НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Башҡорт Википедияһы ҡунаҡ йыйҙы

Башҡорт Википедияһы ҡунаҡ йыйҙы


Башҡорт Википедияһы ҡунаҡ йыйҙы Күптән түгел Башҡорт Википедияһы үҙенең ун йыллығына Башҡорт викиһабантуйына йыйҙы. Уның сиктәрендә «Вики­медиа РУ» Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә «Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрҙе. Уның эшендә Израиль, Эстония, Ҡаҙағстан, Тыва, Украина, Татарстан, Удмуртия, Алжирҙан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

«Башинформ» агентлығында үткән конференцияла Башҡорт Википедияһының төбәк телдәре бүлектәренең әүҙем ағзалары үҙҙәренең проекттары тураһында һөйләне. Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нуриев әйтеүенсә, форумдың маҡсаты – Башҡортос­танды донъяға танытыу, ә республика йә­мәғәтселегенә төрлө милләтле кешеләр ҡатнашҡан Википедия кеүек донъя күләмендәге проектты күрһәтеү. Улар үҙ теләге менән бөтә кешелек өсөн мәғлүмәт сығанағын булдырыу өҫтөндә эшләй.

Энциклопедик проекттарҙы үҫтереүҙе «Викимедиа РУ» ойоштора. Ул интернет- энциклопедияның бәләкәй бүлектәренә ярҙам итә. Етәксеһе Владимир Медейко билдәләүенсә, Башҡорт Википедияһы халыҡ-ара энциклопедик майҙансыҡта әүҙем тулыландырылып торған һәм хәҙер камиллаша барған бүлектәрҙең береһе һанала. Проекттар үҫеш­һен өсөн унда әүҙем яҙышыусы авторҙар ҙа күп булырға тейеш.

Википедияның халыҡ-ара фондының тел комитеты ағзаһы Әмир Аарони әйтеүенсә, телде, мәҙәниәтте үҫтереү маҡсатынан яңы булдырылған интернет-ресурс танылһын, туҡтауһыҙ яңырып торһон, унан мәғлүмәт алыу­сылар ҙа күбәйһен өсөн әүҙем кешеләр булыуы кәрәк. 288 телдә булған энциклопедия өсөн был – тәү шарт. Википедияның башҡорт бүлеге администраторы Зөфәр Сәлихов һүҙҙәренсә, мәҫәлән, мәҡәләләр яҙыу буйынса конкурс үткәргәс, яңы авторҙар, мөхәррирҙәр тағы ла күбәйгән.

Википедия бүлексәләренең сит төбәктәрҙән килгән етәкселәре үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Матбуғат конференцияһында Башҡорт Ви­кипедияһы ирекмәндәренең эшмәкәрлеген яҡтыртҡан журналистар һәм редакциялар бүләкләнде. Улар араһында «Йәшлек» гәзите лә бар.
З. ЙӘҺҮҘИНА.

Сығыу ваҡыты 1-05-2015, 14:34 | Ҡаранылар: 1153
|
  • Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә
  • Халыҡ сәйәси хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына
  • Чиновниктар парта артына ултырасаҡ
  • Мираҫын киләһе быуындар ҙа өйрәнер
  • “Кәкре камера – 2”лә шәп әкиәт һөйләйҙәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM