НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Айыу ниңә һөжүм итә?
Махсус бит / Письма // 13-12-2017, 07:00


Айыу ниңә һөжүм итә?
Ауыл халҡының айыуҙарҙың малға тейеүе тураһында күтәргән проблемалары ҡулға ҡәләм алырға, тәбиғәтебеҙҙең бер өлөшө булған урман хужаһын яҡлап, үҙемдең фекеремде яҙырға мәжбүр итте. Әлбиттә, улар ҙур зыян килтерә: кемдеңдер берҙән-бер һыйырын йәки атын йыға, күҙ терәп торған малынан яҙҙыра. Былай ҙа көскә йәшәп ятҡан ауыл кешеһе өсөн был матди яҡтан оло бәлә инде. Ләкин ни өсөн һуң айыуҙар малға һөжүм итә йәки ауылға килеп инә? Яуап бик ябай: бахыр януарҡайҙар бик астар!...

Йондоҙнамә (11-17 декабрь)
Махсус бит // 11-12-2017, 10:27


Йондоҙнамә (11-17 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡыйынлыҡтар һиҙелерлек артыр кеүек. Төрлө сәбәп арҡаһында ҡайһы бер эштәрегеҙҙең туҡтап тороуы ла ихтимал. Оло йәштәге кешеләр менән арағыҙ ваҡытлыса боҙолоп китеүе лә мөмкин. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ һәйбәтләнә башлар.
...

Иҫәрлекме, йүләрлекме?
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 10-12-2017, 10:00


Иҫәрлекме,  йүләрлекме?
Ҡаты бәрелеп, мине аңламаусылар күп буласағын да беләм, тик минең хәлдә булған ҡатындар һәм ир-егеттәр ҙә бар.
44 йәштәмен, ҡалала йәшәйем, тормошобоҙ шөкөр итерлек. Июль айында никахҡа саҡырҙылар. Унда икенсе өлкәнән килгән бер йәш егеткә ҡарата, ҡоҙа була инде, ниндәйҙер хис-тойғо кисереп ҡайттым да, бер нисә көндән үҙемдән көлөп, онотоп ҡуйҙым.
Туй көнө килеп етте. Кафеға ингәс тә теге егет менән күҙҙәр осрашты, йөрәгем йыш-йыш тибә башламаһынмы! Ул йылмайып ҡаршыма килеп, һаулыҡ һорашты. Аяҡтарым мамыҡ кеүек йомшарып, аяҡ аҫтынан ер киткәндәй булды. Шул тиклем ипле, һылыу, баһадир кәүҙәле егет бит, әй. Туй буйы ҡараштар менән һөйләштек, эргәһенә барырға ҡыйыулығым етмәне. Ҡайтыр саҡта яныма килеп, һаубуллашты...
Ә бөгөн “Бәйләнештә” дуҫлыҡ тәҡдим иткән. Ҡыҫҡаһы, үҙемдән 16 йәшкә кесе буйҙаҡ егеткә ғашиҡ булдым шикелле. Көнө-төнө тик ул ғына уйымда, фотоларын ҡарайым. Аңлайым, был ахмаҡлыҡ. Тик нишләптер ҡыйын миңә, тиктомалға күҙемә йәштәр тығыла, ҡайҙалыр алыҫҡа сығып киткем килә. Яратҡан ирем, балаларымды хәстәрләр урынға, тик уны ғына уйлайым…
Рәғиҙә.
К. районы....

Йондоҙнамә (4-10 декабрь)
Махсус бит // 4-12-2017, 10:52


Йондоҙнамә (4-10 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Күптәр тормошона үҙгәрештәр индерергә тырышыр. Һәр хәлдә тәжрибәле кешеләрҙең һүҙенә таянығыҙ, улар дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер. Яҡын арала ҡайһы бер күптән борсоған һорау­ҙарға ла яуап алырһығыҙ, моғайын....

Баштүбән тормош
Махсус бит / Проблема // 1-12-2017, 13:36


Баштүбән тормош
1 декабрь - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

...Ун биш йыл элек булған хәл иҫкә төштө. Кисен ВИЧ-инфекциялы кеше менән осрашыуымды белгәнгә күрә икенсе көнөнә эшкә килгәс тә мине ҡатын-ҡыҙҙар уратып алғайны:
– Шунан, нисек? Һөйлә тиҙерәк!
Ул ваҡытта ВИЧ үтә ныҡ таралмағайны. Яман сир менән наркомандар, гомо­сексуалис­тар, фәхишәләр генә ауырый, тип уйлай торғайныҡ. Шуға ла табиптар аша һөйләшеүҙәр алып барып, ВИЧ-инфекциялы кеше минең менән осрашырға ризалашҡас, эштәге ҡатындар “аһ” та “уһ” килде....

Бала үҙенсә йәшәргә хоҡуҡлымы?
Махсус бит / Проблема // 1-12-2017, 06:30


Бала үҙенсә йәшәргә хоҡуҡлымы?
йәки Бәғзе ата-әсә ул-ҡыҙҙарының тормошон үҙҙәре теләгәнсә ҡорорға теләй

Кеше йәшәйешенең теге йәки был осоронда йәшәү мәғәнәһе тураһында уйлана башлай. Бала саҡта өҫтөң – бөтөн, тамағың туҡ икән, атай-әсәйең эргәлә булһа, бәхет өсөн башҡа нәмә кәрәкмәй ҙә. Үҫмерлек осорона етәрәк инде ҡиммәттәр үҙгәрә башлай. Кемдер өсөн йәшәү йәме – яҡшы уҡыуҙа, кемдер өсөн – яратҡан берәй шөғөл табыуҙа, ә бәғзеләр өсөн мөхәббәт уттарында яныуҙа. Йәшлегеңә аяҡ баҫҡас, бер аҙ өлкәнәйә төшкәс, етдиерәк уйҙарға биреләһең, ҡиммәттәрең дә икенсерәк юҫыҡ ала башлай.
...

Татлы һөйөүҙән кем туйған?
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 28-11-2017, 07:30


Татлы һөйөүҙән кем туйған?
Ҡунаҡсыларға яратмайым мин, өйҙә ултырыуҙы хуп күрәм. Ләкин ҡайһы ваҡытта, өлкән кешеләрҙең саҡырыуын аяҡ аҫтына һалып тапай алмай, өгөтләүҙәренә күнеп, сәй табынына барырға ризалашам. Сөнки шундай осрашыуҙар мәлендә телгә маһир әбей-бабайҙарҙы, апай-ағайҙарҙы тыңлап ултырып, телебеҙҙең һутлылығына, байлығына, матурлығына хайран ҡалып, үҙ лексикаңды ла байытаһың, тормоштарындағы төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс хәл-ваҡиға тураһында бәйән итеүҙәренә лә шаһит булып, шулар­ҙы хәтер һандығына һалып ҡуяһың. Зәйтүнә* апайҙың да ихлас сәйгә саҡырыуын был юлы инҡар итә алманым. Күңелем болоҡһоп тора ине, шуға барҙым....

Йондоҙнамә (27 ноябрь - 3 декабрь)
Махсус бит // 27-11-2017, 14:30


Йондоҙнамә (27 ноябрь - 3 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Ҡәҙимге аҙна. Шулай ҙа бик яҡшы таныш булған кешеләр ҙә холҡо менән аптыратыр. Быға тиклем тыныс йөрөгән дошмандарығыҙ ҙа йәнләнеп китер. Ғөмүмән, был арала үҙ фекерегеҙҙе артыҡ белдермәҫкә кәңәш ителә....

Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
Махсус бит / Письма // 26-11-2017, 09:36


Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
йәки Аҡ халатлыларҙы язаға тарттырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр төптән уйлап ҡабул ителһен ине

“Йәшлек”тең, ғәҙәттә, икенсе битендә сыға торған “Был аҙнала беҙҙе...” рубрикаһын иғтибарһыҙ ҡалдырмайым. Күптән түгел уның “Өмөтләндерҙе” тигән башы аҫтында Рәсәйҙә табиптарҙың хаталаныуы арҡаһында үлгән пациенттар һанының һис кәмемәүе һәм хәҙерге көндә бындай хатаға юл ҡуйған аҡ халатлыларҙы һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә килтереү статьяһы буйынса ғына хөкөм итеүҙәре хаҡында әйтелгәйне. Медицина хеҙмәткәрен яуапҡа тарттырыу, уның ғәйебен иҫбатлаусы материалдар табыу ҡыйынлығы һәм шунлыҡтан илебеҙҙең Енәйәт кодексына үҙгәреш индереп, хата­ланған табиптарҙы язаға тарттырыу өсөн айырым нормалар ҡабул итергә йыйыныуҙары хаҡында ла бәйән ителгән бына ошо рубрикала. Аңлауымса, ебәргән хатаһы өсөн табипты язаға тарттырыу хәҙер еңеләйәсәк....

“Уның үлемен теләп йәшәнем...”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 23-11-2017, 08:00


“Уның үлемен теләп йәшәнем...”
Ҡырҡ йәштәрҙәге ир бер нөктәгә төбәлеп тик ултырҙы. Суд барышына әллә ни иғтибар ҙа итмәне шикелле. Хәйер, уның күҙ алдынан бер нисә тиҫтә йыл элек булған ваҡиғалар, ябай ауыл өйөндәге тетрәндергес мәлдәр үтте лә үтте...
Рауил, быуындары нығынып та етмәгән кескәй малай, кәртә-ҡуралағы бөтмәҫ эштәрҙе барланы. Тәне берсә янған, берсә өшөгән, башы түҙгеһеҙ итеп ауыртҡан бала ҡоймаға терәлеп ял иткәндән һуң эшен дауам итте. Инеп кенә йығылыр ине, әсәһе йәл. Сөнки бар эш уның өҫтөнә өйөләсәк. Яратҡан Ҡуңыр буғаһы ла малайҙың хәлен аңлап, йыуатыр­ға маташҡандай, уның битен ялап-ялап алды. Бар тәне ҡалтыраған малай диванға килеп ауҙы. Эшенә ҡабаланып йөрөгән әсәһе, маңлайын тотоп ҡарап: “Ут һымаҡһың бит! Мин ҡайтҡансы ятып ҡына тор инде”, – тип сығып китте.
Күпмелер ваҡыттан һуң атаһының иҫерек тауышы ишетелде. Ул яңғыҙы түгел ине. “Һин бында нимәңде ҡарап ятаһың?” – тип улын дивандан алып та ырғытты. Уға эйәреп ингән әшнәһе, малайҙың ауырығанын һиҙеп, ниҙер әйтергә маташты. Тик ата кеше: “Миңә тимәһә ҡырылып бөтмәгәндәрме шунда!” – тип ҡул ғына һелтәне....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM