RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

27.11.2010 Ғаиләбеҙ нуры

Ғаиләбеҙ нурыӘсәй! Ниндәй бөйөк был һүҙ! Һәр кемдең йөрәгенә бөтмәҫ йылы биреп, изге ептәр менән тыуған ергә, үҙенә мәңге тартып, күңелдә гел матур тойғолар уятып, йәшәүгә көс биреп тороу­сы ла, шифаһын йәлләмәй тирә-яҡҡа таратыусы тере шишмә ул һин, әсәй.
Ошо мул көҙ көнөндә Күгәрсен районының Туйымбәт ауылында йәшәгән ҡәҙерле әсәйебеҙ Асия Суфыйғәле ҡыҙы Сәлимова күркәм юбилейын – 70 йәшен билдәләй.
Әсәйебеҙҙең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Фронттан ҡайтҡан яугир ҡартатайымды танымай ҙа тора. ҡартатайым – Советтар Союзы Геройы Суфый Хажи улы Суфьянов ғаиләһендә үҫеп, матур, төплө тәрбиә, белем алған әсәйем. Унан тырыш, булдыҡлы күрше ауыл егете – атайыбыҙҙы осратып, бергә тормош башлайҙар. Заманына күрә күренекле ғаиләнән сыҡҡан, колхоз рәйесе ҡыҙы, йәш киленгә – әсәйебеҙгә ауылдаштар сәйерһенеп тә, һағайып та ҡараған. Әммә ул үҙенең изгелекле йөрәге, ярҙамсыллығы, һәр саҡ яҡты сырайлы, асыҡ йөҙлө булыуы менән бергә йәшәйәсәк ауылдаштарының ихтирамын яулай.
Әсәйебеҙ килен булып төшкән тәүге көндәренән алып тиҫтә йылдар ауылдың һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләне. Һәр саҡ алдын­ғылар сафында булды. Бик күп хөрмәт, маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләктәрен ҡәҙерләп, йәшлек иҫтәлеге итеп һаҡлай ул.
Бер көн шулай көйәнтә-күнәктәрен аҫып, Эйеккә һыуға килгән әсәйем бер баланың батып барғанын күреп ҡала. Бер минутҡа ла юғалып ҡалмай батыр әсәйем, һыуға ташланып, баланы ҡотҡара. Ул малай бөгөн минең тормош иптәшем, әсәйемдең оло кейәүе булырға яҙған. Беҙ һиңә, әсәй, мең рәхмәтлебеҙ!
Тыуған йортобоҙҙоң нуры, ҡото, балаларыңдың, туғандарыңдың терәге-таянысы булып, әсәйебеҙ инде 51 йыл атайыбыҙ менән өлгөлө ғүмер итә. Ауылыбыҙҙа егәрле, намыҫлы, тормошто ихлас яратыусы ҡәҙерлебеҙҙе һәр кем үҙ итә. Әсәйебеҙ кесене – кесе, олоно оло итеп, ҡартәсәйем менән 25 йыл килен-ҡәйнә булып татыу ғүмер итте. Беҙҙе, дүрт балаһын, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтереп, йәшәргә өйрәтеп, төплө тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығар­ҙылар. Матур ғаилә тормошонда, әсәй, һин ысын мәғәнәһендә атайымдың ныҡлы терәге, ҡанаты булдың. Әле лә усағыңдың йылыһын, утын һүндермәй, түшәктә ятҡан атайымды көнө-төнө тәрбиәләп, һаулығын һаҡлап, йәшәүгә көс биреп, сөкөрләшеп ғүмер итәһегеҙ. Мең рәхмәт, әсәй, үҙеңдең булмышың менән һин беҙгә ҙур Хазина!
Ләлә ҡАЛМЫРҘИНА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»