RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

14.11.2014 һорау-яуап

Бешерелгәнен ашарғамы, бешерелмәгәненме?

Дуҫтарым миңә бе­ше­релмәгән аҙыҡ-түлек ме­нән генә туҡланыуға кү­сергә кә­ңәш итә. Улар әй­теүенсә, бешерелмәгән аҙыҡтан организм күберәк энергия туп­лай. Әммә, спорт ме­нән шөғөлләнгәс, ми­ңә ул ғына энергия әҙ булыр тип ҡурҡам.
Илһам.
Бөрө ҡалаһы.

Аҙыҡ-түлекте бешермәйенсә ашауҙы пропагандалаусылар, сей аҙыҡ төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай, энергия бирә, ти. Бер яҡтан, улар хаҡлы – ҡайһы бер матдәләр аҙыҡты бешергән саҡта файҙаһын юғалта. Улар иҫәбенә С витамины инә. Әммә икенселәре иһә бешергәс кенә еңелерәк үҙләштерелә. Мәҫәлән, бета-каротин.
Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ, рациондан ит, балыҡ, икмәк кеүек аҙыҡтарҙы алып ташлап, организмығыҙҙа В12 витаминына һәм кальцийға ҡытлыҡ тыуҙыраһығыҙ.

Компенсация тейешме?

Бер ойошмала оҙаҡ ҡына эшләнем. Ҡыҫҡартыуҙар баш­лан­ғас, минең эш урыным да ҡыҫҡартыуға эләкте. Шулай итеп, эшһеҙ тороп ҡалдым. Миңә ниндәйҙер компенсация түләнергә тейешме икән?
Ғәзим.

Һәр хеҙмәткәр, предприятие хеҙмәткәрҙәре штатын ҡыҫҡартыуға бәйле эштән бушатыла икән, был хаҡта ике ай алдан иҫкәртелергә тейеш. РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, хеҙмәткәр яҙма рәүештә, үҙенең ҡултамғаһын ҡуйып иҫкәртелгәндән һуң ғына ике айлыҡ ваҡыт иҫәпләнә башлай. Бынан тыш, штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле, хеҙмәткәрҙе эштән ебәрер алдынан эш биреүсе уға, квалификацияһына ярашлы, икенсе эш тәҡдим итергә тейеш. Әгәр ҙә башҡа вакансиялар булмаһа, йә белгес тәҡдим ителгән эштән баш тартһа, был ваҡытта инде эш биреүсе уны эштән бушата ала.
РФ Хеҙмәт кодексының 178-се статьяһына ярашлы, ойошма хеҙмәткәрҙәре штаты ҡыҫҡартылыу сәбәпле хеҙмәт килешеүе ғәмәлдән сығарылған ваҡытта эштән бушатылыусы хеҙмәткәргә уртаса айлыҡ эш хаҡы күләмендә пособие түләнә. Бынан тыш, ул яңы эшкә урынлашҡанға тиклем тағы ике ай дауамында уртаса эш хаҡы һаҡлана. Өсөнсө айға эш хаҡы, хеҙмәткәр эштән бушатылғандан һуң ике аҙна эсендә мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп тә, эшкә урынлаша алмаған осраҡта ғына түләнә. Ә инде мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итмәһә, өсөнсө айға пособие бөтөнләй түләнмәй.

Ҡатынымдан нисек айырылырға?

Ҡатыным менән өс ай йәшәнек тә айырылыштыҡ, әммә рәсми рәүештә түгел. Һуңынан балабыҙ тыуҙы. Беренсе айынан уҡ әҙ булһа ла алимент түләнем. Сөнки, 3-сө төркөм инвалиды булараҡ, эш хаҡым да бәләкәй. Әле ҡатыным бала менән күрешергә рөхсәт итмәй, үҙе рәсми рәүештә айырылышырға ла теләмәй. Нисек итеп миңә бала менән күрешеү өсөн рөхсәт алырға һәм мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштерергә?
Артур Н.

Һеҙ мирауай судҡа никахығыҙҙы тарҡатыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ә бала хаҡындағы бәхәс район суды аша ғына хәл ителә. Суд ҡарар сығара икән, ҡатынығыҙ бала менән осрашыуға тотҡарлыҡ яһай алмаясаҡ.

Кемдәргә өҫтәмә ял бирелергә тейеш?

Элек беҙҙең предприятиела хеҙмәт стажы оҙайлығына ҡарап өҫтәмә отпуск бирелә ине. Һуңғы йылдарҙа ул туҡтатылды. Ошондай өҫтәмә ял көндәре бирелергә тейешме һәм уға кемдәр дәғүә итә ала?
Наилә Ф.

РФ Хеҙмәт кодексының 116-сы статьяһына ярашлы, эш биреүсе йыл һайын түбәндәге хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә отпуск бирергә тейеш:
һаулыҡ өсөн зыянлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттарына бәйле эштә эшләүселәргә;
сикләнмәгән эш көнө булған хеҙмәткәр­ҙәргә;
Алыҫ Себер һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа эшләүселәргә;
Федераль законда ҡаралған башҡа осраҡтарҙа (мәҫәлән, прокурорҙарға һәм тәфтишселәргә хеҙмәт стажы өсөн һ.б.).
Оҙайлы хеҙмәт стажы өсөн өҫтәмә отпуск законда ҡаралмаған, әммә хеҙмәт килешеүендә ҡаралған булһа, ҡайһы бер ойошмалар үҙҙәренең иҫәбенә хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә ял бирә ала.

Пенсия нисек билдәләнә?

Ҡатыным 26 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләне. Әммә ошо ваҡыт эсендә ул ике тапҡыр – 1991 һәм 1994 йылдарҙа бала менән өйҙә ултырҙы. Ваҡытынан алда пенсия юллағанда декрет ялында ултырған йылдар ҡамасаулыҡ итмәйме?
Илфат.
Мәләүез районы.

“Хеҙмәт пенсиялары тураһын­да”­ғы Федераль закондың 28-се статья­һына ярашлы, 25 йыл пе­дагогик стажы булған уҡы­тыу­сыларға ваҡытынан алда хеҙмәт пенсия­һын юллау мөмкинлеге бирелә. Йәғни 25 йыл эшләгәндән һуң улар, 55 йәш тулыуын көтөп тормайынса, хаҡлы ялға китә ала. Әммә бала ҡарау буйынса отпускының тулыһынса иҫәпкә алынмауы ла ихтимал. Иң күбе өс йылы ғына дөйөм стажға индерелә. Өҫтәүенә, 1992 йылдың 6 октябренә тиклем декрет ялына киткәндәрҙең генә ул йылдары иҫәпкә алына, ә ошо датанан һуң декрет ялында булған осор стажға ҡушылмай.


Фермерҙың хеҙмәт стажы буламы?

Мин ауылда тыуып үҫтем һәм ғүмер буйы фермер булып эшләнем. Пенсия тәғәйенләгәндә эшләгән йылдарым стажға индереләме һәм быны нисек дәлилләргә?
Т. ЗӘБИРОВ.

Пенсия тәғәйенләнгәндә хеҙмәт стажығыҙ иҫәпкә инә. Тик ул йылдар хеҙмәт кенәгәһе һәм РФ Пенсия фондының территориаль органы документы менән раҫланырға тейеш. Йәки территориаль һалым органының мотлаҡ түләүҙәрҙең түләнеүе тураһындағы документы кәрәк. Хеҙмәт кенәгәһенә индерелгән яҙмалар урындағы үҙидаралыҡ органы тарафынан раҫлана.

Эш сәғәтенән тыш эшләгән өсөн компенсация түләнәме?

Мин коммерция ойошмаһында эшләйем. Хәҙер эш аҙағына эш ҡушыу модаға инеп китте. Уны эшләп бөтмәйенсә ҡайтып китеп тә булмай. Һөҙөмтәлә эштән һуң ҡалырға тура килә. Был сәғәттәр өсөн миңә ниндәй­ҙер компенсация булырға тейешме?
Ирина.
Өфө ҡалаһы.

Хеҙмәт хоҡуғы нормаларын билдәләүсе РФ Хеҙмәт кодексы, закондар һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттар Рәсәй Федерацияһындағы эш биреүселәрҙең барыһы өсөн дә мотлаҡ ҡулланылырға тейеш. Билдәләнгән эш ваҡытынан тыш эшләнгән эш сәғәттәре өсөн айырым түләнергә тейеш. РФ Хеҙмәт кодексының 152-се статьяһына ярашлы, эш ваҡытынан тыш эшләгәндең тәүге ике сәғәте өсөн 1,5 күләмдә, ә артабан­ғы сәғәттәр өсөн икеләтә түләнергә тейеш. Шулай уҡ коллектив килешеү йәиһә хеҙмәт килешеүе буйынса, өҫтәмә эш өсөн компенсация урынына ял бирелеүе лә ихтимал.

Ғаилә хәле буйынса ялға сығырға мөмкинме?

Күптән түгел икенсе эшкә күстем. Әле миңә ғаилә хәле буйынса отпуск алырға кәрәк. Яңы урында ике ай ғына эшләйем, миңә отпуск тейешме?
Гөлгөнә.
Бәләбәй ҡалаһы.

Хеҙмәт кодексының 122-се статьяһына ярашлы, хеҙмәткәр беренсе йыл эшләгәндә тик алты айҙан һуң ғына түләүле отпускыға дәғүә итә ала. Шуға күрә ярты йыл үтмәйенсә тороп һеҙгә ял бирелергә тейеш түгел. Әммә, ошо уҡ статьяла әйтелеүенсә, эш биреүсенең ризалығы менән һеҙгә ваҡытынан алдараҡ та отпуск бирелеүе ихтимал.

Уҡыуға түләнгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?

Ҡыҙымдың юғары уҡыу йортонда уҡыуы өсөн түләйем. Ишетеп белеүемсә, был аҡсаның күпмелер өлөшөн һалым инспекцияһы аша кире ҡайтарырға мөмкин. Уның өсөн ниндәй документтар кәрәк икән?
Зәмбилә.
Белорет районы.

Рф Һалым кодексына ярашлы, һалым өсөн тотоп ҡалынған аҡсаның күпмелер өлөшөн кире ҡайтара алаһығыҙ. Бының өсөн йәшәгән урынығыҙ буйынса һалым инспекцияһына түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
1. Ғариза.
2. Уҙған йыл өсөн килемегеҙ хаҡындағы декларация (3 – НДФЛ).
3. Паспорт.
4. Эш урынығыҙҙан 2 – НДФЛ формаһы буйынса уҙған йыл өсөн справка.
5. Уҡыу йорто менән төҙөлгән килешеүҙең күсермәһе.
6. Белем биреү учреждениеһының лицензияһының күсермәһе.
7. Уҡыу өсөн түләүҙе раҫлаған документтар­ҙың күсермәһе.
8. Баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығының күсермәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»