RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәйләһеҙ донья файҙаһыҙ!

15.01.2016 Хәйләһеҙ донья файҙаһыҙ!

Хәйләһеҙ донья файҙаһыҙ! Презентацияларҙа, диплом яҡлағанда йәки башҡа урында сығыш яһағанда бер шешә йәки стакан һыуҙы янығыҙҙа тотоғоҙ. Тамаҡ кибеп китеүе – бер хәл, нимә әйтергә белмәгәндә, һүҙҙәр онотолғанда, бик уйланған йөҙ менән яйлап ҡына һыу уртлап алырға була. Шул саҡ әйтергә йыйынған һүҙ ҙә иҫегеҙгә төшөр, тарҡалған фекерегеҙ ҙә тупланыр. Етмәһә, тыныс­ла­нырһығыҙ.

Ҡайһы саҡ магазинда һатыусы-консультант бер тотам да ҡалмай арттан йөрөй. Ә инде кәрәк саҡта уларҙы шәм менән эҙләһәң дә табырлыҡ түгел. Һатыусы эргәгеҙгә килһен тиһәгеҙ, иң ҡиммәтле тауар эргәһенә барып, әйләндереп-тулғандырып ҡарай башлағыҙ. Шул саҡ консультант йүгереп килер.

Офиста эш­ләү­селәр ручкаларын юғалтып бер була. Туҡтауһыҙ ручка һатып алмаҫ өсөн, уның башына ҡыҙыл “ҡалпаҡ” кейҙереп ҡуйығыҙ. Бер кем дә ҡыҙыл пасталы ручканы урламай, хатта уны һорап та тормай, барыһына ла күк пасталыһы кәрәк.

Ҡайһы бер күҙлектән ҡарағанда дөрөҫ булмаған, әхлаҡҡа һыйып бөтмәгән эш менән шөғөлләнгәндә “тотол­һағыҙ” “дуҫтарым менән бәхәстә еңелгән өсөн яза үтәйем” тип аҡланығыҙ. Ышанасаҡтар, ҡысҡырып көләсәктәр.

Магазиндарҙа арзан тауар күҙҙән аҫтараҡ урынлашҡан. Шуға ла бала-саға яратҡан төрлө тәмле-татлы һағыҙҙар аҫта ғына тора. Сөнки улар балаларҙың күҙенә салыныу маҡсатында теҙелгән.

Алты стакан һыу, бер стакан кукуруз сиробы һәм ике стакан шыйыҡ һабынды ҡушып, тиҙ генә шартламай торған ҡыуыҡтар эшләргә була.

Пульттағы инфраҡыҙыл лампочканы ябай ғына күҙ менән күреү мөмкин түгел. Әммә ут телефон камераһы аша күренә. Шуға ла, пульт эшләмәй башлаһа, белгестәргә йүгерер алдынан, ул ватылдымы әллә батарейкаһы ғына ултырҙымы икәнен телефон аша ҡарап белергә мөмкин.

Әфлисун һәм мандарин алғанда еңел булыуына ҡыуанмағыҙ – улар тәмһеҙ, һутһыҙ була. Ауырырағын үлсәгескә ҡуйып-ҡуйып эҙләп алығыҙ.

“Википедия”ны тулыһынса компьютерға күсереп алып була. Уның ауырлығы 40 Гбайт, интернетҡа инмәй генә уҡыйһың.

Көн һайын өс секундлыҡ булһа ла видео төшөрөгөҙ, һүҙһеҙ генә, эргә-тирәлә ниндәй ваҡиғалар барғанлығын теркәп ҡуйығыҙ. Был трюкты көн һайын ҡабатлаһағыҙ, йыл аҙағына үҙегеҙҙең тормошоғоҙ тураһында 18 минутлыҡ фильм әҙер буласаҡ.

Смс-хәбәрҙе яңылыш сит кешегә ебәрҙегеҙме? Тиҙ арала телефонды авиа режимға күсерегеҙ, хәбәр барып етеп, уҡылып өлгөрмәһә, юғаласаҡ. СМС-ты үҙегеҙҙең телефондан да юйып ташлағыҙ.

Өйҙән сыҡҡанда онотмаҫ өсөн кәрәкле әйберҙе аяҡ кейеме эсенә һалығыҙ йәки туфлиға терәтеп үк ҡуйығыҙ.

Кеше исемен хәтерегеҙҙә ҡалдырмай, уңайһыҙлыҡтар кисермәҫ өсөн танышҡан саҡта уның исемен ҡысҡырып тороп ҡабатлағыҙ, шул саҡ ул иҫтә ҡаласаҡ. Мәҫәлән:
– Сәләм, минең исемем Батыр.
– О, ҡалай матур исем – Батыр, танышыуыбыҙға шатмын, Батыр!

Берәй кеше эшен насар башҡара, тейешле хеҙмәтте күрһәтмәй тип һанаһағыҙ, ырыя ғына ҡиәфәттә сумкағыҙҙан блокнот һәм ручка килтереп сығарығыҙ. Мәҫәлән, ярҙам итергә тырышмаған табип йә берәй чиновник янында. Яҙған-һыҙған булып ҡыланығыҙ. Ул етдиерәк ҡарай башлаясаҡ.

Ҡолаҡсындарҙың (наушниктар) уң һәм һул яғын бутамаҫ өсөн уның бер яғын бәйләп ҡуйығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»