НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (8 – 14 февраль)

Йондоҙнамә (8 – 14 февраль)


Йондоҙнамә  (8 – 14 февраль)Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Хәлегеҙ тотороҡло ғына. Шулай ҙа аҙна уртаһында ниндәйҙер ярҙам эҙләргә тура килер, бәлки. Йомала иғтибарлыраҡ булығыҙ, уйығыҙға осраҡлы ғына килгән фекерҙәрҙең бик өмөтлө булыуы ихтимал.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Һис тә көтмәгәндә төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт күбәйеп китер. Йыш ҡына ваҡыт етмәү, эш күплеге ҡамасаулар. Был аҙнала уйлағандан күпкә әҙерәк эшләрһегеҙ һымаҡ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Йортоғоҙҙағы хәлдәр иғтибар үҙәгендә булыр. Өйҙәгеләрҙең мәсьәләләренә етдиерәк ҡарарға тырышығыҙ. Шаршамбылағы ваҡиғалар киләсәгегеҙ өсөн мөһим буласаҡ. Өмөтлө танышыуҙар мөмкин.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аҙна барышында бик күптәр һеҙҙең ярҙамға мохтаж булыр. Уларҙы ситкә типмәгеҙ, аҙаҡ сауабын алырһығыҙ. Тәҡдим ителгән осрашыуҙарҙан да баш тартмағыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Ҡатмарлы осор. Ауыр саҡтарҙа ярҙам һорарға тартынмағыҙ. Иң мөһим яңылыҡтар эш урынында булыр һымаҡ. Йондоҙҙар дуҫтарығыҙ һәм бигерәк тә туғандарығыҙ менән аралашыуҙы мөмкин тиклем кәметергә ҡуша.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был арала ҡайһы бер етешһеҙлектәрегеҙ асыҡ күренер, быны үҙегеҙ ҙә яҡшы аңлар­һығыҙ, моғайын. Кешеләрҙең тәнҡит һүҙҙәренә тынысыраҡ ҡарарға тырышығыҙ. Тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерергә ваҡыт етте кеүек.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҡса табыу тураһында йыш уйланыр­һығыҙ. Был арала яңы эштәрҙе башлау тыйыла. Башлағандарҙы тамамлау күпкә мөһим. Кесе йомалағы ваҡиғалар тормошоғоҙға ыңғай йоғонто яһар.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Бик уңышлы мәл. Ниндәйҙер мөһим һәм оҙайлы эште башлап ебәрерһегеҙ. Был һеҙҙән тырышлыҡ, ваҡыт һәм байтаҡ сығым талап итер. Шулай ҙа аҙаҡтан әлеге эштең сауабын күрерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Был арала күптәргә тырышлыҡ күрһәтергә тура килер. Ниндәйҙер эштәрҙе өр-яңынан башларға мәжбүр булырһығыҙ. Кеше ярҙамына артыҡ өмөт итмәгеҙ, үҙ аллы эш итергә тырышығыҙ. Йомала яҡшы яңылыҡтар килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна барышында үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ ихтимал. Был арала аҡсағыҙҙы бик һаҡсыл тотоноғоҙ. Ҡиммәтле әйбер­ҙәр һатып алыуҙы әлегә кисектереп тороғоҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Һеҙҙе ниндәйҙер һиҙелерлек уңыш көтә. Был күптән хыялланған ваҡиға булыр һымаҡ. Кешеләр һөйләгән юҡ-бар хәбәргә ышанмағыҙ. Кәрәк саҡта дуҫтарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Ҡәҙимге осор. Тик шишәмбелә генә эштәрегеҙҙә бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер. Етди ҡағыҙҙар менән эш иткәндә иғтибарлыраҡ булығыҙ, хата ебәреүегеҙ бар. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм йәкшәмбе.

Сығыу ваҡыты 5-02-2016, 10:23 | Ҡаранылар: 675
|
  • Йондоҙнамә (10-16 октябрь)
  • Йондоҙнамә (11 - 17 июль)
  • Йондоҙнамә (4 - 10 июль)
  • Йондоҙнамә (13 июнь - 19 июнь)
  • Йондоҙнамә (11-17 апрель)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM