НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (20 июнь - 26 июнь)

Йондоҙнамә (20 июнь - 26 июнь)


Йондоҙнамә (20 июнь - 26 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт осор. Әүҙемлегегеҙ йыйылған мәсьәләләрҙе йәһәт кенә хәл итергә ярҙам итер. Күптәнге уй-ниәттәрҙе бойомға ашыра башлар өсөн дә уңайлы мәл. Ҡайһы саҡ туҡтап, бер аҙ уйланып алыу файҙалы булыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала йондоҙҙар һеҙгә гел ыңғай ваҡиғалар ғына вәғәҙә итә. Ваҡытында ярҙам, яҡшы тәҡдимдәр, бүләктәр алыуығыҙ ҙа бик ихтимал. Икенсе яҡтан, күтәренке кәйефегеҙ һеҙҙе йыш ҡына өҫтәмә сығымдарға этәрер, моғайын.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡайһы бер мәсьәләләргә яңыса ҡараш ташлау дөрөҫ булыр. Һуңғы ваҡыттағы тырышлығығыҙ, даими көрәшеүегеҙ әллә ни файҙа килтермәй һымаҡ. Бер аҙ туҡтап, артабан барасаҡ юлдарҙы, иң мөһим эштәрҙе барлап сығырға кәңәш ителә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Килеп тыуған ҡаршылыҡтарға иҫегеҙ китмәһен, был тәбиғи хәл. Уларҙы урап үтергә аҡыл-тәжрибәгеҙ етергә тейеш. Күптән күрмәгән туғандарығыҙ, иптәштәрегеҙ менән осрашыу файҙалы булыр. Йоманан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Бер юлы бер нисә эш менән булышыр­ға тура килер. Бының менән генә хәлегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртә алмаҫһығыҙ, моғайын. Аҙ ғына түҙегеҙ, тиҙҙән уйламаған яҡтан ярҙам алырһығыҙ кеүек. Аҡыллы кәңәштәрҙән дә баш тартмағыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был көндәрҙә күпселек эштәрегеҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында тотҡарланып торор, бәлки. Ваҡиғаларҙың барышын үҙ файҙағыҙға борорға тырышыуығыҙ һөҙөмтә бирмәҫ. Кесе йомала ниндәйҙер өҫтәмә йөкләмә лә алырға тура килер һымаҡ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала тормошоғоҙға ниндәйҙер яңылыҡ индерә алырһығыҙ, моғайын. Һәр хәлдә ул яҡшыға булыр. Үҙегеҙҙе күпкә тынысыраҡ һәм ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ. Матди торошоғоҙ ҙа тотороҡланыр. Элек боҙолған араларҙы ла еңел көйләрһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һәүетемсә йәшәүегеҙ дөрөҫ булыр. Иңегеҙгә артыҡ эш-йөкләмә алырға тырышмағыҙ. Аҙна барышында ауыр мәсьәләләрҙе ситкә ҡуйып, ҡулығыҙҙан килгәнде генә башҡарығыҙ. Күптәнге танышығыҙҙан хәбәр килер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Үткән ваҡиғалар һаман да тормошоғоҙға йоғонто яһар. Күңелегеҙҙә ҡайһы ваҡыт ниндәйҙер бушлыҡ та тойорһоғоҙ. Йондоҙҙар күберәк аралашырға, кеше араһында йышыраҡ булырға кәңәш итә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бөтә көндәр ҙә тигеҙ һәм тыныс үтер. Шишәмбелә генә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был көндө ниндәйҙер икеле хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Шәмбелә күңелегеҙгә ятмаған эш менән булышырһығыҙ, бәлки.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡайһы саҡ күңелегеҙ тынысһыҙланыр. Һеҙҙең турала кемдер юҡ-бар ғәйбәт таратыуы мөмкин. Һәр хәлдә, шуны онотмағыҙ – был оҙаҡҡа бармаҫ. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Артабан хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡәҙимге осор. Ыңғай һәм кире ваҡиғалар, ғәҙәттәгесә, алмашынып торор. Шаршамбылағы хәлдәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Бер яҡтан, улар ыңғай ҙа һымаҡ, икенсе яҡтан, уйланып алырға мәжбүр итер. Иң өмөтлө көнөгөҙ шәмбе булыр.

Сығыу ваҡыты 20-06-2016, 17:29 | Ҡаранылар: 564
|
  • Йондоҙнамә (11 - 17 июль)
  • Йондоҙнамә (4 - 10 июль)
  • Йондоҙнамә (13 июнь - 19 июнь)
  • Йондоҙнамә (6 июнь - 12 июнь)
  • Йондоҙнамә (11-17 апрель)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM