НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә ( 11 – 17 ғинуар)

Йондоҙнамә ( 11 – 17 ғинуар)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар күҙәтелер. Йыш ҡына кешенең буш һүҙенә ышанып, алданыуығыҙ мөмкин. Ниндәйҙер ҡатын менән дошманлашып китеүегеҙ бар. Йондоҙҙар түҙемлерәк булырға, буш ваҡытығыҙҙы өйөгөҙҙә уҙғарырға ҡуша.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҙна башындараҡ яңылыш аҙымығыҙ өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырыр. Хәйер, уны тиҙ генә юғалтыуһыҙ төҙәтә алырһығыҙ. Был арала күмәк башҡарған эштәрҙә мотлаҡ уңырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Төп эшегеҙҙә бәғзеләр менән арағыҙ һыуыныр. Яңылыш ысҡынған һүҙҙән дә ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы бар. Кесе йомала аҡсағыҙҙы ниндәйҙер кәрәкмәгән нәмәгә тотоноуығыҙ ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Ижади һәләттәрегеҙ асылғандай тойолор. Шулай ҙа уларҙы тулыһынса күрһәтергә ҡаршылыҡ күбәйер. Аҙна барышында яҡын кешеләрегеҙҙең ярҙамға мохтажлыҡ кисереүе бар. Бигерәк тә ололарға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Көс-дәртегеҙ ташып торор. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тиҙ генә хәл итеү теләге тыуыр, бәлки. Бер ҙә ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә, юғиһә көсөгөҙҙө юҡҡа әрәм итерһегеҙ. Кесе йомала шикле бәндәләрҙән ары йөрөгөҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Артабан да уңыштарға өлгәшер өсөн эшегеҙҙе яңыса ойоштороғоҙ. Был турала етди уйланып алырға кәрәктер, моғайын. Иҫке ысулдарҙан бер ҙә икеләнмәйенсә арынығыҙ. Ҡайһы бер элекке йөкләмәләрегеҙ йыш ҡамасаулар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Төп эшегеҙҙә хәлегеҙ бигүк тотороҡло булмаҫ. Үҙ фекерегеҙҙе яҡлау еңел бирелмәҫ. Тырышыуға ҡарамаҫтан, етәкселәр һеҙгә барыбер ҡырын ҡарай һымаҡ. Кесе йомалағы хәл кәйефегеҙҙе бер аҙ күтәрер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Был арала сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булыуығыҙ мөһим. Уларҙы иҫәпләү бер ҙә зыян итмәҫ. Шаршамбыла ауыр һәм көсөргәнешле эштәргә тотонмағыҙ. Йомала һәр ишеткән тәҡдимгә ризалыҡ бирергә ашыҡмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Үткән ваҡиғалар иҫегеҙгә төшөп торор. Аҙна барышында ҡайһы бер бәйләнеш­тәрҙең өҙөлөүе лә ихтимал. Был тәбиғи хәл, артыҡ борсолмағыҙ. Матди мәсьәләләр һаман да борсор.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ҡатмарлы осор. Кешеләрҙән артта ҡала башлағанығыҙҙы асыҡ күрерһегеҙ. Сәбәбе иҫке ысулдарҙы файҙаланыуҙалыр, моғайын. Был турала етди уйланырға ваҡыт.

Саян (24.10 – 22.11)

Кәйефегеҙҙең йыш үҙгәреүе бер аҙ ҡамасаулап торор. Ҡайһы ваҡытта яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнергә лә теләгегеҙ булмаҫ. Шаршамбыла көтөлмәгән аҡсалата сығымдар, матди юғалтыуҙар булыуы мөмкин.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Ваҡиғалар барышы һеҙҙән төрлө эштә ҡатнашыуығыҙҙы талап итер. Яҡын-тирәгә төрлө сәфәр ҙә күп булырға оҡшай. Был арала нимәнәндер баш тартырға ла тура килер, моғайын.

Сығыу ваҡыты 8-01-2016, 11:49 | Ҡаранылар: 911
|
  • Йондоҙнамә (6 июнь - 12 июнь)
  • Йондоҙнамә (30 май - 5 июнь)
  • Йондоҙнамә (23 май - 29 май)
  • Йондоҙнамә (18-24 апрель)
  • Йондоҙнамә (4-10 апрель)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM