НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йондоҙнамә (4 – 10 ғинуар)

Йондоҙнамә (4 – 10 ғинуар)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был арала элекке бурыстар­ҙы ҡайтарыу фарыз. Иҫе­геҙгә төшөрөп ҡарағыҙ, оно­толғандары барҙыр, бәл­ки. Ул бурыстарҙың мотлаҡ аҡсалата ла булмауы мөмкиндер. Иң уңышлы көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Осор күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булмаҡсы. Күп­тән күрмәгән кешеләрҙе күрерһегеҙ йәки ишетерһегеҙ. Йондоҙҙар оло йәштәге туғандарығыҙҙы ла онотмаҫҡа ҡуша. Сирле кешеләр был арала еңеллек тойор.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Һеҙҙең өсөн уңышлы аҙна көтөлә. Байрам көндәренә ҡарамаҫтан, ниндәйҙер ҙур мәсьәләне хәл итеү юлдарын асыҡларһығыҙ. Бар көндәр ҙә тыныс үтер, тик йомала ғына уйламаған хәл килеп сығыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Һәйбәт көндәр. Яңы танышлыҡтар булдырыуығыҙ ҙа ихтимал. Был аралағы сәфәрҙәрегеҙ мотлаҡ уңышлы булыр. Ошо көндәрҙә алыҫтан бик яҡшы һәм күптән көткән хәбәр килер.

Буға (21.04 – 21.05)

Тәғәйенләнгән эштәрегеҙгә бер нәмә лә ҡамасауламай кеүек. Шишәмбелә ыңғай, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булыуы ихтимал. Алда һеҙҙе ҙур эштәр көтә, уларға әҙерләнә тороғоҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Ғаиләләге мөнәсәбәттәр йы­лыныр. Оло туғандарығыҙ менән булған ҡытыршылыҡтар ҙа онотола башлар. Өйҙәге мәсьәләләр еңел хәл ителер. Яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы сер итеп һаҡлағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Әүҙемдәр өсөн уңышлы аҙна көтөлә. Шәх­си мөнәсәбәттәр ҡә­нәғәт­ләнерлек булһа ла, уларҙы нығытыу тураһында уйланаһы бар әле. Был юлда кемдер тәгәрмәсегеҙгә таяҡ тығып маташа һымаҡ, уяу булығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Был арала ниндәйҙер бик мөһим мәсьәләне хәл итеү юлдарын асыҡларһығыҙ. Артабан шул йүнәлештән тайпылмаҫҡа тырышығыҙ. Был эштең өҫтәмә сығым талап итеүен дә иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Көндәр тыныс үтер. Ҡайһы ваҡыт ялҡаулыҡ та еңә башлар. Хәйер, һуңғы ваҡытта күп эшләнегеҙ, бер аҙ ял итергә лә ярай. Киләсәккә маҡсаттарығыҙ тураһында башҡаларҙың белмәүе яҡшы.

Үлсәү (24.09 – 23.10)


Һеҙҙе алда яуаплы осор көтә. Яңы ҙур эштәрҙе башлап ебәрерһегеҙ. Тор­мошоғоҙҙо ла яңыса ойошторорға тура килер. Кеше аҡсаһы менән бәйле эштәр һәр саҡ уңышлы булыр. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.

Саян (24.10 – 22.11)

Шәхси тормошоғоҙҙа бер аҙ көсөргәнешлек күҙәтелер. Яҡын туғандарығыҙ менән бәйле ниндәйҙер мәшәҡәттәр ҙә килеп сығыр һымаҡ. Ғөмүмән, был арала үҙегеҙҙе һәм кешеләрҙе яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр был арала байтаҡ көтөлә. Тик уларҙың күпселеге буш һүҙ һәм юҡ-бар хәбәр булыр кеүек. Бәғзеләр үҙ йомоштарын һеҙгә йөкмәтергә тырышыр, моғайын. Йондоҙҙар аҙна барышында өйөгөҙҙә күберәк булырға ҡуша.


Өмөтбай.

Сығыу ваҡыты 1-01-2016, 13:55 | Ҡаранылар: 1237
|
  • Йондоҙнамә (12 - 18 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (5 – 11 сентябрь)
  • Йондоҙнамә (1-7 август)
  • Йондоҙнамә (25 апрель - 1 май)
  • Йондоҙнамә (1 – 7 февраль)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM