RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тылсымлы таяғың булһа, нимә эшләр инең?

24.10.2014 Тылсымлы таяғың булһа, нимә эшләр инең?

Күҙ алдыңа килтер, һинең тылсымлы таяғың бар икән, ти. Нимә эшләр инең? Был һорауға 20 – 25 йәшлек ҡыҙҙар-егеттәр яуап бирә.

Гөлзинә РӘХИМҒОЛОВА, Ейәнсура райо­нының Биштирәк ауылы:
– Тылсымлы таяғым булһа, ҡан ҡойошто, һуғышты туҡтатыр инем. Таяҡтың тағы ла тылсымы ҡалһа, кешенең күңеленә яҡтылыҡ өҫтәр инем, яманлыҡ тураһында уйлауҙан туҡтаһындар өсөн.

Айгөл ҒӘБИТОВА, Бөрйән районы, йәш әсә:
– һуғыштарҙы туҡтатыр, донъялағы бөтә ауырыу балаларҙы һауыҡтырыр инем. Ҡалған донъя ҡиммәттәрен үҙебеҙ ҙә булдырырбыҙ! Иң мөһиме, балаларыбыҙ һау булһын, күгебеҙ аяҙ торһон.

Нәзилә МӘХИЙӘНОВА, Әбйәлил районының Күсем ауылы:
– “Орел – решка” телетапшырыуындағы кеүек, алтын карта эшләтеп, бөтә донъя буйлап сәйәхәт итеп сығыр инем. Университеттағы төркөмдәшем, әҙер диплом кәрәк, ти… Икенсеһе үҙ эшен асыр­ға теләй, ярҙам итеп ебәрер инем. Рактан дарыу табыр, ауылда өй һалып, Өфөлә фатир һатып алыр инем.

Фидан СӘҒИТОВ, Хәйбулла районының Аҡнаҙар ауылы:
– О, минме... Тылсымлы таяғым булһа, төрлө ваҡыттар араһында сәйәхәт итер инем. Әлбиттә, эшләмәҫ инем, яратҡан шөғөлдәрем менән генә булышыр инем. «Зәң­гәрлек»те ауырыу тип иғлан итеп, дауаланырға мәжбүр итер инем. Илдәр буйлап сәйәхәт ҡылыр инем. Мостай Кәримде, Рәми Ғариповты, Дим Мәннәновты терелтер инем... Рактан дарыу табыр инем.

Нәргизә ЗАКИРОВА, Белорет районының Йөйәк ауылы:
– Бөтә ерҙә тыныслыҡ булыуын һәм насар уйлы бәндәләрҙең кәмеүен теләр инем.

Алина ҒӘЛИЕВА, Ишембай районының Кинйәбулат ауылы:
– Гарри Поттер булыр инем! Мине Хогвардсҡа уҡырға алырҙар ине. Тағы ла барыһына ла үҙемдеке кеүек тылсымлы таяҡ эшләп бирер инем, әйҙә, рәхәтлән­һендәр.

Фәтих МУЛЛАХМӘТОВ, DJ:
– Тылсымлы таяғым булһа, бөтә кешегә лә күңел тыныслығы табырға ярҙам итер инем.

Радик ҠОРМАНАЕВ, Өфө ҡалаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһының хор артисы:
– Ҙур өй һалыр инем. Сәйәсәттә бер аҙ үҙгәрештәр индерер, коррупцияға ҡаршы көрәшер инем. Яңы башҡорт мәктәптәре һәм балалар баҡсалары асыр инем. Бөтәһенең дә эш хаҡын арттырыр, пенсияның күләмен күтәрер инем. Үҙемдең яратҡан шөғөлөм – тауыш яҙҙырыу студияһына ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алыу тигән хыялымды тормошҡа ашырыр инем.

Миңзәлә АСҠАРОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»