RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәғәнәле исемеңде ҡәҙерлә

04.12.2010 Мәғәнәле исемеңде ҡәҙерлә

Мәғәнәле исемеңде ҡәҙерләБыл мәҡәләне яҙыр алдынан байтаҡ уйланып йөрөнөм. Шул саҡ бер ағай менән һөйләшеү хәтеремде яҡтыртып ебәрҙе. Уның әйткәндәренә тәүҙәрәк артыҡ әһәмиәт тә биреп өлгөрмәнем һымаҡ. Аҙаҡтан уйланып йөрөй торғас, ниндәйҙер ҡоршау­ҙы ысҡындырғандай булдым. Ул ағайҙың һөйләгәндәре әле булһа ҡолағымда яңғырап киткәндәй: «Балаға исемде уның мәғәнәһен аңлап еткермәйенсә ҡушабыҙ һымаҡ. Бына минең игеҙ улдарым тыуҙы. Исемдәрен дә бер-береһенә оҡшаш һүҙҙәр­ҙән ҡушҡайныҡ. Игеҙәктәрҙең тәүге һыңары үҙенә ҡушҡан исемде аҡланы булһа кәрәк. Уҡыуы ла яҡшы ғына бара. Өйҙәге эштә лә ярҙамлаша, үҙен ипле генә тота, иптәштәренә, дуҫтарына, кешеләргә лә мөнәсәбәте һәйбәт. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙур ҡыуаныстың булыуы мөмкин түгел. Игеҙәктәрҙең икенсеһе бөтөнләй буй бирмәҫ заттан булмаҡсы. Тәүге һыңарының киреһе инде. Йүнләп уҡымай, тәртибе лә әллә нисек, беҙҙең нәҫелгә тартмағандай. Өйҙә лә ярҙамлашмай, урам ҡыҙырыуҙан бушамай. Аптырағас, һуңғы сараға килергә булдыҡ. Әсәһенә әйтәм: «Баланың исемен алмаштырырға кәрәк», – тип. Бына ышаныр­һыңмы-юҡмы? Мәғәнәле мосолман исеменә алмаштырғас, бала күҙ алдында яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ошонан һуң уйлана ҡуйҙым: исем кешенең маңлайына яҙылған яҙмышы түгелме икән?»
Ул ағайҙың һөйләгәнен иҫкә алыу хәтеремдә бер нур булып балҡығандай булды. Тормошта сабыйға исем ҡушыуҙа һәм ул исемдең мәғәнәһенә битарафлыҡ күрһәтәбеҙ һымаҡ. Етди мәсьәләгә етди мөнәсәбәт тә кәрәк бит әле.

Исем – кешегә бирелгән код. Ул кешенең йәшәү рәүешен, холоҡ-фиғелен, рух кимәлен, рухи хәлен алдан иҫкәртә. Шуға күрә сабыйға исем ҡушҡанда айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Мәғәнәһеҙ йәки мәғәнәһе аңлашылмаған исем ҡушыу сабыйҙың киләсәгенә битарафлыҡ күрһәтеү була. Уларҙы һанап тормайым, шул мәғәнәһеҙ исемдәрҙе йөрөткән кешеләрҙең битен йыртмайым. Исемдең есемгә тура килеүе бар. Мосолман донъяһында матур яңғырашлы, изге маҡсатлы исемдәр бихисап. Кешенең яҙмышы, киләсәктә күрәсәге алдан маңлайына яҙылған, тип әйтеү бар. Бында ла ана шул исем-код күҙ уңында тотолалыр.
Исемең яҙылған ҡағыҙҙы теләһә ҡайҙа ташлап китергә ярамай. Һәр ергә исемеңде яҙып китеү ҙә иманһыҙлыҡҡа инә. Өҫтәлгә, ултырғысҡа, стенаға, хатта үҫеп ултырған ағасҡа, кеше ихатаһының рәшәткәһенә, ап-аҡ ҡарға үҙ исемеңде яҙып китеү – әҙәп­һеҙлек. Үҙ исем-кодыңды башҡаларға фашлау – әхлаҡһыҙлыҡ. Был инде үҙ яҙмышыңа сит күҙҙәрҙән ҡарғыш алыу тип баһалана. ҡарғыш алғансы, алғыш ал, ти халыҡ аҡылы.
Боронғо ата-бабаларыбыҙ үҙ исемдәренә бик һаҡсыл ҡарашта булған. Быны беҙ яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрендә лә, халыҡ йолаларында ла күрәбеҙ. Мәҫәлән, Рәшит Солтангәрәевтың «Беҙ йәшәгән ер» тигән романында шундай юлдар бар:
«Әхмәҙиә яйлап, тәмләп кенә һөйләшергә ниәтләнгәйне лә тыштан хужабикәнең баҫынҡы ғына тауышы ишетелде:
– Һин, ултырттым бит...
– Ә-ә, – ниҙер иҫенә төшкәндәй, Әхмәҙиә ҡуҙғала биреп ҡуйҙы. – Әйҙәгеҙ, мырҙалар, өйгә рәхим итегеҙ, тамаҡ ялғап алайыҡ әле...»
Тағы ла бер өҙөккә күҙ һалайыҡ:
«Басариев тағы ла ниҙер әйтергә иткәйне лә тыйылып ҡалды. Түрге яҡтан йәнә хужабикәнең тауышы ишетелде:
– Һин!.. Һыуына ла баһа! – ҡатын иренә күренмәй ҙә, исеме менән дә мөрәжәғәт итмәй, тик ситтән генә тауыш биреп, ҡунаҡты ултыртырға ҡуша ине».
Килтерелгән өҙөктәрҙә әҙәплелектең төп өс төрө бирелгән: беренсеһе – исем йәшереү йолаһы (мәҫәлән, хужабикәнең сит-ят кешеләр барҙа, Әхмәҙиәгә исемләп әйтмәйенсә, «Һин!» тип өндәшеүе); икенсеһе – сит-ят ир-ат алдында хужабикәнең күренмәүе; өсөнсөһө – Әхмәҙиәнең үҙенән кесе кешеләрҙе ололап, уларға «мырҙалар» тип өндәшеүе. Быларҙан тыш, тағы ла икәүһен әйтеп китеү кәрәк: беренсеһе – кешегә өндәшеүҙәге тыйнаҡлыҡ, тотанаҡлыҡ һәм йылылыҡ: икенсеһе – ғаилә тормошонда ир-атты ололоҡлау, хужабикәнең үҙ ирен баш, хужа итеп ҡарауы, ир абруйын, дәрәжәһен төшөрмәүе, сөнки «абруй – ирҙең ҡеүәте».
Исемгә бәйле ғөрөф-ғәҙәтте Һәҙиә Дәүләтшинаның мәшһүр «Ырғыҙ» романында ла күрәбеҙ. Өй һылап йөрөгән ҡыҙҙарҙың «Урал әбейе» тип үҙ-ара һөйләшкәнен ишетеп ҡалған Муйылбикә: «Үҙеңдән өлкән кеше алдында һис бер ваҡытта үҙ исемен дә атап өндәшергә ярамай, «инәй» тип әйтергә кәрәк», – тигән һүҙҙәр әйтә уларға һуҡранып. Күп урындарҙа ата-әсәңдән оло ир-атҡа, ҡатын-ҡыҙға (улар таныш булмаһалар ҙа) фәҡәт олатай, инәй тип өндәшәләр. Бында үҙеңдән өлкән кешене ололау, хөрмәтләү тәртибе менән бер рәттән, исем йәшереү йолаһы ла ята. ҡан ҡәрҙәшлек һәм үгәй ҡәрҙәшлек (мәҫәлән, ҡыяматлыҡ ҡыҙ, әсәй, атай яһап алыу йолаһы, туй йолаһы менән бәйле) терминдарҙың барлыҡҡа килеүе лә ана шул исем йәшереү йолаһынан килеп сыҡҡандыр, күрәһең.
Исемде йәшереү ни өсөн кәрәк булған һуң? Беҙҙе уратып алған донъяның үҙ эйәләре булған.
922 йылда Бағдад хәлифе Әл-Муҡтадир Иҙел буйы болғарҙарына сәйәхәт ҡыла. Был сәйәхәттең юлы боронғо Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшө – хәҙерге Ырымбур, Һарытау, Һамар өлкәләренең Ырғыҙ буйы башҡорттары йәшәгән тирәнән уҙа. Хәлифәт илселегенең сәркәтибе Ибн-Фаҙлан әйтеүенсә, башҡорттар – төрки халыҡ, Көньяҡ Урал итәктәрендә йәшәй, көнбайышҡа ҡарай Волгағаса йәйрәп ятҡан оло ерҙе биләй. Уларҙың көньяҡ-көнсығыштағы күршеләре – бәжәнәктәр (былары ла башҡорт ырыуҙары – Р. А.). Ғәрәп сәйәхәтселәре, географтары был ерҙәрҙе «Эске Башҡортостан» тип атай. Ә башҡорт Тәүтөйәгенең Урал аша Иртышҡаса һуҙыл­ған өлөшөн «Тышҡы Башҡортостан» тип билдәләй. Ибн-Фаҙландың яҙыуынса, башҡорттарҙың ун ике эйәһе бар: ҡыш эйәһе, йәй эйәһе, ямғыр эйәһе, ел эйәһе, көн эйәһе, әжәл эйәһе, ә күктәге эйә (Дәү Хоҙай) уларҙың иң ҙуры, ләкин ул башҡа эйәләр менән ризалашып берләшә һәм улар­ҙың һәр береһе икенсеһе ҡылғанды хуплай. ҡайһы берҙәре йыланға, балыҡҡа, торнаға табына. Бында Ибн-Фаҙлан әйтеп бөтөрмәгән эйәләр ҙә барҙыр, әлбиттә. Мәҫәлән, ялан эйәһе, төн эйәһе, урман эйәһе, тау эйәһе, өй эйәһе, мунса эйәһе, кәртә-ҡура эйәһе, һыу эйәһе һәм башҡалар.
Ана шул эйәләрҙән исемдәрҙе йәшереү төрлө бәлә-ҡазаларҙан, яман һүҙҙән, яман күҙҙән һаҡлай, тигән инаныу ҙа бар халыҡта. Шуға күрә сит-ят күҙҙәр менән, шулай уҡ өйҙә булһынмы, тышта булһынмы аралаш­ҡанда исемдәр бөтөнләй телгә алынмаған. Исемде әйтһәң, күҙ тейеүе бар, әгәр өй эйәһе исемде ишетһә, бәлә-ҡаза килеүе ихтимал, тигән ҡарашты ла онотмайыҡ.
Беҙҙең ҡарамаҡҡа ҡәрҙәшлек терминдарының барлыҡҡа килеүен дә ана шул исем йәшереү йолаһы нигеҙендә иҫбатлап булалыр. Мәҫәлән, олоғайған ғаилә башлыҡтары бер-береһенә «әбей», «бабай» тип өндәшә. Йәш ғаилә ҡорғандарҙың да бер-береһен өндәшеүҙәре лә исемһеҙ: «һин, эй, кәләш». Балалары тыуа килә ғаилә башлыҡтары бер-береһенә «атаһы», «әсәһе» тип өндәшә.
Бөгөнгө йәштәр араһында ҡан ҡәрҙәшлек терминдарын аныҡ ҡына айырып етмәгәндәр бар. Шуларҙы ла теҙеп яҙып сығайым:
– ир-аттар яғынан: ҡартай, олатай, атай, әти, ағай, абый, абзый, ҡусты, эне, мырҙа, мыртый, ул, улымдың улы, ейән ул – ситтән килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙҙың улы ауылдаштарына ҡарата, ейән, бүлә – бер туған ҡатындарҙың улдары бер-береһенә ҡарата, бүлә-ейән йәки ейәнсәрҙең улы, бүләсәр – бер туған ҡатындарҙың улдары бер-береһенә ҡарата, тыуа -бүлә йәки бүләсәрҙең улы;
– ҡатын-ҡыҙҙар яғынан: ҡәрсәй, өләсәй, нәнәй, инәй, әсәй, апай, апа, һеңле, һылыу, ҡыҙ, ҡыҙымдың ҡыҙы, ейән ҡыҙ – ситтән килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙҙың ҡыҙы ауылдаштарына ҡарата, ейәнсәр, бүлә – бер туған ҡатындарҙың ҡыҙҙары бер-береһенә ҡарата, бүләсәр – ейән йәки ейәнсәрҙең ҡыҙы, бүләсәр – бер туған ҡатындарҙың ҡыҙҙары бер-береһенә ҡарата, тыуасар – бүлә йәки бүләсәрҙең ҡыҙы.
Быларҙан тыш, үҙ атайыңдан йәки әсәйеңдән өлкән ир-атҡа, ҡатын-ҡыҙға олатай, бабай, апа, инәй, әбей тип өндәшеүҙәр ҙә бар. Үҙеңдән кесе ир балаға йәки ҡыҙ балаға апай, апайым тип әйтеү ҙә осрай. Тағы ла күп мәғәнәле тәнәй тигән һүҙ ҙә бар: сабый, бәпес, ҡусты, сабый, бәпес, ҡыҙ, һеңле.
Туй йолаһы менән бәйле ҡәрҙәшлек терминдары: ҡоҙа, ҡоҙағый, ҡайнаға, ҡоҙаса, кейәү, килен, бажа, балдыҙ, ҡайны, ҡәйнә, бейем, апһын – ағай-эненең ҡатындары бер-береһенә ҡарата, бикәм – ҡатынға ирҙең апаһы; ҡәйенбикә – ирҙең апаһы (ҡатынына ҡарата), ҡатындың апаһы (иренә ҡарата); ҡәйенеҙнә – ирҙең еҙнәһе (ҡатынына ҡарата); ҡәйенеңгә – ҡатындың еңгәһе (иренә ҡарата); ҡәйнеш – ирҙең ҡустыһы (ҡатынына ҡарата), ҡатындың ҡустыһы (иренә ҡарата); бикәс – ҡатынға ирҙең һеңлеһе.
ҡайһы бер йырҙарҙа, таҡмаҡтарҙа исемде генә түгел, хатта уның кем булыуын йәшереү күренеше лә осрай. Мәҫәлән:
Йәнкәй-йәнәш китте, ай, һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп вафат булды,
Башҡынайым ҡалды йәш кенә.
(«Ашҡаҙар»).
Һин дә матур, ҡоҙағый,
Мин дә матур, ҡоҙағый,
Һинән алған ҡола бейә
ҡолонламай, ҡоҙағый.

Һуңғы таҡмаҡта «килен», «килен бала тапмай» тигән һүҙҙе һәм һөйләмде сит-күҙҙән йәшереү уйы яталыр, минеңсә.
Исем йәшереү йолаһы башҡа бөжәктәргә лә, урмандағы йәнлектәргә лә ҡағыла. Сағыштырғыһыҙ, мәҫәлән: тарпан – ҡыр аты, болан – ҡыр һыйыры, айыу – тайыш табан, бүре – күк тун, ҡуян – ҡарпыш ҡолаҡ, йылан – ҡамсы; тараҡан – һыйыр, ҡандала – кибәк (кибәк кипкән, беҙҙән киткән, тип таҡмаҡлай торғайныҡ). Быларҙың исемдәрен йәшереү ҙә һаҡланыу сараларының береһе булғандыр.
Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешендәге исем йәшереү йола-ҡанундары ныҡлап өйрәнелмәгән. Исмаһам, үҙебеҙҙең ишеткән, белгән тиклемен яҙып ҡалдырыу бөгөнгө йәштәргә, киләсәк быуынға аҙмы-күпме мираҫ булыр ине, тимәксемен.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
Башҡорт дәүләт университеты
профессоры.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»