RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

12.09.2015 Беҙгә яҙалар:

Белешмә талап ителмәй

Фатир һатып алырға йыйынабыҙ. Дәүләт теркәүе үткәндә, фатир һатыусынан коммуналь хеҙмәттәр һәм милеккә һалым буйынса бурысы булмауы тураһында белешмә талап ителәме?
Ф. НУРИМАНОВ.
Өфө ҡалаһы.

Документтарҙың булмауы дәүләт теркәүе өсөн тотҡарлыҡ түгел. Сөнки ул милек хоҡуғын алыуға йоғонто яһамай. Документтарҙы Теркәү хеҙмәтенә килтереүҙең кәрәге юҡ. Уларҙың фәҡәт һатыу­сы менән һатып алыусы араһында артабан бәхәстәр килеп тыумаһын өсөн кәрәк булыуы бар.

Катаракта ҡурҡынысмы?

Әсәйемдең күҙенә ҡара ҡылау (катаракта) диагнозын ҡуйҙылар. Өйҙәге мәшәҡәттәр бөтмәгән әле, тип һаман да операцияға бармай йөрөй. Уға дауаханала оҙаҡ ятырға тура киләсәкме?
Сәйҙә ӘҒЛӘМОВА.
Нуриман районы.

Катаракта кеүек һуҡырайыуға килтереүсе сирҙе ваҡытында асыҡлау зарур. Күҙ яҫмығының тоноҡланыуын дарыуҙар йәки физиотерапия ярҙамында дауалау мөмкин түгел. Берҙән-бер юл – зарарланған күҙ яҫмығын алып, уны интраокуляр линза менән алмаштырыу. Операцияла ике технология тәҡдим ителә – экстракапсуляр, экстракция һәм факоэмульсификация. Тәүгеһендә хирург 10 – 12 мм киңлегендә киҫем яһай һәм йөй һала. Факоэмульсификация ысулы менән операция яһау ни бары 15 – 20 минут ваҡыт талап итә. Бер аҙ ял иткәндән һәм табип менән кәңәшләшкәндән һуң, пациент өйөнә ҡайтарыла.



Көтөргә тура килер

Инвалид булараҡ, социаль страховкалау фондына бушлай путевка алырға сиратҡа торғайным. Быйыл булмай, өсәр йыл сиратта торорға кәрәк, тинеләр. Ниңә оҙаҡ көтөргә икән?
Ф. СӘЛМӘНОВ.
Өфө ҡалаһы.

РФ Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн санаторий-курортҡа бушлай дауаланыуға путевкалар алыуға 15 мең кеше сиратта тора. Һәр кем үҙенең нисәнсе булып сиратта тороуын фондтың сайтынан ҡарап белә ала. Льготаға эйә булыу­сылар өс йылға бер мәртәбә путевка алырға мөмкин. Белешмә ҡағыҙҙарын даими яңыртып торорға кәрәк, юғиһә автоматик рәүештә сираттан төшөрөп ҡалдырасаҡтар. Путевка алырға теләмәгәндәргә йылына 1312 һум күләмендә аҡсалата компенсация түләнә. Ҡағиҙә булараҡ, санаторийға путевка алғанда ял урынына барыу, ҡайтыуға киткәнгә юл сығымдары ҡаплана. Әммә һеҙ дауаланасаҡ учреждение РФ Хеҙмәт министрлығы тарафынан раҫланған исемлектә булырға тейеш.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Хужабикәгә көндәлек тормошта  кәрәкле 12 кәңәш

Йондоҙнамә (17-23 декабрь)

17.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (17-23 декабрь)


«Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»

14.12.2018 - Махсус биттәр «Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»


"Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

Һаҡсыл булғың килһә...

11.12.2018 - Махсус биттәр Һаҡсыл булғың килһә...


Йондоҙнамә (10-16 декабрь)

09.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (10-16 декабрь)


Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау

06.12.2018 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ! Кәбеҫтә тоҙлау


Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел

04.12.2018 - Махсус биттәр Барыһы ла һыуытҡысҡа түгел


Йондоҙнамә (3-9 декабрь)

03.12.2018 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (3-9 декабрь)


Әсе ҡамырҙан итле самса

03.12.2018 - Махсус биттәр Әсе ҡамырҙан итле самса


Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

02.12.2018 - Махсус биттәр Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын


"Йондоҙло табын" - Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА