RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әкиәт иленә тиң Йәнтеш

07.06.2016 Әкиәт иленә тиң Йәнтеш

Әкиәт иленә тиң  ЙәнтешУрал итәге сал далаларға тоташҡан ерҙә уңған, талантлы, уҡымышлы халҡы менән бар Хәйбуллаға өлгө булған Йәнтеш ауылы урынлашҡан. Уны икегә бүлеп ултырған бәләкәй генә, әммә ғорур, мәғрур Тәкәлтау һәр ҡунаҡты ихлас хужалай ҡаршы ала. Ҡаяларҙы ҡосоп үҫкән ҡайындар йәшел яулығын болғап сәләмләй. Ә кешеләре һуң, ниндәй ихлас: һәр береһе күптәнге танышылай күреп хәл һораша, ил хәлдәренә баһа бирә.
XVIII быуат башында нигеҙ һалынған ауылда бөгөн 143 йорт иҫәпләнә, 547 кеше йәшәй. Йәнтештәрҙең уртаса йәше – 38, тимәк, ауыл ҡартаймай, киләсәге бар! Тыуған төйәгенә тоғро булып, хеҙмәтте үҙ итеүселәр генә бәхетте ситтән эҙләмәй, үҙ нигеҙен үҙ ерендә ҡоралыр ул.

Ә Йәнтештә егәрле халыҡ йәшәй тиһәм, һис кенә лә хата булмаҫ. Ауыл үҙәгендә урынлашҡан сәскәле аллея ғына ни тора! Һәр хужалыҡ баҡсаһында ултыртылған йәшелсә-сәскәләргә, емеш ағастарына ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. 40-тан ашыу шәхси хужалыҡтың үҙ тракторы бар.
– Ауылда эш юҡ, тиеүселәр менән килешмәйбеҙ, – ти Йәнтештә йәшәүсе игеҙәктәр (ул игеҙәктәр ауылы ла икән, бында ете игеҙәк ғүмер кисерә) Булат менән Морат Иштановтар. Улар әлеге мәлдә пилорама асыу мәшәҡәте менән йөрөй. Егеттәр ҡорамалды һатып алмаған, ә үҙҙәре эшләгән. Былтыр үҙҙәренең кәрәк-яраҡтарын еткерер өсөн генә был эшкә тотонған бер туғандар, ауыл халҡы ярҙам һорап мөрәжәғәт итә башлағас, был йүнәлештә үҙ эшен асырға ҡарар итә. Һорау тәҡдим тыуҙыра, тиҙәр. Иштанов­тарҙың ярҙамсыллығы хаҡында мәҙәниәт йорто, мәктәп хеҙмәткәрҙәре тик рәхмәт һүҙҙәре менән генә һөйләне. Ремонт эштәрендә, төрлө тамашаларға сәхнә биҙәгәндә, зыяратты тәртипкә килтергәндә был ике егет бер һүҙһеҙ ҡул ярҙамы күрһәтә. Алтын ҡуллы егеттәр бурсанан бура бурау менән дә шөғөлләнә, шәхси тракторҙары менән йәй көнө халыҡҡа бесән сабып та аҡса эшләй. Бынан тыш, мунса мейестәре лә эшләргә өйрәнгәндәр.
Илшат Сынбулатов мал үрсетә. Бөгөн уның хужалығында йөҙҙән ашыу һарыҡ иҫәпләнә. Ә Әхәт Ғиләжев менән Наил Дәүләт­шиндың фермер хужалығы игенселек менән шөғөлләнә. Ауыл янында урынлаш­ҡан “Һаҡмар” балалар һәм ата-әсәләр шифаханаһы бөгөн дә ҙур роль уйнай. Ойошмала эшләүсе 82 хеҙмәткәрҙең күбеһе – Йәнтештән, тимәк, күп урында хөкөм һөргән эшһеҙлек был ауылды урап үтә. Икенсенән, ауыл халҡы ит өсөн үрсеткән эре малын сират буйынса шифахананың ашханаһына тапшырып, килем ала. Ә йәй көнө матур тәбиғәт ҡосағына ял итергә килгән туристар һөт ризыҡтарын да күпләп һатып ала. Ауылдың тирә-яғын, зыяратты тәртипкә килтереү буйынса яҙлы-көҙлө өмәләр ойошторолоп тора. Башҡа яҡтарҙа ҙур проблема булып һаналған көтөү көтөү ҙә бында ҡәтғи тәртипкә һалын­ған. Ауыл малдары ике көтөүгә бүленгән, хужалар сират буйынса көтә.
Ауыл урамынан үткән саҡта береһенән-береһе матур, төҙөк йорттар күҙгә ташлана. Был да бит хужаларҙың булдыҡлылығы хаҡында һөйләй. Эш булғас, йәштәр ҙә ауылда ҡала. Һуңғы йылдарҙа өйләнешкән өс ғаилә, төрлө программалар буйынса дәүләттән ярҙам алып, былтыр өй туйлаған. Быйыл тағы ла биш йорт төҙөлә. Күп балалы ғаиләләр һаны – 16, биш ҡатын “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған.
Һәр ауылдың күрһәткесе булған ауыл мәктәбе Йәнтештә тулы тормош менән йәшәй. Юғары белемле 15 уҡытыусы балаларға белем бирә, уларҙан тыш, һигеҙ техник хеҙмәткәр бар. Һигеҙ класта 51 бала белем ала, ҡалғандары, уҡыусылар һаны тулмау сәбәпле, ябылған. Ул кластар­ҙағы балаларҙың күбеһе уҡырға Сибай гимназияһына киткән. Быйыл мәктәпте алты бала тамамлай, барыһы ла юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләй. Балалар баҡсаһында иһә ике төркөм эшләй. Өлкән төркөмгә – 17, кесеһенә 23 бала йөрөй. Был ойошмала барлығы алты кеше эшләй. Мәктәп директоры Юлай Мөхәмәтғәле улы дауаханала булыу сәбәпле, уның менән осраша алманыҡ. Әммә улы Фәнис Иштакбаев беҙгә мәктәп буйлап матур экскурсия ойошторҙо. Уның әйтеүенсә, киләһе уҡыу йылында мәктәп ябылмайынса һаҡланып ҡалһа, 2017 йылдан уҡыусылар һаны арта башлаясаҡ.
– Кластар һаны кәмеү сәбәпле, профилле фәндәр буйынса уҡытыу­сылар ауыл еренә эшкә килергә атлығып тормай. Шунлыҡтан физика, информатика, химия, биология фәндәренән балаларға тулы кимәлдә белем биреүе ауырға төшә. Уҡытыусыларҙың да уртаса йәше өлкәнәйә бара, – тип проблемалар хаҡында ла һөйләп үтте Фәнис Юлай улы.
Ике ҡатлы мәктәп бинаһы янында ҙур ғына баҡса урынлашҡан. Бында балалар үҙҙәренә ҡыш буйы туҡланыр өсөн картуф, башҡа йәшелсәләр үҫтерә, емеш ағастары ла мул уңышы менән һөйөндөрә. Йәйге ял ваҡытында Йәнтештә райондың профилле лагеры эшләй. Миҙгелле эш менән аҡса эшләргә теләүселәр, студенттар бында эшкә урынлаша ала.
Хеҙмәттән йәм тапҡан йәнтештәр матур һәм күңелле итеп ял да итә белә. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре китапханасы Гөлнур Моталова менән бергәләшеп төрлө байрам­дар­ үткәрә, күңелле саралар ойоштора. Уларҙың һәр береһендә ауыл халҡы теләп ҡатнаша. Талантлылар өсөн һигеҙ түңәрәк эшләй. Мәҙә­ниәт йорто мөдире, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лена Ултраҡова бына инде 32 йыл үҙ эшен яратып, күңел биреп башҡара. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлаған белгестең ғорурлығы – театр түңәрәге. Ул етәкләгән “Һаҡмар” 2007 йылда халыҡ театры исемен яулаған, ә талантлы балалар­ҙы берләштергән “Тәкәлтау” түңәрәгенә өлгөлө театр исеме бирелгән. Ә Әлфиҙә Ултраҡова “Йәшлек” һәм “Тамсылар” бейеү түңәрәктәрен алып бара.
– Ауылда шул тиклем ихлас кешеләр йәшәй. Ниндәй генә сара үткәр­һәк тә, ҡатнашыуҙан баш тартҡан кеше юҡ. Ғаиләләре менән сәхнә биҙәге булғандар бар. Төрлө байрамдарҙы ойошторғанда “Әхирәт­тәр” клубы ағзалары ҙур ярҙам күрһәтә. Киске уйындарға сыҡҡан йәштәр ҙә үҙҙәрен тәртипле тота. Һуғышып, тәҙрә ватҡан йәки мәҙәниәт мөлкәтен урлаған кеше юҡ, киреһенсә, әйҙәгеҙ, шул байрамды үткәрәйек, әйҙәгеҙ, концерт ҡуяйыҡ, тип йөрөүселәр күп. 9 Май – Еңеү көнө айҡанлы студенттар байрамға ҡайтҡан арала ғына ҙур концерт ойоштороп, ауыл халҡын ҡыуан­дырҙыҡ.
Ә таланттар күп был ауылда. Башҡортостандың халыҡ артисы, дирижер Ғәйнетдин Моталов, шағир Насиб Һаҡмаров, профессор, геология буйынса китаптар авторы, журналист Миңләхмәт Моталов тап ошо ауылда тыуып үҫкән. Йәштәр араһында көндән-көн популярлыҡ яулаусы йырсылар Илмир Моталов, Азат һәм Илфаҡ Исҡужиндарҙың да киләсәктә ҙур үрҙәр яулаясағына шик юҡ. Сөнки улар күңелендә ижад осҡондо тыуған ерҙәренән ҡабыҙған.
Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, беҙ иң тәүҙә “Йәшлек”тең тоғро дуҫтары хаҡында һорашабыҙ. Йәнтешкә юл төшкән саҡта барлығы ун кеше икенсе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙгә яҙыл­ғайны. Хат ташыусы Фәхирә Исҡу­жина беҙҙе ташламалы яҙылыу декадаһында дуҫтарыбыҙҙың артасағын әйтеп шатландырҙы. Ә Мә­ҙинә һәм Рәфҡәт Моталовтар менән Вәғиҙә һәм Фәрит Арыҫлано­тарҙың ғаиләләре беҙҙең гәзиттән “Ленин­сы” ваҡытынан уҡ айырылмай икән. Ғаилә башлығының ауылдағы инвалидтар советы рәйесе икәнен белгәс, Моталовтар йортона юлландыҡ.
– “Йәшлек”тең һәр бер битен яратып уҡыйбыҙ. Айырыуса “Тормош юлдары ҡатмарлы”, “Үәт, әй!”, “Атанан күргән – уҡ юнған”, “Кәңәш-төңәш” рубрикалары оҡшай. Редакцияғыҙ талантлы журналистарҙан ғына тора икән. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, ауылыбыҙға килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тип ҡаршы алды беҙҙе хужабикә.
Рәфҡәт ағай тәүҙә 26 йыл колхозда механизатор, аҙаҡ урман хужалығында эшләгән. Ваҡытында эштә йәрәхәт алып, бер күҙен зарарларға ла өлгөргән. Хәҙер хаҡлы ялда, әммә һис кенә лә ҡул ҡаушырып ултырмай: малын да тота, бал ҡорттары ла ҡарай. Оҫта ҡуллы ағай быйма ла баҫа белә, мейес тә сығара, бала саҡтан ағас эше менән булыша. Өйҙәрендә ағайҙың үҙе эшләгән күҙҙең яуын алып торған семәрле кәрниздәрҙе күреп, хайран ҡалдыҡ, ә биҙәкле ҡорғандар­ҙы хужабикә үҙе теккән икән. Мәҙинә апай бәйләмгә лә, аш-һыуға ла оҫта, күп итеп баҡса сәсә, ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән. Мәләүез йылғаһы буйында урынлашҡан йәмле йорт 43 йыл татыу ғүмер иткән хужаларҙың булдыҡлылығы тураһында һөйләй.
– Ауылда физик мөмкинлеге сикләнгән 21 кеше йәшәй. Фельдше­рыбыҙҙан уңдыҡ, Таңсулпан Исҡужина һәр беребеҙҙең һаулығы ме­нән ҡыҙыҡһынып, аралашып тора. Райондың инвалидтар советы ла ярҙамынан ташламай. Кемдәр коляскала ултыра йәки таяҡҡа таянып йөрөй, барыһы ла кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителде. Боҙола ҡалһа, йәки тәгәрмәсен алмаштырырға кәрәкһә, мөрәжәғәт итеү менән килеп эшләп тә китәләр. Төрлө саралар үткәрелә, оҙаҡламай “Уңайлы мөхит” программаһы буйынса рейд киләсәк, кемдең ниндәй мохтажлығы бар, шуларҙы асыҡлаясаҡтар, ярҙам да ойошторола. Ауылыбыҙҙың яман шеш ауырыуҙары буйынса 2-се урында тороуы күңелде ҡыра. Уның барлыҡҡа килеп сығыу сәбәптәре билдәле түгел, – тип борсолоуҙары менән бүлеште Рәфҡәт ағай, – Экология проблемаһы, тиҙәр, ә беҙҙә шундай матур тәбиғәт, эскән һыуыбыҙ, һулаған һауабыҙ таҙа. Халыҡ араһында төрлө имеш-мимеш йөрөй бит: аптырағандан, ҡайһы саҡта уларға ышанып, әллә, ысынлап та, уран ятҡылығы өҫтөндә йәшәйбеҙме икән, тип уйлап кителә. Халыҡтың үҙ һаулығына ҡарата вайымһыҙ булыуы ла насар йоғонто яһай. Әллә ниңә ауыл халҡы донъя көтөүҙе беренсе урынға ҡуйып, ваҡытында тейешле дауа алмай...
Ысынлап та, борсолорға, уйланырға урын бар. Ваҡытында медицина тикшерелеүе үтергә, дауаланыр­ға ла аҡыл етһен ине лә бит...
Йәнтеш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 99 ир-егет китеп, тик 33-ө генә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайҡан. Уларҙың да бөгөнгө көнгә тиклем иҫән ҡалғандары юҡ. Балалыҡ йылдары аяныслы ваҡытҡа тура килгән тыл ветерандарының да сафы көндән-көн һирәгәйә. Мәүлихә инәй Арыҫланова, Хәҙисә инәй Байғусҡарова, Әбделхаҡ олатай Ҡадаев... Бармаҡ менән генә һанарлыҡ икән.
Юл төшкәндә тип, өс класс белеме менән дә оҙаҡ йылдар электрик булып эшләүсе, йор һүҙле, шаян, йыр-бейеүгә маһир 85 йәшлек Әбделхаҡ олатайҙың хәлен белешеп сыҡтыҡ. Тормош уға аяуһыҙ һуғыштан тыш та етерлек һынауҙар күрһәтеп өлгөргән. Үҙ ғүмерендә ул ике тапҡыр тол ҡалған, 1999 йылда Чечняла хеҙмәт иткән улы Иректең дә вафатын кисерергә тура килә (Ирек Ҡадаев иҫтәлегенә ауылда йыл һайын волейбол буйынса район кубогы ойошторола). Бөгөн тыл ветераны улы Урал һәм килене Сәлиәнең ҡәҙер-хөрмәтенә һөйөнөп ғүмер итә. “Йәшлек”тәргә ул башҡорт халыҡ йыры “Шафиҡ”ты бүләк итте. Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән тормош иптәше Клара инәй мәрхүмәне һағынып: “Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк”, – тип тә моңланып алды.
Һәр ауыл һайын тиерлек әүҙем эшләүсе “Ағинәйҙәр ҡоро” ниңәлер күп осраҡта фольклор ансамбль ролен үтәй башланы. Ә йәнтештәр был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ: улар үҙҙәренең төп маҡсаты итеп әхлаҡи тәрбиә һәм милләтте үҫтереүҙе алған. Йыйылыу урындары ла – ауыл мәсетендә. Аҡ яулыҡлы, аҡ күңелле инәйҙәрҙең доғалары ҡабул була тиҙәр бит, Йәнтеш инәйҙәре лә көндәрен намаҙҙан, доғанан башлай. Балаға исем ҡуштырыу, никах уҡытыу, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу кеүек йолалар уларһыҙ үтмәй. Мәктәп уҡыусыларына, йәш ҡыҙҙарға, килендәргә тәрбиә дәрестәре ойошторола, хатта һирәк-мирәк булһа ла күренеп ҡалған эскелек күренешенә лә битараф ҡалмай улар: күмәкләшеп барып оялтып, ҡыҙҙырып алалар. Был ҡорҙоң барлыҡ эшенең башында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсәниә Фәниә Арыҫланова тора. Ағинәйҙәр тик нәсихәт менән генә булышмай, кәрәк икән, үҙҙәре ижад иткән ҡобайырҙары, мөнәжәттәре, бәйеттәре менән төрлө дини байрамдарҙа сығыш та яһай. Ямғыр теләү йолаһын башҡарып, улар Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ла төшкәндәр. Бына шундай аҡ яулыҡлы инәйҙәр үҙ доғалары менән йәнтештәргә ҡот, бәрәкәт һәм матурлыҡ килтерә.
Ҡайғыртабыҙ киләсәкте,
Бала ишле үҫһен тип.
Килер быуын вәкилдәре
Аңлы, рухлы булһын тип,
– Йәнтеш инәйҙәре ошондай өндәү менән йәшәй.
Ә иман йорто булған мәсет ауылда 2003 йылда уҡ Әбделхаҡ Ҡадаевтың башланғысы һәм Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе Рауил Торомтаевтың ярҙамы менән төҙөлә. Һәр йорт ҡулынан килгән тиклем матди ярҙам күрһәтә, күп кенә эшен ир-ат өмә менән башҡара. Ауылдың имам-хатибы, хажи Радик Арыҫланов хәләл ефете Миңһылыу апай менән мәсеттә ауыл халҡын иманға әйҙәй, теләге булған һәр кемгә ислам тәғлимәттәрен өйрәтә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, лицензия булмау сәбәпле, дин дәрестәрен уҡыта алмай.
Мәсеткә ингән саҡта ауыл халҡы дәррәү булып йома намаҙына йыйылғайны. Илгә именлек, халыҡҡа һаулыҡ, ергә бәрәкәт теләп намаҙға баҫты йәнтештәр.
Юлдашыбыҙ, Атингән ауыл биләмәһе башлығы Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы Сурина хушлашыр алдынан Йәнтеш ауылы тураһында үҙ һүҙҙәрен дә әйтеп ҡалды:
– Тырыш, эшһөйәр, тәртипле, иманлы, кешелекле халыҡ йәшәгән Йәнтеш ауылы бар район өсөн күрһәткес булып тора. Улар менән һәр эште атҡарып сығырға, һәр ауырлыҡты еңергә була. Йәнтештәр менән эшләүе – үҙе ҙур бәхет!
Бына шундай өлгөлө, иҫ киткес матур, ихлас кешеләре булған ауыл бар Башҡортостаныбыҙҙа, йәмле Үҫәргән ерендә.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Фотоларҙа:
- Юнис Иштанов уңған улдары менән ғорурлана;
- Йәнтештең киләсәге - балаларҙа;
- театр түңәрәге етәкселәре Лена Ультракова менән;
- Рәфҡәт һәм Мәҙинә Моталовтар;
- Әбделхаҡ олатай улы һәм килене хөрмәтендә ғүмер кисерә;
- Ауылдың имам-хатибы Радик Арыҫланов менән ағинәйҙәр



Әкиәт иленә тиң  Йәнтеш
Әкиәт иленә тиң  Йәнтеш
Әкиәт иленә тиң  Йәнтеш
Әкиәт иленә тиң  Йәнтеш
Әкиәт иленә тиң  Йәнтеш
Әкиәт иленә тиң  Йәнтеш










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»