RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (9 май - 15 май)

11.05.2016 Йондоҙнамә (9 май - 15 май)

Йондоҙнамә (9 май - 15 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һуңғы ваҡытта эштәрегеҙ туҡтағандай булыр. Әүҙемлегегеҙ күҙгә күренеп кәмер һымаҡ. Үҙегеҙгә бер аҙ ял бирһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Йондоҙҙар аралашыуҙы кәметергә ҡуша, унан барыбер әллә ни файҙа булмаҫ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Ҡыйынлыҡтар һаман да һиҙелеп торор. Уларҙың төп сығанағы – матди хәлегеҙҙең тотороҡһоҙлоғо. Был арала мөмкин тиклем хәмер эсеүҙән, төрлө мәжлестән тыйылырға кәңәш ителә. Шаршамбынан һуң еңеллек килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Ҡәҙимге аҙна. Әллә ни ҙур уңыштар ҙа булмаҫ, ләкин кире хәлдәр ҙә урап үтер кеүек. Шаршамбыла эсегеҙҙе бошорған күптәнге мәсьәләне еңел генә хәл итерһегеҙ. Кемдер тормошоғоҙҙан бөтөнләй китер, моғайын.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ғөмүмән, осор төрлө ҡапма-ҡаршылыҡҡа бай булмаҡсы. Һеҙҙән һәр хәлдә һаҡлыҡ талап ителә. Шаршамбыла ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙҙан зыян күреүегеҙ бар. Төп эшегеҙгә өҫтәмә яуаплылыҡ өҫтәлер.

Буға (21.04 – 21.05)
Уңышлы көндәр. Көс-ғәйрәтегеҙ һәм илһам артҡанын мотлаҡ асыҡ тойорһоғоҙ. Кесе йомала ыңғай ваҡиғалар, бүләк йәки аҡса алыуығыҙ ихтимал. Иң ҙур өмөттө йомаға бағлаһағыҙ, бер ҙә яңылышмаҫһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала икеле, ауыр мәсьәләләрҙе ыңғай яҡҡа ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Уларҙы хәл итә алмаһағыҙ ҙа, асыҡлыҡ индерерһегеҙ. Тик үҙегеҙгә тейешле ял бирергә онотмағыҙ. Өйрәнелгән көн тәртибен һаҡлау бик мөһим.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙә һеҙҙең турала юҡ-бар хәбәр таратыусылар табылып торор. Был арала мөмкин тиклем бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ. Үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, тиҙҙән барыһы ла яйланырға тейеш.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна барышында иң ҙур һәм мөһим эштәргә күберәк иғтибар бирегеҙ. Киләсәккә лә ҡараш ташлау файҙалы булыр. Әйбер алғанда һаҡ булығыҙ, шаршамбыла юҡ нәмәгә аҡса түгеүегеҙ бар.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Уртаса аҙна. Эштәгеләр менән ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Башҡаларға үҙегеҙ тураһында күп һөйләмәгеҙ, бынан зыян күрерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор башы өмөтлө күренә. Шишәмбенән һуң әүҙемлегегеҙҙе кәметегеҙ. Был арала башлаған эштәрегеҙ киләсәктә бик файҙалы булырға оҡшай. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – дүшәмбе һәм кесе йома.

Саян (24.10 – 22.11)
Төп эшегеҙҙә күптәнге дошмандарығыҙ ысын йөҙөн күрһәтеүе бар. Үҙегеҙҙе тыныс һәм ҡәҙимгесә тотоғоҙ. Башлаған эштәрегеҙҙе тамамларға тырышығыҙ. Хәл-ваҡиғаларҙы ҡапма-ҡаршылыҡҡа еткермәгеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор бигүк еңел булмаһа ла, унан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ, моғайын. Был арала ниндәйҙер элекке бәйләнеште яңыртырһығыҙ һымаҡ. Килемегеҙ яйлап артыр, ләкин уны табыу юлдары тағы ла ауырлашыр.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (15-21 апрель)

15.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 апрель)


Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)

13.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)


«Атайым – оло шәхес»

09.04.2019 - Махсус биттәр «Атайым – оло шәхес»


Йондоҙнамә (8-14 апрель)

08.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 апрель)


Үҙаллылыҡ емеше

08.04.2019 - Махсус биттәр Үҙаллылыҡ емеше


Мин һинһеҙ йәшәй алмайым

05.04.2019 - Махсус биттәр Мин һинһеҙ йәшәй алмайым


Миҙалһыҙ ҡалған батыр

04.04.2019 - Махсус биттәр Миҙалһыҙ ҡалған батыр


«Йола аша кешеләрҙә  йылға-күлдәргә,  тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырышам»

Табиптың да төрлөһө була

03.04.2019 - Махсус биттәр Табиптың да төрлөһө була


Йондоҙнамә (1-7 апрель)

01.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (1-7 апрель)


Битараф булма – «Ер сәғәте»нә ҡушыл!