RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Коллекцияһында - 725 янғын һүндереү машинаһы!

21.04.2016 Коллекцияһында - 725 янғын һүндереү машинаһы!

Коллекцияһында - 725 янғын һүндереү машинаһы!Наил Нәғим улы Ильясов янғын һүндереү хеҙмәтендә 25 йылдан ашыу эшләй. Хеҙмәт юлын лейтенант дәрәжәһендә башлап, хәҙер ул эске хеҙмәт полковнигы, "Өфөоргсинтез" ПАО-һы менән "Транснефть-Урал" ЯСЙ-һын һаҡлау буйынса "Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең Башҡортостан республикаһы буйынса 5-се отряды" федераль ҡаҙна учреждениеһын етәкләй.

Наил Нәғим улы коллегалары араһында ихтирам ҡаҙанған, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Атап әйткәндә ул мөҡмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн хәйриә акцияларын ойоштора. Ир уҙаманының бер ҡыҙыҡлы шөғөлөн ентеклерәк тасуирларға кәрәк. Ул янғын һүндереү машиналарының моделдәрен йыя.

- Барыһы ла 1999 йылда башланды. Тап шул мәлдә Рәсәй Президенты Борис Ельцин Указы менән 30 апрель Рәсәй янғын һағы көнө тип билдәләне. Ҡатыным байрам менән ҡотлап, миңә ҡыҙыл төҫлө «Москвич-427» автомобиле моделен бүләк итте. Шул мәлдә был оло юлдың башланғысы икәнен мин дә, хәләл ефетем дә белмәне. Һөнәрем яратҡан шөғөлөмә ҡушылды, ти Наил Нәғим улы.
- Шул көндән башлап моделдәр йыя башланым. Тәүҙә үҙемә ҡыҙыҡ булды - тағы ниндәй янғын һүндереү машиналарының моделдәре бар икән? Өфөлә унау таптым. Аҙаҡ "Машинки" магазины директоры менән танышып, шуның аша заказ яһай башланым. Әле ул магазин ябылды, ләкин эшлекле бәйләнеш дауам итә. Ошо көндәрҙә йыл башында сыҡҡан моделдәрҙе килтерергә һораным. Интернет аша яҙҙырып алам.

Әле минең йыйылмала 725 модель бар. Улар барыһы ла 43-сө үлсәмле. Араһында бик уникаль, ҡулдан эшләнгәндәре лә байтаҡ. Мәҫәлән 1898 йылда Санкт-Петербургта ҡулланылған Смирновтың механик баҫҡысы. Уның моделе ни бары 50 данала сыҡҡан.
XVII- XVIII быуаттарҙың янғын һүндереү ылауҙары, ХХ быуаттың 20-се йылдарындағы, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы мәлдәге совет автомобилдәре, хәҙерге заман машиналары бар.

Рәсәйҙә ҡулланылғандары менән бер рәттән сит ил янғын һүндереү техникаһы ла оҡшай. АҠШ, Франция, Англия, Италия, Франция машиналары бар. Былтыр япондар ҡулланған урман янғындарын һүндереүсе вездеход моделен алдым.

Иң ныҡ оҡшаған модель ҡайныһы тигән һорауға яуап бирә алмайым - бөтәһе лә берҙәй ҡәҙерле. Йыйылманы һат тип тәҡдим итеүселәр булды. Ләкин бар нәмә лә аҡса менән иҫәпләнмәй, ҡәҙерле нәмә һатылмай тинем. Автомобилия менән 16 йыл дауамында шөғөлләнәм бит.

2016 йыл Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында Янғын һағы йылы тип иғлан ителде. Яңыраҡ Наил Нәғим улы үҙенең моделдәр йыйылмаһын Рәсәйҙең һәм Гиннестың рекордтар китабына индереүҙе һорап ғариза бирҙе. Өфөлә йәшәүсе МЧС хеҙмәткәренең моделдәре бар донъяға билдәле булыр тип ышанабыҙ.

Коллекцияһында - 725 янғын һүндереү машинаһы!
Коллекцияһында - 725 янғын һүндереү машинаһы!
Коллекцияһында - 725 янғын һүндереү машинаһы!
Коллекцияһында - 725 янғын һүндереү машинаһы!
Коллекцияһында - 725 янғын һүндереү машинаһы!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»