НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡараҡты үҙ күҙҙәрем менән күрҙем

Ҡараҡты үҙ күҙҙәрем менән күрҙем


(«Ҡасҡындар беҙҙә лә булған», «Йәшлек», N3, 23 ғинуар, 2015 йыл)


Баймаҡ ҡалаһынан И. Са­фиул­­­линдың мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, Рәхмәт ҡараҡты күргәнем хаҡында яҙырға булдым. Мин Баймаҡ районының Ярат ауылында тыуып үҫтем. Рәхмәт ҡараҡ беҙҙең ауылдан ике саҡрымда ятҡан Ғүмәр ауылынан ине. Ололар һөйләүе буйынса, ул бер инәйҙе бер туҫтаҡ ҡатыҡ бирмәгәне өсөн, төндә тәҙрәһенән инеп, сәнсеп үлтереп ҡас­ҡан. Шул тирәләге ауылдарҙан Сөнғәт, Хәмит тигәндәре, һуғыштан ҡасып, бергә ҡушылып ҡасып йөрөгән.
Беренсе тапҡыр уны шул Ғүмәр ауылы эргәһендә, 50-се йылдар башында күрҙем. Миңә 11 йәш тирәһе булғандыр. Сәлимә һеңлем менән Ғүмәр ауылына ике туған Вәлимә һеңлемә барҙыҡ та, бергәләп еләккә киттек. Ауылға етәрәк юлдың һул яғында ҙур селеклек алдында йөҙө ҡурҡыныс, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан кеше ҡырын ята ине. Ҡурҡып, туҡтап ҡалғанды күрҙе лә, арты менән шыуышып, селек араһына инеп китте. Ҡотобоҙ осоп, йән-фарман, артҡа ҡарай-ҡарай йүгерҙек. Атайыма һөйләгәйнек, ул был ирҙең Рәхмәт ҡараҡ икәнен әйтте. Күп тә үтмәй, уҡыу башланғас, тәнәфескә сыҡҡанда, «Рәхмәт ҡараҡты тотҡандар!» – тип ҡысҡырышып һыбайлы ағайҙар, урам буйлап сабып үтеп китте. Дәрескә инеп ултырҙыҡ, тик дәрес ҡайғыһы китте. Рәхмәт ҡараҡтың ике игеҙәк улы беҙҙең менән уҡыны. Улар иң артҡы партала ултыра ине. Бөтәбеҙ ҙә уларға боролоп ҡарайбыҙ. Меҫкен малайҙар уңайһыҙланыуҙан башын аҫҡа эйгән. Хәҙер генә аңлайым уларҙы. Был ваҡытта ер ярығына төшөрҙәй булып ултырғандарҙыр инде.
Уҡытыусыбыҙ Рауза апай, күҙебеҙгә ҡарап, ҡараҡты барып күргебеҙ килгәнде аңланы, беҙҙе дәрестән ебәрҙе. Теге ике малайҙан башҡа бөтәбеҙ ҙә кемуҙарҙан йүгерҙек. Рәхмәт ҡараҡты ҡулдарын бәйләп, колхоз идараһы соланына ултырт­ҡандар. Һуғыш ветераны Сәмиғулла еҙнәй мылтыҡ менән эргәһендә баҫып тора. Ауыл халҡы, тамашаға йыйылған һымаҡ, ҡасҡынды күрергә ағылды.
Уны тотҡанда атайым да булған. Көҙ көнө ҡарҙағы кәбәндәрҙе иҫәпкә алыу өсөн бер нисә кеше юлланған. Ауылға яҡыныраҡ бер кәбәнде үлсәгәндә ул сәйерерәк күренгән. Бесән бит һарғайған була, ә бер урыны йәшел икән. Бер ағай шаяртып ҡына: «Рәхмәт ҡараҡ, сыҡ», – тигән. Өс тағанлы кәбән эсенән: «Хәҙер», – тигән тауышты ишетеп, шаҡ ҡатҡандар. Ҡулына бы­саҡ тотҡан ҡараҡ килеп сыҡҡан, баҡтиһәң, ул картуф әрсеп ултырған бул­ған. Ағайҙар араһында ул үлтереп киткән әбейҙең улы ла булған. Ул ҡараҡты бер аҙ дөмбәҫләгән дә, ҡулдарын шаҡарып бәйләп, санаға һалып ауылға алып ҡайтҡандар. Клубта суд булды, халыҡ шығырым тулы ине. Тик беҙҙе индермәнеләр. Уны мили­ционер­ҙарҙың алып инеп киткәнен ҡыҙыҡһынып ҡарап тороп ҡалдыҡ. Ҡараҡ бик оҙаҡ итеп бөтәһен дә һөйләгән. Сөнғәт, Хәмит ҡараҡтар менән өсәүһе Әбделкәрим, Юлыҡ ауылдары яғында ер аҫтында землянкала йәшәгәндәр. Берәүҙе лә үлтермәгәндәр, тик урлашҡандар ғына. Ҡайһы ауылдан һыйыр, башмаҡ, ат урлағандарын – барыһын да һөйләп биргән. Теге ике ҡараҡ түрә һымаҡ, ә Рәхмәт ҡараҡ күсер булып, көпә-көндөҙ тарантас арбала Юлыҡ ауылы урамдарынан үтеп тә йөрөгәндәр. Рәхмәт ҡараҡ ҡырҙа, бесәндә, еләктә йәй көнө инәй­ҙәргә лә осраған. Тик улар, ҡурҡып, был хаҡта берәүгә лә әйтмәгән.
Ғүмәр ауылы эргәһенә килеп, алыҫтан өйө эргәһендә уйнап йөрөгән малайҙарын да күҙәтеп ятҡан. Теге ҡараҡтарҙы ла тотор өсөн милиционерҙар Рәхмәт ҡараҡ менән землянкаһына төшкән, ә тегеләре ҡасып өлгөргән. Ысындырмы-юҡмы, землянкаға етеп килгәндә, Рәхмәт ҡараҡ әсе итеп һыҙғырған, тиҙәр. Ул ҡараҡтар тураһында башҡа бер хәбәр ҙә ишетелмәне. Рәхмәт ҡараҡты төрмәгә ултыртҡандар. Амнистияға эләгепме икән, срогын тултырмай ҡайтҡан. Ҡатыны үлгән булған, ирен тотҡан саҡта ул эргәһенә килгән, ғәфү иткән, тиҙәр. Ә улдарының береһе генә атаһын ғәфү иткән, икенсеһе кисерә алмаған.
Төрмәнән ҡайтҡас, ул Йылым ауылында бер әбейгә өйләнеп, бер нисә йыл йәшәгән, тип һөйләнеләр.
Аллаға шөкөр, хәҙер ҡараҡтар юҡ. Әммә яуыз уйлы кешеләр күбәйә, енәйәтселек арта. Хоҙай барыбыҙҙы ла яуыз әҙәмдәрҙән һаҡлаһын. Донъя имен торһон, тормошобоҙ тыныс булһын. Иншалла.

Ғәлимә ӘХМӘТОВА,
Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, педагогик хеҙмәт ветераны.

Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 20-02-2015, 09:37 | Ҡаранылар: 1044
|
  • Ышан инде приставҡа
  • Улар ябай халыҡты зар илатҡан
  • Ҡасҡындар беҙҙә лә булған 2
  • Ҡасҡындар беҙҙә лә булған
  • Хәйерниса күпере
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM