аҙ һыуы һәм печеньеһы булып, ошо аҙыҡ арҡаһында тере ҡала. Ул ваҡиғала 1100-ҙән ашыу кеше ҡорбан була, Решма, Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән, емереклектәр араһынан имен-һау табыла.
2003 йылда Америка альпинисы 5 тәүлектән ашыу каньон “ау”ына эләгеп тора. Ҡаяға менеп барғанында ҙур таш шылып, альпинис­тың ҡулын ҡыҫа. Тәүлектәр буйына егет ҡулын ысҡындырырға маташа, тик бушҡа ғына. Һуңғы сиккә еткәс, кеҫәһендәге бәләкәй генә ҡытай бысағы менән үҙ ҡулын … үҙе ҡырҡырға мәжбүр була һәм тоҙаҡтан ҡотола. Ампутация яһағанда, һеңерҙәрҙе ҡырҡыуы бигерәк ауыр булды, тип һөйләй ул тере ҡалғандан һуң.
Һәр бағананан тиерлек көнләгән һөйгәненән нисек ҡотолорға белмәгән Эйлин мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуймаҡсы була. Тик ғәҙәти талаш был юлы ҡораллы һөжүмгә күсә – егет пистолетын ҡыҙҙың түшенә терәп, бер нисә тапҡыр ата. Беләһегеҙме, ҡыҙҙы нимә ҡотҡара? Күкрәк үлсәмен ҙурайтыу өсөн ҡуйылған имплантаттар! Улар пуляларға күкрәк ситлегенә үтеп инергә мөмкинлек бирмәй.
44 йәшлек швед автомобилендә ҡар ғәрәсәте ҡамауына эләгә. Ул ике ай буйына һыуһыҙ-ризыҡһыҙ тере ҡала. Ҡотҡарыусылар килгәндә, ир йоҡо тоғона уранып, артҡы ултырғыста ятҡан була. Медиктар әйтеүенсә, уның организмы, хас айыуҙыҡы ише, йоҡоға талған һәм барлыҡ физиологик процестар әкренәйгән. Ә тән температураһы 31 градусҡа тиклем төшкән, бының менән организмдың энергия ҡулланыуы кәмегән. Мөғжизәме был, нимә?
Яҙмышы шулдыр, күлдәктә тыуған, тип фекер йөрөтәбеҙ ҡот осҡос фажиғәләрҙә тере ҡалыусылар хаҡында. Баштағы бер генә сәс тә Хоҙайҙың тәҡдиренән тыш төшмәй икән, кешенең ниндәй генә ауыр хәлдә ҡалыуына ҡарамаҫтан, Ул ғүмерҙе һаҡлап ҡала, тимәк.

Алыҫлашабыҙ йәки яҡынаябыҙ

“Әлдермештән Әлмәндәр” ко­медияһын белмәүселәр һирәктер. Оло булыуына ҡарамаҫтан, күңеле менән йәш, көс-ҡеүәте ташып торған Әлмәндәр ҡартҡа Әжәл килә. Бабай бер быуатҡа яҡын йәшәһә лә, тормошҡа һөйөүе һаман һүнмәгән. 91 йәшлек ҡарт, бәлки, Әжәлде алдап булыр, тип хыяллана. Туфан Миңнуллиндың әҫәрендә Кеше менән Әжәлдең ҡаршылығы үҙенсәлекле итеп күрһәтелә. Күп нужа күргән, ауырлыҡтар татыған, ләкин һәр саҡ тормоштан йәм табып йәшәгән ҡарт үлемде төрлөсә алдай. Шаянлығы, ихласлығы менән һоҡландырған Әлмәндәр менән аралашҡан һайын, Әжәл хатта бабайҙы үҙе менән алып китергә ҡыҙғана башлай, сөнки был кешенең йәшәү теләгенә һоҡлана. Тик Ғазраилға Әлмәндәрҙең йәнен алыу бурысы йөкмәтелгән, йәшәү ҡанундарын боҙорға хаҡы юҡ. Ана шулай кемдеңдер Әжәл менән осрашыуҙан һуң тере ҡалып та, бер аҙ ваҡыттан һәләк булыуы кеүек осраҡтар йыш була.
Техастан йәш комментатор Джессика Редфилд кинотеатрҙағы күмәк атыш мәлендә яҡты донъя менән хушлаша. Ә бынан бер ай элек ҡыҙ сауҙа үҙәгендәге атыштан тере килеш сыҡҡан була. Был хаҡта үҙенең блогында былай тип яҙа: “Мин үҙемдең тере ҡалыуыма ышанмайым. Әйтерһең дә, был хәл минең менән булманы, күңелемде ниҙер өйкәп тора”. Бер аҙ ваҡыттан Әжәл барыбер ҡыҙҙың йәнен алып китә, шундай уҡ атыш­ҡа бәйле фажиғәлә.
Беҙҙең Салауат ҡалаһында бер ҡатын тәҙрә йыуған ваҡытта күп ҡатлы йорттоң балконынан ҡолап төшә. “Тиҙ ярҙам” машинаһы килеп, ныҡ бейектән осоп төшөүгә ҡарамаҫтан, пациенттың хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләй. Шулай ҙа уны үҙҙәре менән дауаханаға алып китәләр. Ләкин юлда иҫерек водитель “Тиҙ ярҙам”ға килеп бәрелә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә ҡатын машинанан осоп сыға һәм асфальтҡа башы менән һуғылып йән бирә.
Бразилияла була был хәл. 238 кеше ҡорбан булған төнгө клубтағы янғындан ҡотолоп ҡалған ҡыҙ ике аҙнанан автоһәләкәткә осрай һәм машина шартлағанда үлә. Тимәк, уға ут стихияһынан үлем кисерергә яҙғандыр.
Шулай итеп, Әжәлде алдау мөмкин түгел, күрәһең. Бөгөн һеҙ, Ғазраилды алданым, тип ҡыуанаһығыҙ икән, тимәк, ул һеҙгә “ҡунаҡҡа” йыйынмаған булған, ә янығыҙҙан үтеп кенә барған!
Барыбыҙ ҙа был донъяла ваҡытлыса ғына, матур көндәрҙе, донъя ләззәттәрен өҙөп, берҙән-бер көндө ҡаршыбыҙға үлем фәрештәһе килеп баҫа. Үлемемде кисектер инде, тип илаһаҡ та, кешенең яҡты донъяға килгәнсе үк яҙып ҡуйылған әжәлен Алла һис кенә кисектерә алмай. Әҙәм балаһы үҙенең ҡасан, ер йөҙөнөң ҡайһы мөйөшөндә әжәлен осратырын һис кенә белмәй шул.
Шулай итеп, кеше бер ҡасан да үлемде алдай алмай, кешенең тормошто яратыуы ғына үлемһеҙ булып ҡала.
Беҙҙең һәр бер көнөбөҙ Әжәлде еңеү булып сыға түгелме? Тик һәр кемдең – үҙ ваҡыты, үҙ мәле, үлемде һемәйтеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең барлыҡ йәшәүебеҙ ғүмер таҡтаһындағы уйын кеүек. Һәр бер хәрәкәтебеҙ – ул уйын йөрөшө, йә Әжәлдән алыҫлашып торабыҙ, йә яҡынаябыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»