RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек» хәбәрселәре диктантты нисәгә яҙҙы икән?

17.04.2015 «Йәшлек» хәбәрселәре диктантты нисәгә яҙҙы икән?

«Йәшлек» хәбәрселәре диктантты  нисәгә яҙҙы икән? Мәғлүм булыуынса, Рә­сәйҙә һәм башҡа илдәрҙә һуңғы йылдарҙа «Тоталь диктант» тигән ҙур сара үткәрелә. Унда теләгән кеше ҡатнашып, үҙенең белемен тикшерә, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрә. 11 апрелдә, был глобаль ак­цияны ҡеүәтләп, Өфөлә һәм республика кимәлендә «Башҡорт теленән региональ диктант» ойошторолдо.

Әйткәндәй, беҙҙең гәзит тә сараны үткәреүгә күп көс һалды. Бер аҙна алдан «Бәй­ләнештә» селтәрендәге «Йәш­лек» гәзите проекты» төркөмөндә һәм махсус пабликта диктанттың шарттары ту­раһында мәғлүмәт ҡуйылды. Аҙаҡтан бында фотолар менән та­нышыр­ға мөмкин булды.
Бына, ниһайәт, 11 апрель килеп етте. Хеҙмәттәштәрем Алһыу Ишемғолова һәм Юлай Кәримов менән Башҡорт дәүләт университетының төп корпусы ишеген асып индек. Студент ҡыҙҙар юл өйрәтеп торғас, тәғәйен аудиторияны тиҙ эҙләп таптыҡ. Халыҡ та байтаҡ йыйылған. Башҡорт телен белергә, хатаһыҙ яҙырға теләгән йәштәрҙең күп булыуы һөйөндөрҙө. Үҙҙәренең теленә тоғро булған зыялылар, өлкәндәр ҙә күп ине.
Бер юлы ваҡиғалар үҙәгенән онлайн-репортаж алып бара башланым. «Диктантты ҡайһы сайтта тапшырасаҡтар?», «Аҙаҡтан һөҙөмтәләрҙе нисек белергә?» тигән һорау­ҙарға яуап бирәм. Ошондай мәлдәрҙә заманса технологиялар менән гәзит уҡыусы­лар­ҙың хәлен беләһең, бер юлы улар алдында ҙур яуаплылыҡ та тояһың икән.
Диктанттың тексын М. Ға­фури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, РФ-ның һәм БР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөр­мәтулла Үтәшев уҡыны.
– Бөгөн күп кеше алдында бындай амплуа менән тәүгә сығыш яһайым, – тине әңгәмә барышында Хөрмәтулла Ғаз­зали улы. – Балаларыма дәрес әҙерләшкәндә диктант яҙҙыртып ҡарағаным булды. Кисә генә университет профессор­ҙары, уҡытыусылар миңә нисек уҡырға, тыныш билдәләре ҡуйылышын аңлатырға өйрәтте. Авторҙың уйын, уның нимә әйтергә теләгәнен аудиторияға еткерә белеү ҙә ҙур көс талап итә. Диктанттың тексы ауыр, һүрәтләүҙәрҙән тыш, тура телмәр, һандар бар.
Аудиторияға инәбеҙ. Имти­хан мисәте һәм тәртип һандары ҡуйылған ҡағыҙ алып, ултырыштыҡ. Сара үҙ-үҙеңде тикшереү маҡсатында үткәрелгәс, исем-фамилияңды күрһәтергә кәрәкмәй. Бары тик ҡағыҙҙағы һанды иҫләп ҡа­лыр­ға һәм уның буйынса акцияның сайтында яҙма эште табып, хаталарҙы тикшерергә мөмкин.
БДУ ректоры Николай Мо­розкин һәм уҡыу эше буйынса проректор Юлай Янбаевтың сығышынан һуң диктор яҙма эште уҡый башланы. Барыһы ла диҡҡәт менән Яныбай Хамматовтың «Баш­ҡорттар китте һуғышҡа» романынан өҙөктө тыңлай. Экранда университеттың Бөрө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡа­лалары филиалдары күренә.
Ошо мәлдә телефонға интернеттан хәбәрҙәр килә башланы. «Бөтә класс менән көтәбеҙ, сайтта тапшырыу күренмәй», «Ҡасан онлайн-трансляция башлана?» тигән һорауҙарҙы яҙҙылар. Үкенескә күрә, техник сәбәптәр арҡа­һында Хөрмәтулла Үтәшевтың тексты уҡыу мәлен шунда уҡ интернетҡа һалыу мөмкинлеге булманы. Филиалдар араһындағы видеоконференция ла өҙөклөк менән барҙы. Әйт­кәндәй, әле үҙҙәренең белемен һынап ҡарарға теләүселәр өсөн regdict.bashedu.ru сайтында диктанттың видеояҙмаһы бар.
Гәзиттә эшләү дәүерендә ҡул матур яҙыу тигәнде бөтөнләй онотҡан. Телефондан һөйләгәнде йәки берәй сарала сығыш яһаусының һүҙен тиҙ генә теркәү өсөн яҙмам табиптарҙыҡына әйләнгән. Ә диктантты матур итеп яҙырға кәрәк. Ярайһы ғына ҙур һынау булды ул. Шулай ҙа барыһы ла тырышты, мәктәпте тамамлағанға әллә күпме йыл үтһә лә, белемдәре барлығын күрһәтте.
Башҡорт теленән региональ диктант тәүгә генә үткәрелһә лә, бөтә ҡуйылған маҡсаттар ҙа тормошҡа ашты. БДУ-ның журналистика кафедраһы доценты, идеяның авторы һәм сараны ойоштороуға күп көс һалған Рәшиҙә Мәһәҙиеваның фекере шулай.
– Университеттың иң ҙур аудиторияһы диктант яҙырға теләүселәр менән лыҡа тулыуына һөйөнәм, – тине Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы. – Филиалдарҙа ла кешеләр күп булыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Диктантҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу булыр, тип уйлағайныҡ һәм яңылышманыҡ. Уны киләһе йылда ла үткәрергә ниәт бар.
Яҙмаларҙы БДУ-ның баш­ҡорт теле ғилеме һәм этномәҙәниәт белем биреү кафедраһы мөдире Ишмөхәмәт Ғәләүет­динов, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары Ирена Ҡолһарина, БР Гума­нитар тикшеренеүҙәр институтының Лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары үҙәге мөдире Фәйрүзә Ғарипова һәм университет уҡытыусыларынан торған эксперт комиссияһы тикшерҙе.
Ә был аҙнала Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә «Тоталь диктант» үтәсәк. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы әйтеүенсә, уны ҡайһы бер интернет-ресурстар БДУ-ла үткән сара менән бутаған.
– Улар «В БашГУ пройдет тотальный диктант по башкирскому языку» тип хәбәр иткән. Ошоға бәйле, Ново­сибирск ҡалаһынан «Тоталь диктант» проекты авторҙары шылтыратып, һеҙ беҙҙең исемде ҡулландығыҙ, тип етди дәғүә белдерҙе. Аҙаҡтан был һүҙҙе «региональ» тигәнгә алмаштырттыҡ, – тине ул.
Башҡортса диктант яҙыу «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» республикабыҙ законын тормошҡа ашырыу буйынса БР Хөкүмәте ҡарамағындағы ко­мис­сия менән БДУ-ның баш­ҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты тарафынан ойошторолдо. Киләһе йылдарҙа ла был эш дауам итәсәк, акцияға Ҡурған, Силәбе, Пермь, Ырымбур яҡтарында йәшәүсе башҡорттар ҙа ҡушыласаҡ.
Диктант мәлен Юлай Кәримов фотоға төшөрҙө. Һүрәттәр менән «Йәшлек» гәзите проекты» төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

Әйткәндәй, диктантҡа ниндәй баһа ҡуйылыуы хаҡындағы мәғлүмәт кисә сайтҡа ҡуйылмағайны әле. был хаҡта киләһе һанда хәбәр итербеҙ.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»