НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Хуш, 151-се сәс!

Хуш, 151-се сәс!


Әле алда ҡыш оҙон, тимәк, сәсебеҙ өсөн стресс та әле генә тамамланмай. Һалҡын осорҙа сәс ҡороға йә, киреһенсә, артыҡ майлыға әйләнә, ялтырауы бөтә, осо асалы ҡойроҡтоң ҡойроғона оҡшап, асалана, башыбыҙҙан көҙөн ағастан ҡойолған япраҡ кеүек, «оса» ғына. Әйткәндәй, көнөнә 100 – 150 сәстең баш менән хушлашыуы – тәбиғи хәл. Улар урынына яңылары үҫә (ете йылға бер башыбыҙҙағы сәс ҡапламы тулыһынса яңыра). Әгәр ҙә сәс айырыуса ныҡ ҡойола икән, бының сәбәптәрен эҙләргә кәрәк.
Әйтәйек, гормондар менән проблемалар арҡаһында сәстең һирәгәйеүе бар. Был осраҡта эндокринолог­ҡа күренеү хәйерле.
Сәс ҡойолоп ялтасланыуҙың – алопецияның нәҫелдән килеүе мөмкин. Ғалимдар әлегә алопецияға ҡаршы йүнле бер сара ла эҙләп тапмаған, үкенескә күрә. Ҡиммәтле хаҡҡа күсереп ултырт­ҡан сәс тә йыш ҡына ҡойолоп ҡуя…
Көслө стресс арҡаһында ла, әйтәйек, бала тапҡанда йәки яҡын кешене юғалтҡанда, сәс ныҡ ҡойола. Стресты кисерергә үҙеңдең ихтыяр көсөң етмәһә, бөтә өмөт – невропатолог менән терапевта.
Себорея, дерматит, псориаз кеүек сирҙәргә дусар кешеләр башын ҡанатҡансы тызып, сәс төбөн зарарлай, шул сәбәпле лә сәстең һирәгәйеүе күҙәтелә. Әлбиттә, сирлеләргә трихолог, дерматолог кәңәштәре талап ителә.

Ләйсән ХӘЙРУЛЛИНА, Башҡорт дәүләт университетының математика уҡытыусыһы:
– Бәләкәй саҡта, ауылда йәшәгәндә, башымды эремсек һыуы менән йыуҙым. Ҡалаға күскәс, төрлө шампунь ҡуллана башланым, ләкин йыуғандан һуң мотлаҡ үлән төнәтмәләре менән сайҡайым (ҡайын, сейә, ҡарағат, еләк япраҡтары килешә). Сәсемә матур төҫ бирер өсөн ҡына (хна) менән буяйым. Уны ҡайнар ҡуйы сәй менән иҙеп, ҡайһы саҡта йод, лимон һуты, ҡәһүә ҡушып, сәскә һылайым да, башыма полиэтилен ҡалпаҡ кейеп, яулыҡ ябынып, йоҡларға ятам. Иртән торғас, сәсте йыуам. Ҡына – тәбиғи буяу, унан зыян юҡ, киреһенсә, сәсте нығыта, ялтырата. Бынан тыш, дегәнәк майын төнгөлөккә сәс төбөнә һылайым. Ул да сәс өсөн бик файҙалы.


Ҡыш көнө йәшелсә-емеште аҙ ашағас, беҙгә витаминдар етешмәй. Кәрәкле матдәләрҙе етерлек күләмдә алмағас, сәс нәҙегәйә, һынып барыусанға әйләнә, ҡойола. Фен менән йыш ҡулланыу ҙа сәскә кире йоғонто яһай. Һыуыҡта ялан баш йөрөү ҙә сәсһеҙ ҡалдырыр. Сөнки сәс төбө өшөһөн өсөн бер нисә минут та артығы менән етә! Тире һәм май биҙҙәре һалҡынға ҡулайлашып, сәсебеҙҙе һаҡлаған гидролипидлы шекәрә булдырып өлгөрә алмай һәм төптәре туңған сәс башты йыуғанда, тарағанда услап тигәндәй ҡойола.
Шуға ла тағы бер иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
– урамда мотлаҡ баш кейемендә йөрөргә (йылыға инеү менән уны сисергә);
– сәсте яҡшылап киптермәйенсә, тышҡа сыҡмаҫҡа;
– яҡшы итеп туҡланырға (өҫтәмә рәүештә витаминдар ҡулланырға);
– сәс ныҡ ҡойолғанда мотлаҡ табипҡа күренергә.
Үҙегеҙҙе яратығыҙ, ни булһа ла, артыҡ көймәҫкә тырышығыҙ, проблемалар һис бер ҡасан бөтмәй, ә башыбыҙҙағы сәс – иҫәпле (айырып әйткәндә, ни бары 150 мең генә дана)!

Сығыу ваҡыты 6-02-2015, 09:40 | Ҡаранылар: 597
|
  • Эремсек һыуы файҙалы
  • Йәнгүзәл: Минән кәңәш
  • һорау-яуап
  • Бал һәм һуған һәр нәмәгә файҙалы
  • Күңел тыныслығы – иң мөһиме
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM