RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәге өмөтлө

21.03.2015 Киләсәге өмөтлө

Киләсәге өмөтлөДенис Йәнсурин – таланттарға бай Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылы егете. 1-се кластан сәхнәлә йырлап йөрөгән Денистың сәнғәт юлынан китеүенә һис кенә лә аптырарлыҡ түгел. Район кимәлендә үткән “Йәшлек-шоу”, “Көлһылыуҙа ҡунаҡта” бәйгеләрендә еңеү яулаған талантлы егеткә мәҙәниәт бүлеге етәкселәре уҡырға үҙҙәре үк юллама тәҡдим итә. Бөгөн ул – Салауат музыка колледжы студенты.
Денис студент саҡтың дәртле, әүҙем һәм матур мәлдәренең ҡәҙерен белә. Һәр көнөн, сәғәтен файҙалы үткәрергә тырыша. Эстрада һәм халыҡ йырҙарын өйрәнә, ҡалала үткән сараларҙа сығыш яһай. “Салауат” ҡала гәзитенең айырылғыһыҙ дуҫы, улар үткәргән байрамдарҙа, йыйындарҙа һәр ваҡыт ҡатнашып тора. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы янында эшләп килгән фольклор ансамбленең алмаштырғыһыҙ музыканты, йырсыһы. Быларҙан тыш, курсташтары менән “Умырзая” эстрада төркөмөн ойоштор­ғандар. Улар йәйге ял ваҡытында ҡыҫҡа гастролдәргә лә сығырға өлгөргән. Денистың моңло йырҙары Ғафури, Күгәрсен райондары халҡына күптән таныш. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Дарман” тапшырыуында ла үҙ көсөн һынап ҡарарға өлгөргән.
Сәнғәт һәм уҡыуҙан тыш, Денис спорт менән шөғөлләнә, волейбол уйнарға ярата. Оҫта спортсыны ҡаланың һәр ойошмаһы үҙ командаһына уйнарға саҡырып тора.
Денис тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй. Байрамдарға ҡайтҡан саҡта ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән саралар­ҙы ла үҙенең йырҙары менән биҙәргә өлгөрә ул. Киләсәктә тыу­ған яғына, Ейәнсура районына эшкә ҡайтыр­ға ниәтләй. Аранжировкалар эшләү буйынса талантын камиллаштырырға теләй. “Уҡы­тыусыларҙың, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең өмөтөн аҡлап, ейәнсураларҙың данын тағы ла күтәрергә ине”, – ти Денис Йәнсурин.
Бар ергә өлгөр, тырыш, талантлы егеттең киләсәге өмөтлө. Ул үҙенең йырҙары менән республика эстрадаһында яҡты “йондоҙ” булып балҡыясаҡ әле.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»