RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (1 – 7 февраль)

29.01.2016 Йондоҙнамә (1 – 7 февраль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Йондоҙнамә  (1 – 7 февраль)Аҡыл-фиғелегеҙ иң ҡатмарлы мәсьәләләр­ҙе лә еңел сисергә һәр саҡ ярҙам итеп торор. Бәғзеләр һеҙгә үҙ йомошон йөкмәтергә тырышыр, бынан мөмкин тиклем баш тартығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер отош йәки ҙур уңыш булыуы ихтимал.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҙнаның тәүге яртыһында хәлегеҙҙән килгәнсә әүҙем эш итегеҙ. Артабан тырышлығығыҙ әллә ни файҙа бирмәҫ һымаҡ. Шулай ҙа матди мөмкинлектәрегеҙ киңәйер. Йондоҙҙар иғтибарҙы күберәк йорт-хужалыҡҡа йүнәлтергә ҡуша.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Төрлө яҡтан килгән яңылыҡтарға ҡарата һәр саҡ һиҙгер булырға тырышығыҙ. Уларҙың эштәрегеҙгә етди йоғонто яһауы мөмкин. Был арала элегерәк төҙөгән маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә лә тура килер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аҙна барышында кәйефегеҙ үҙгәреүсән буласаҡ. Һеҙҙең тирәләге хәлдәр ҙә тотороҡло түгел. Шулай ҙа бирешмәгеҙ, иң ҡатмарлы мәсьәләләр алдында ла ҡаушап ҡалмағыҙ. Осор аҙағында һис уйламағанда килем алырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Осор уҡып йөрөгәндәргә бик тә уңышлы. Аралашыу даирәһе күҙгә күренеп киңәйер. Яңы таныштар тормошоғоҙға ыңғай йоғонто яһар. Йомала кеше аҡсаһы менән бәйле мәшәҡәттәр килеп сығыуы ихтимал.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Сығымдарығыҙҙың ҡәҙимгенән артып китеүе бар. Уларға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Йондоҙҙар кеше алдында артыҡ асылмаҫҡа ҡуша, янығыҙҙа ышанысһыҙ әҙәмдәр бар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Мәл элек ҡыйынлыҡ тыуҙырып торған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы. Уҡыған йәки эшләгән урындағы ваҡиғалар дәрт өҫтәр. Күптән күрмәгән танышығыҙ менән осрашырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна яҡшы һәм өмөтлө яңылыҡтар алып килер. Кәйефегеҙ яҡшы булыр, үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Дуҫ-иштәрегеҙ араһында ҡайһы саҡ артыҡ маҡтанып ебәреүегеҙ бар. Был арала ҡайһы бер элекке бәйләнештәрҙе яңыртырһығыҙ, бәлки.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ялҡаулыҡ тураһында онотоп, яңы ҙур эштәрҙе башлап ебәреү мөһим. Эшләгән йәки уҡыған урында мөмкин тиклем төрлө дәғүәләрҙән ситтә тороғоҙ. Алдан күрә белеү һәләтегеҙ шишәмбелә ныҡ ярҙам итәсәк.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Яҡын арала матди ҡыйынлыҡтарға юлығыуығыҙ ихтимал. Был хәлгә алдан әҙерләнһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Кесе йома ыңғай булыуы менән айырылып торор. Өҫтәмә килем, бүләк йәки отош алырһығыҙ кеүек.

Саян (24.10 – 22.11)

Бөтә эштәрегеҙ ҙә уңышлы барыр. Был хәлдән файҙаланып ҡалығыҙ. Шулай ҙа яҡын киләсәккә ҙур маҡсаттар төҙөмәгеҙ – улар­ҙың ҡапыл үҙгәреүе ихтимал. Кесе йомала ниндәйҙер өмөтлө осрашыу булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Бер аҙ арығанлыҡ һиҙерһегеҙ. Бар эштәрегеҙ туҡталғандай тойолор. Тырышлығығыҙ әллә ни файҙа килтермәҫ тә кеүек. Йондоҙҙар был арала төҫ-башығыҙға һәм һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша.

Өмөтбай.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йондоҙнамә (22-28 апрель)

22.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (22-28 апрель)


Калифорнияға сәйәхәт

21.04.2019 - Махсус биттәр Калифорнияға сәйәхәт


Телеңде йоторлоҡ! (12.04.2019)

20.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (12.04.2019)


Йондоҙнамә (15-21 апрель)

15.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (15-21 апрель)


Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең

Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)

13.04.2019 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! (15.03.2019)


«Атайым – оло шәхес»

09.04.2019 - Махсус биттәр «Атайым – оло шәхес»


Йондоҙнамә (8-14 апрель)

08.04.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (8-14 апрель)


Үҙаллылыҡ емеше

08.04.2019 - Махсус биттәр Үҙаллылыҡ емеше


Мин һинһеҙ йәшәй алмайым

05.04.2019 - Махсус биттәр Мин һинһеҙ йәшәй алмайым


Миҙалһыҙ ҡалған батыр

04.04.2019 - Махсус биттәр Миҙалһыҙ ҡалған батыр


«Йола аша кешеләрҙә  йылға-күлдәргә,  тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырышам»