НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (4-10 апрель)

Йондоҙнамә (4-10 апрель)


Йондоҙнамә (4-10 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төп эшегеҙҙә тәртип урынлаштырыу өсөн уңайлы мәл. Элекке эштәрегеҙҙе лә яңынан барлап сығырға тура килер. Ир кешеләргә етәксе ҡатын-ҡыҙ менән уртаҡ тел табыу ауырлашыр. Һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна иҫегеҙҙә ҡалырлыҡ булырға оҡшай. Ҡайһы бер ыңғай үҙгәрештәрҙе лә күрерһегеҙ, моғайын. Ошо арала ниндәйҙер ҙур эшкә йомғаҡ яһарһығыҙ кеүек. Аҡса етмәүе һаман да борсоп торор.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йыш ҡына алға-артҡа ҡарамай үҙ аллы эш итергә тура килер. Ҡайһы ваҡыт оҙаҡ уйланырға ваҡыт та булмаҫ, бәлки. Шаршамбыла ишеткән хәбәр кәйефегеҙҙе бер аҙ төшөрөр. Нимә уйлағанығыҙҙы башҡаларға белдерергә ашыҡмағыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Алдан төҙөгән уй-маҡсаттарығыҙ төрлө сәбәп менән йыш боҙолор. Күберәк эске тауышығыҙға, тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Икеләнгән саҡта улар һеҙгә дөрөҫ юл күрһәтер. Йомала һис тә көтөлмәгән сығымдар булыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Мәл һәләтегеҙҙе күрһәтер өсөн уңайлы. Һеҙҙең менән булған үҙгәрештәрҙе башҡалар ҙа күрер. Ҡырын ҡараусылар ҙа табылыр. Был арала булдырған танышлыҡтар аҙаҡ мотлаҡ өмөтлө буласаҡ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Кәйефегеҙҙең артыҡ үҙгәреүсән булыуы ҡайһы саҡ кире йоғонто ла яһар. Күпселек осраҡта тырышлығығыҙ әллә ни файҙа килтермәҫ. Элекке бурыстарығыҙ тураһында йыш иҫегеҙгә төшөрөрҙәр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Үҙегеҙҙә ниндәйҙер үҙгәрештәр булғанын асыҡ тойомларһығыҙ. Улар тәүге сиратта тормошҡа булған ҡарашығыҙҙа һиҙелер. Күңелегеҙ нимәләр менәндер ризалашыр­ға мәжбүр булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Тормошоғоҙға етди үҙгәрештәр индерергә тырышығыҙ. Был арала күптәр иҫке әйберҙәрҙән, кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙан ҡотола башлар. Йомала шәхси тормошоғоҙҙа хата ебәреүегеҙ бар. Шулай ҙа аҙнаны яҡшы кәйеф менән үткәрерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Мөмкинлектәрегеҙ ҡырҡа киңәйер. Уларҙы күреп, файҙаланып ҡалығыҙ. Был йәһәттән бигерәк тә шишәмбе һәм йома ыңғай яҡтары менән айырылып торор. Йомалағы тәҡдимгә ризалашырға ашыҡмағыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна барышында матди юғалтыуҙар кисерерһегеҙ кеүек. Йондоҙҙар был арала аҡса һәм милек менән һаҡ эш итергә кәңәш итә. Үҙегеҙҙе ышаныслы һәм тыныс тотһағыҙ, кире хәлдәрҙең күпселеге һеҙҙе урап үтер.

Саян (24.10 – 22.11)
Аралашыу файҙалы һәм өмөтлө булмаҡсы. Элекке үпкәләшеү онотолор, яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килер. Уйламайынса артыҡ аҡса тотоноуығыҙ бик ихтимал. Үҙегеҙҙе бер аҙ “ауыҙлыҡлау” файҙаға булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Яҡын-тирәләгеләр тураһында саманан тыш уйлайһығыҙ һымаҡ. Иғтибарығыҙҙы үҙегеҙгә лә йүнәлтегеҙ. Төп эшегеҙҙәге буласаҡ үҙгәрештәргә әҙерләнегеҙ, уларҙың ҡапыл башланып китеүе мөмкин.

Сығыу ваҡыты 1-04-2016, 11:49 | Ҡаранылар: 617
|
  • Йондоҙнамә (3-9 октябрь)
  • Йондоҙнамә (12 - 18 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (1-7 август)
  • Йондоҙнамә (1 – 7 февраль)
  • Йондоҙнамә ( 11 – 17 ғинуар)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM