RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яуапһыҙ һорау һәм мәңгелек ғазап

31.10.2014 Яуапһыҙ һорау һәм мәңгелек ғазап


Юлға сығыр алдынан ғына әсәйемдән хәлдәрен һораштым. “Ауырлыҡ менән булһа ла йорт һалып сыҡтылар, балалары үҫә, матур йәшәйҙәр. Әсәһен дә был ауылға күсереп алғандар, Фәрите өф итеп кенә тора”, – тине. Әгәр миңә, ире эсә, балалары насар юлда, ыҙалана инде, бахырҡай, тиһәләр, мең тапҡыр еңелерәк булыр ине, бәлки. Нисек инде хыянатсыл ҡатын матур донъя көтә?! Ул бит үкенергә, ғазапланырға тейеш! Шул саҡта ғына тормошомдоң китек булыуын һәм бәхетемдең үткәндәрҙә тороп ҡалғанын аңланым. Ауылымдан ауыр тойғолар менән сығып киттем.


Яуапһыҙ һорау һәм мәңгелек ғазапИлдар ағай менән “Бәй­ләнештә” сайтында таныштыҡ. Хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып барған, заман менән бергә алға атлаған ағай төҫкә-башҡа ла күркәм, етмәһә, йор һүҙле. Шаян хәбәрҙәр яҙып, күңелде күтәреү уға бер ни түгел кеүек. Диуарындағы фотолар менән танышып ултырҙым да, йәш саҡта ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре үк, балға һырыған себен кеүек, эргәһендә бөтөрөлөп йөрөгәндер, тигән уйға килдем.

“Япа-янғыҙ мин был донъя­ла”… Илдар ағайҙың был һүҙҙәре мине аптырауға һалды. “Әллә күпме ҡатын-ҡыҙ дуҫығыҙ бар, берәйһе менән ныҡлап аралашығыҙ ҙа парлашығыҙ һуң”, – минең өсөн тормош ябай ғына итеп яйға һалыныр кеүек. “Миңә улар кәрәк түгел шул… Юғалтҡанымды тапҡым килә. Ә яратмаған кеше менән былай ҙа 30 йылға яҡын ғүмеремде, уны ла, үҙемде лә бәхетһеҙ итеп, зая уҙғар­ҙым…”

Аҙаҡ асыҡланыуынса, Новоси­бирск ҡалаһында Илдар ағайҙың элекке ҡатыны һәм ике ҡыҙы йәшәй булып сыҡты. Үҙе профессор, химия фәндәре буйынса академик икән. “Япа-яңғыҙ, тиһегеҙ…” “Күңелем яңғыҙ минең. 38 йыл инде һүнгән йондоҙҙоң яҡтыһын эҙләгән юлаусы хәлендәмен…”

…Илдар осраҡлы ғына дуҫтары менән күрше ауылға киске уйынға барғанда Нәфисә менән танышып, тәүге тапҡыр ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа битараф ҡалмай. Һөйөү утында янған йәш йөрәккә биш саҡрым арамы ни инде – йәштәр көн дә тиерлек осраша башлай. Әсәһе менән генә көн күргән Нәфисә йыр-моңға маһир була, урта мәктәпте тамамлау менән мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Уҡыуын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, ауыл хужалығы институтына имтихандарҙы уңышлы тапшырған Илдар, ҡыҙҙың ауылда төпләнәсәген белгәс, вузға уҡырға барыу­ҙан ҡырҡа баш тарта. Атаһының әрләүенә, әсәһенең өгөтләүенә ҡарамайынса, колхозда тракторсы булып эш башлаған егеткә һәр кем аптырап ҡарай.

Егеттең уйында ни бары татлы хыялдар ғына: киләһе йәйҙә туй үткәреп, парлашырға ла, йорт һалып, матур ғаилә ҡорорға. Ә инде бик тә уҡырға теләһә, бер аҙ эшләгәс, ситтән тороп белем алырға була… Тик йәштәрҙең матур хыялдарын селпәрәмә килтереп, Илдарға яҙын хәрби хеҙмәткә саҡырыу килеп төшә. Илап оҙата Нәфисә уны. Күҙ йәштәре түккән ҡыҙҙы ҡосоп, егет үҙе лә үкһеп илай. Һуңғы тапҡыр ошондай матур хистәр менән күрешеүҙәрен улар аңламай әле…
Хистәр тулы хаттар ике араны йылдан артыҡ һыуытмайынса бәйләп тора. Илдар ағайҙың әйтеүенсә, ул һөйгәненең шиғыр юлдары менән тулы хаттарын һаман да һаҡлай. Һәр береһен яттан белеүенә ҡарамайынса, ваҡыты-ваҡыты менән уҡып, һорауҙарына яуап эҙләй. Тик уларҙа саф, ихлас тойғоларын белдергән һүҙҙәр генә… Яуап юҡ.

Бер осор ике аҙна тирәһе Нәфисәнән хат булмай тора. Йөрәген хәүеф һәм мең һорау телгеләгән ваҡытта егет әсәһенән хат ала. Ауыл яңылыҡтарын, туған-тыумасаның хәлен яҙып үткән ябай хатта Илдар өсөн ҡот осҡос хәбәр була. “Нәфисә беҙҙең ауыл егете Рафиҡ менән бутала, тигән хәбәр йөрөй ине. Кеше һүҙелер, тип һиңә һаман яҙмай йөрөнөм. Тик кисә Ғәлимә апайыңдарҙан ҡунаҡтан ҡайтып килгәндә икәүләшеп беҙгә осранылар. Йорттарына уҡ килеп йөрөй икән…” Илдар хеҙмәтенең ҡалған ете айы нисек үткәнен томан араһындағы кеүек хәтерләй. Күңеленең бер ҡылы өҙөлгән дә, йән биргән кеүек хис итә ул үҙен. Тәне, шәүләһе бар, йөрөй, нимәлер эшләй. Ә йәне юҡ… Бер аҙҙан Нәфисәнән, бер ни булмағандай, хистәр тулы хаттар килә башлай. Егеттән яуап булмауына өҙгөләнеп яҙған һуңғы хатын алғас, Илдар оҙаҡ уйлана. Ғәйепләүҙәр, хатта ҡарғыш һүҙҙәрен дә ҡушып хат яҙырға уйлай ҙа кире һүрелә.

Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та егет тура Өфөгә юллана һәм, ике айлыҡ әҙерлек курсын тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Йәшлек мөхәббәтенең онотолмаҫ ғазапҡа әйләнеүен ҙур ауырлыҡ менән кисергән егет, яраларҙың тиҙерәк уңалыуын теләп, тыуған яҡтарына һирәк ҡайтырға тырыша. Ата-әсәһенә лә күңеле иремәй хатта. Адресын кемдән алғандыр, йыл тирәһе үтеүгә Нәфисәнән тағы бер хат килә: “Йәшлегемдең матур хәтирәһе булған беҙҙең һөйөү ошолай тамамланыр тип уйламағайным. Ике йыл көтөп тә, бер осрашыуға мохтаж булып ҡалдым. Нимәгә үпкәләнең, ниндәй ғәйебем бар һуң минең? Хат аша булһа ла аңлатсы. Яратмайым, тип алдама, һаман да миңә ҡарата хистәреңдең барлығын һиҙәм”. Ғорур булғыһы килеүҙәнме, әллә асыуы шулай көслө буламы, Илдар ағай был хатты ла яуапһыҙ ҡалдыра.

Ике йылдан Нәфисә Илдарҙарҙың ауылына килен булып төшә. Рафиҡҡа түгел, ә ике бала менән тол ҡалған Фәрит менән яҙмышын бәйләй ул. Бер-бер артлы үҙе лә ике малай табып, матур итеп донъя көтә башлай­ҙар. Бер нисә көнгә генә ҡунаҡҡа ҡайтҡанында уларҙың һәүетемсә йәшәп ятыуын ишеткән Илдарҙың күңелендә сәм, ҡомар уяна. Хыянаты менән күңелен яралап, етмәһә, бер ни булмағандай ҡыланырға батырсылыҡ иткән уйнаш ҡатын донъя көтөп ятһын, ә ул кемдән кәм? Егет эргә-тирәһендәге ҡыҙҙарға иғтибарын йүнәлтә, һәр береһен энә күҙәүенән үткәрә.

Кеше, эмоцияларға бирелеп, ҡыҙыу баштан төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар ҡыла. Ә Илдар ағайҙың һөйләгәндәренән ҡараһаң, ул һәр аҙымын үлсәп һәм аңлап, хаталарға табан барған. Ғорурлыҡмы? Йәиһә оҙаҡ һаҡлаған асыу шулай күңелендә ҡабарып, сиктән ашҡанмы?

Илдар ағай ҡыҙҙар араһынан үҙенә файҙа килтерерҙәйен эҙләй. Ауыл халҡы, айырыуса Нәфисә күргәндә аһ итерлек сибәр ҙә, уҡымышлы ла, донъя көтөрлөк уңған да булғанына өмөт итә һәм таба ла. Новосибирск ҡалаһында тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы Рәмиләне һайлай ул. Ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы, уҡыу алдын­ғыһы, етмәһә, Илдар тип өҙөлөп тора. Атаһы – ойошма етәксеһе, әсәһе – табип. 30 йылға яҡын сит тарафта ғүмер итеүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда тыуып үҫкән был пар Илдарҙы ғаиләләренә үҙ улдарындай күреп ҡабул итә. Матди ҡыйынлыҡ кисермәгән егет фән эшенә ныҡлап тотона. Асыштары ла байтаҡ һәм әһәмиәтле була уның. Тик ҡатынын ғына яратып китә алмай. Игеҙәк ҡыҙҙары ла уларҙың араһын эҫендермәй.

12 йыл буйы Илдар ағай ауылына ҡайтмай.

“Һағыныу кеүек хис миндә ул осорҙа бөтөнләй булманы. Бер ҡыҙыҡһыныу – фән менән йәшәнем мин. Атай ҡарт әрләй-әрләй саҡырғас, бер йәйҙә ҡайтырға булдым. Илдең көрсөктән саҡ-саҡ сығып килгән мәле, айырыуса ауылдарҙа хәл хөрт. Ә мин һуңғы асышым өсөн сит илдән ҙур ғына суммала аҡса алғайным, текә машинала, матур кейенеп, йылдар үтһә лә, сибәрләнә генә барған ҡатыным, һылыу ҡыҙҙарым менән ауылға ҡайтып төштөм. Ысынлап та, аһ иттеләр. Күршеләр хәл белергә инә, дуҫтар, класташтар килә. Тәүге тапҡыр ҡыуаныс хистәре кисерҙем ул саҡта. Йәнәһе, күрҙегеҙме, мин кем…
Иртәгәһенә һабантуй байрамына киттек. Унда, туҡтатып, һәр кем һүҙ ҡуша, уҡытыусыларым менән бер талай һөйләшеп торҙоҡ. Бер ваҡыт сәхнә яғынан йыр ағыла башланы.

Үкенестәр менән һағыш аша,
Йәшлек йәрем, өҙөлөп һағынам.
Үткәндәргә юлдар таба алһам,
Ҡайтыр инем һиңә яңынан…

Тәүге һәм һуңғы тапҡыр ишеткән ошо йыр минең күңелемдә һәр саҡ сыңлап тора. Нәфисә йырлай ине. Үҙәк өҙгөс таныш тауыш… Шул тиклем күңелем тулды, йүгереп барып ҡосаҡларҙай, оҙон ҡара толомдарын туҙғытып иркәләрҙәй булдым да бит, тик ғорурлығым ебәрмәне. Етмәһә, сәхнә янында бер ҡосаҡ ромашкалар тотҡан ире – Фәрит тә тора ине. Машинама ултырып урманға сығып киттем дә кеше күрмәгәндә ҡысҡырып, ерҙе туҡмап иланым. Күңелем бушап, тынысланып ҡайтҡанымда байрам тамамланғайны инде, Нәфисәне ҡабат осратманым. Юлға сығыр алдынан ғына әсәйемдән хәлдәрен һораштым. “Ауырлыҡ менән булһа ла йорт һалып сыҡтылар, балалары үҫә, матур йәшәйҙәр. Әсәһен дә был ауылға күсереп алғандар, Фәрите өф итеп кенә тора”, – тине. Әгәр миңә, ире эсә, балалары насар юлда, ыҙалана инде, бахыр­ҡай, тиһәләр, мең тапҡыр еңелерәк булыр ине, бәлки. Нисек инде хыянатсыл ҡатын матур донъя көтә?! Ул бит үкенергә, ғазапланырға тейеш! Шул саҡта ғына тормошомдоң китек булыуын һәм бәхетемдең үткәндәрҙә тороп ҡалғанын аңланым. Ауылымдан ауыр тойғолар менән сығып киттем.

Йылдар үтте. Ҡыҙҙарым уҡыуҙарын тамамлайһы йылды бер-бер артлы атайым менән әсәйем гүр эйәһе булды. Сит тарафта йөрөү ялҡыттымы, әллә үҙ-үҙемдән ҡасып арыныммы, белмәйем, әммә алты йыл элек тыуған йортҡа ҡайтып төпләнергә булдым. Ҡатынымдың нигеҙ ҡуҙғатҡыһы килмәне, ҡыҙҙар менән тороп ҡалды. Аралар боҙолманы былай, тауыш-тынһыҙ ғына айырылдыҡ та, мин юлға сыҡтым. Йәйге ялда балалар ҡайтып йөрөй, аралашабыҙ. Туйҙарына ла барып ҡайттым, ейәнемде күрергә лә.

Бына, Алла бирһә, Яңы йыл байрамы алдынан өсөнсөгә олатай булырға торам”.
Күңелемде өйкәгән һорауҙы бирмәйенсә түҙә алманым:

– Ә Нәфисә апай менән аралашаһығыҙмы?

Илдар ағай тәрән көрһөндө:

– Мин ауылға ҡайтырҙан бер йыл алда ире менән аварияға осрағандар. Фәрит шунда уҡ йән биргән. Ә Нәфисә, ауыр операциялар кисереп, бик оҙаҡ дауаханаларҙа ятҡан. Дүрт балаһы ла Өфөлә булғас, уны күсереп алып киткәндәр. Тәүҙә алмашлап ҡарағандар, хәҙер аяҡҡа баҫ­ҡансы үгәй улының береһендә йәшәй, ти. Күршеләре аша сәләм дә әйтеп ҡараным, яуап булманы. Бер курста уҡыған табиптар аша табып, янына барҙым, күрергә лә теләмәне. Мәңгелек үкенестәр һәм мең һорау менән тороп ҡалдым шулай ғүмергә. Ғорурлығым ғәйеплеме, әллә үҙһүҙлелегемме – белмәйем. Бала саҡтан ғорур булдым шул. Яҡшы уҡыным, гел алдынғы инем. Маҡталып, өлгө булып килдем дә, бер юҡ ҡына кеше менән хыянат итһендәр әле. Асыуың килмәҫ ерҙән килер…
– Ә ысынлап та хыянат иткәнме һуң Нәфисә апай?

– Кем белә инде. Рифат та бит ауылда тормай. Осрата ҡалһам, асыҡлар инем дә бит… Хәйер, миңә ул мөһим дә түгел инде хәҙер. Бер осрашып ҡына аралаш­ҡым, һаман да яратыуымды әйткем килә. Уны ла, үҙемде лә ғазаптарҙан арындырып. Бәлки, Нәфисә мине онотҡандыр ҙа. Фәрит тә бит һәйбәт кеше ине. Тик теге йырҙы миңә атап йырлаған кеүек итеп тойҙом. Ҡайтыуымды, тыңлауымды бе­леп йырлағандыр, бәлки. Онотолмаҫ матур хистәр бүләк иткән йәшлегем бит ул минең…


Г. ЮЛДАШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»