НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һыуһылыу йәки “Мужчина, закурить не найдется?”

Һыуһылыу йәки “Мужчина, закурить не найдется?”


Һыуһылыу йәки “Мужчина, закурить не найдется?”“Шул зарядка тигән булып, таң тишегенән күл буйына китәһең дә бараһың. Үҙеңде Һыуһылыу тотоп алһа, белерһең әле. Йүгереү тип һылтаулап, һин яңылыш һулаҡай яҡҡа бештертеп сығып китмә, әй”, – тип сираттағы мәртәбә ҡатыным йылы юрған аҫтында һөйләнеп ятып ҡалды.

Хәләл ефетемдең таң менән Һыуһылыуҙы иҫкә алыуы ерле-юҡҡа түгел шул. Ысынлап та, был тирәләрҙә йә кис, йә иртә менән яр буйына сығып, сәсен тарап ултырыусы балыҡ ҡойроҡло Һыуһылыуҙы ке­шеләр күргеләгән, тигән имеш-мимештәр йөрөй хәрби гарнизонда. Хатта күптән түгел “самоволка”нан таң менән ҡайтып килгән һалдат күл ярынан үтеп барғанда үҙен саҡырып ултырған Һыу­һылыуҙан көскә ҡасып ҡотолған, имеш. Мин быға, әлбиттә, бөтөнләй ышанмайым. Кешеләрҙең береһенән-береһе арттырып, хатта шаштырып һөйләгән һәр бер әкиәтенә ышана башлаһаң... Бына бер нисә йыл элегерәк күрше гарнизондағы йөҙөү бассейнында бер офицерҙың ҡыҙы батып үлгәйне. Шунан һуң да күпмелер ваҡыт төрлө шомло хәбәр йөрөнө. Имеш, төндәрен шул ҡыҙҙың шәүләһе әленән-әле бассейн буйлап, шундағы төнгө дежурҙа торған һалдаттарға күренгеләп, ҡурҡытып йөрөй...

Һәр бер таң һайын, ғәҙәттәгесә, спорт кейемемде кейеп алам да, таңғы сәғәт биштәр тирәһендә үҙем хеҙмәт иткән хәрби ҡаласыҡ ситендәге Фазанка тигән күл буйында һәлпәнләп кенә йүгереп йөрөргә яратам. Бер аҙ йүгереп, йоҡо асылып, тән апаруҡ ҡына ҡыҙып алғас, яңы тыуып килгән таң нурына мансылып, тағы ла матурланып киткән күлдең һалҡынса көмөш һыуын сәсрәтә-сәсрәтә, бер килке йөҙөп алыуҙары үҙе ни тора!

Был юлы ла, бер саҡрымдай араны йүгереп үтеп, “һә” тигәнсе һыу буйына килеп тә еттем. Тирә-яҡ тып-тын. “Өф” тигән ел дә юҡ. Бар тәбиғәт, йоҡоһонан уянырға теләмәгән сабый кеүек, тынып ҡалған. Таң ҡыҙылына буялған күк йөҙө көҙгө кеүек ялтырап ятҡан һыу өҫтөнә бөтөнләйгә төшкәнме ни! Тик күл уртаһында йөҙөп йөрөгән ике пар ҡыр өйрәге генә һирәк-һаяҡ сумып, түңәрәк тулҡындар яһап, һыу өҫтөн бер аҙ ғына һырландырып ҡуя.

Тәбиғәттең матурлығына хозурлана-хозурлана, күлдәге өйрәктәрҙе ҡурҡытмаҫ өсөн шым ғына сисенеп ташланым да, сирҡаныс алырға аяҡтарҙы һалҡын һыуға тейҙерәйем тип кенә торғанда, һул яҡ ситтәге ҡамыштар яғында һыу еңелсә шаптырлағандай булды, һәм мин шул яҡҡа боролоп ҡараным. Сеү! Һыу ситендәге ҡамышлыҡҡа бығаса нисек иғтибар итмәгәнмен? Йөрәгем табаныма төштө.
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, яр ситендәге кескәй ҡамышлыҡ артындағы һыу эсенән сығып торған таш өҫтөндә һыуға ҡарап, ысынлап та, бер ҡыҙ ултыра ине. Алтындай һары оҙон сәстәрен иңбашына таратып ебәргән. Шәп-шәрә сибәркәй ике ҡулы менән яңағына таянған килеш хәрәкәтһеҙ, өнһөҙ ултыра бирә. Аяҡтары балтыр биләменән һыу эсендә, әллә ҡойроғо ла бар инде?.. Кешелер араһында шомло хәбәр тигенгә генә йөрөмәгән дә баһа!

Күл һыуы тәнемде һалҡынлығы менән өтөп алғандай булды. Ярамаған нәмәгә ҡараған бала кеүек, дер ҡалтырап, Һыуһылыуҙан күҙҙәремде алмайынса, әкрен генә ҡабаттан яр башына сығып, шортымды кейә башланым. Һыу инеү ҡайғыһы китте, малай.

“Нишләп кенә ҡатынымды тыңламай, бында килдем икән? Спортсы, имеш... Дүрәк...” Бер секунд эсендә һыу аҫты батшалығы хаҡында бала саҡта ишеткән әллә ниндәй ҡурҡыныс, шомло әкиәттәр иҫемә төштө. Йөрәккәйемдең дөп-дөп тибеүе хатта был әкиәт һылыуҡайына ла ишетеләлер кеүек тойола.

Ҡалтырана-ҡалтырана шортымдың бер балағын кейеүем булды, теге Һыуһылыуым миңә табан боролмаһынмы. “Бөттө баш!” – мин әйтәм. Ҡуҙғалырлыҡ, йә ниҙер ҡылырлыҡ хәл-әмәлем дә юҡ. Яртылаш кейенгән көйө ҡатып ҡалдым. Шундайын сибәркәйҙән дә ҡурҡырлыҡ көнөм бар икән! Егеттәргә һөйләһәң, оят!

Ҡыйылып киткән ҡаштары аҫтынан осҡон сәсеп торған оҙон керпекле зәңгәр күҙҙәре менән мине баштан-аяҡ һөҙөп ҡарап алды ла, Һыуһылыу ахырҙа телгә килде:
– Закурить не найдется, мужчина?
- ... ?
Йөрәгемә шундуҡ йылы йүгерҙе. “Уф-ф-ф-ф!” Һыу­һылыуҙың һорауына яуап бирергә лә онотоп, йәһәт кенә шортымды кейеп бөттөм дә: “Әй, үҙебеҙҙең ер һылыуы ла баһа”, – тигән шатлыҡлы уй менән йән-фарманға өйгә ҡарай һыпырттым. Ҡайтҡас та ошо мажарамды хәләл ефетемә һөйләп бирә һалдым. “Тағы ла күберәк шул күл яғына йөрөй бирһәң, әллә ниндәй бапаҡтарға ла юлығырһың әле, Зәйәтүләк...” – тип уйынлы-ысынлы киҫәтеп тә ҡуйҙы ҡатыным.

Шул көндән башҡаса таң менән күл буйына йүгермәҫ булдым. Бәләһенән баш-аяҡ...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 21-01-2016, 15:18 | Ҡаранылар: 613
|
  • БҮЛӘК
  • Йыбытҡы 2
  • Мөхәббәтме әллә иҫәпме?
  • Көлһылыу булғыһы килмәне…
  • Ылымыҡмы, ағас олономо, әллә йыланмы?..
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM