RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баҡса. италия. 80 туй...

24.09.2015 Баҡса. италия. 80 туй...

йәки Яратҡан йырсыларыбыҙ йәйҙе нисек үткәргән?

Йәйге ял тамамланып, яңы эш миҙгеленә аяҡ баҫабыҙ. Кемдер үткән эшен барлай, кемдер киләсәккә маҡсаттар билдәләй. Эстрада “йондоҙ”ҙары өсөн дә ҡыҙыу мәл башланды. Мәҙәниәт һарайҙарында үтәсәк тамашаларҙың сағыу белдереүҙәре күҙҙе ҡамаштыра, радио фонды яңынан-яңы йырҙар менән тулылана. Тимәк, артистар йәйге ялында ла ижадтан айырылмаған. Йәйҙең нисек үтеүе һәм яңы миҙгелгә булған уй-ниәттәре менән уларҙың үҙҙәренән һораштыҡ.

Зилә һәм Хәсән УСМАНОВТАР:


Баҡса. италия. 80 туй...– Ғаиләлә мәктәп йәшендәге балалары булған ата-әсәләр өсөн көҙ күңелле мәшәҡәттәргә бай миҙгел бит ул. Ашарға әҙерләп, балаларҙы мәктәпкә оҙатыу, ҡаршы алыу, өйгә бирелгән эштәрен әҙерләшеү менән көндәрҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Йәйге ялыбыҙ ауылда, Өфө эргәһендәге өйөбөҙҙә үтте, сит илдәргә әллә ни ҡыҙығыу юҡ. Шәүрә ҡыҙыбыҙ Бөрйән районындағы балалар лагерында ял итеп алды. Емеш-еләк үҫтер­ҙек, баҡса ҡараныҡ. Әлеге ваҡытта йәшелсә-емештән ҡышҡылыҡҡа салаттар, ҡайнатмалар әҙерләү менән мәшғүлбеҙ.
Ижадҡа килгәндә, быйыл тамашасыларыбыҙҙы өр-яңы концерт программаһы менән ҡыуандырасаҡбыҙ. Яңы йырҙар яҙыла, костюмдар тектерәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, әҙерлек эштәре башланды.

Айгөл МУЛЛАГИЛДИНА:

Баҡса. италия. 80 туй...– Быйылғы йәй Италияла үткән “Рәсәй мәҙәниәте көндәре”­ндә ҡатнашыу бәхете менән башланды. Өс ҡала сәхнәһендә башҡорт һәм рус халыҡ йырҙары менән сығыш яһаным. Август айында атай-әсәйем менән Ҡара диңгеҙгә ял итергә барҙыҡ. Көҙ миҙгелен дәртле кәйеф менән ҡаршы алдым. Яңы көс, уй-хыялдар менән Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында уҡыуымды дауам итәм. Сентябрь башында уҡ Илдус Дәүләнов ижад иткән “Атай” йырын яҙҙырып, радио фондына тапшырҙым. Үҙемде өр-яңы стилдә һынап ҡарамаҡсымын. Әлеге ваҡытта йыр һайлайым, авторҙар эҙләйем.

Таһир ӘСӘҘУЛЛИН:

Баҡса. италия. 80 туй...– Йәйгеһен, тамада булараҡ, туйҙар үткәреп, Башҡортостанды гиҙеп сыҡтым. Әйткәндәй, йыл буйы 80 туй тантанаһында ҡатнаштым. Улар араһында айыҡ туй тантаналарының күберәк булыуы һөйөндөрә. Тимәк, йәш быуын сәләмәт тормошто үҙ итә, айыҡлыҡҡа ынтыла. Туйҙарҙан тыш, Ырымбурҙағы тоҙ-Илек күлендә ял иттем, яңы машина алып һөйөндөм.
Көҙ, әлбиттә, ижад өсөн әүҙем миҙгел, эшләйһе эштәр күп. 1 сентябрҙә үк өр-яңы өс йыр менән сығыш яһағайным, әле уларға клип төшөрәбеҙ. Уларҙа үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролған ваҡиғалар һүрәтләнә. “Лакки” йырын башҡорт, татар, инглиз телендә башҡарғайным, хәҙер малагаси телен өйрәнә башланым. Оҙаҡламай йырҙың премьераһы был телдә лә яңғыраясаҡ. Был эштәрҙе барлауға ҡыш та етер, Алла бирһә!


Лилиә ИШЕМЙӘРОВА менән
Урал МОРТАЗИН

Баҡса. италия. 80 туй...Йәйге ялында Ейәнсура районының ауылдары буйлап хәйриә концерттары менән сығыш яһаған. Йыйылған аҡса Иҙелбәк ауылының мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүгә тапшырылған. Ике таланттың был изгелеге күптәр өсөн өлгө булырлыҡ.
Ә яңы ижад миҙгелендә ғаилә пары яңы концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Әлеге ваҡытта ойоштороу эштәре башланған: иртәнән-кискә тиклем яңы йырҙар яҙҙырыу, бейеүҙәр һалыу менән булалар. Әйткәндәй, Лилиә менән Урал октябрь айында тағы ла бер хәйриә концертында ҡатнашасаҡ: янғындан зыян күреүсе Сибай концерт һәм театр берекмәһенә ярҙам ойоштороу маҡсатында, “Был кис ҡабатланмаҫ” тамашаһы әҙерләнә. Ижад юлдарының башланғысы булған, күңелдәрендә мөхәббәт осҡондары ҡабыҙған был төбәккә улар үҙҙәрен бурыслы тип иҫәпләй.


Гөлназ БИКТИМЕРОВА:


Баҡса. италия. 80 туй...– Көҙ миҙгеле хас та тормоштоң үҙе кеүек күп төрлө: бер ҡараһаң һоро ямғыр, әсе ел күңелде төшөрә, икенсе ҡараһаң, ҡояш көлөп, күңелгә шатлыҡ өләшә. Шул уҡ ваҡытта был миҙгелде ап-аҡ ҡыштарҙы килтереүсе икәнен дә оноторға ярамай. Мин дә һөйөнөстәр менән бергә бер аҙ моңһоу ваҡиғаларҙы кисерә-кисерә тормош юлынан атлайым. Йәй­геһен диңгеҙ буйында ял итергә лә, ата-әсәйем янына ҡайтырға, туғандарым менән осрашырға ла өлгөрҙөм. Күңел көр, кәйеф шәп. Алда яңы йырҙар, спектаклдәр, сығыштар көтә!

Йәмил БАЙМЫРҘИН:

Баҡса. италия. 80 туй...– Көҙҙең алтын биҙәген “Алтын яптаҡтар” йырын йырлай-йырлай ҡаршы алам. Айырыуса сентябрь айын яратам. Йәйҙе ял миҙгеле тиһәләр ҙә, мин ең һыҙғанып, билде быуып эш менән үткәрҙем. Республикабыҙҙың төрлө райондарында Айгөл Әминева һәм Айгөл Әмирова менән бергә “Ике Айгөл, бер Йәмил” тип атал­ған концерт программаһы менән гастролдә йөрөнөк. “Шәмдәлдәрҙә генә уттар яна” йырына клип төшөрҙөк әлеге ваҡытта монтаж эштәре бара, тиҙҙән ул тамашасылар хөкөмөнә сығасаҡ.
Ә көҙ миҙгеленең иң ҙур уңышы тип – “Гәлсәр һандуғас – 2015” конкурсының финалына үтеүемде атар инем. 7 ноябрҙә үтәсәк гала-концертта тамашасылар беҙҙең – 20 финалсының сығыштарын ҡарап кинәнәсәк!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»