НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Билеңдә балтаң булһын…
Махсус бит / Проблема // Сегодня, 08:00


Билеңдә балтаң булһын…
йәки Ни өсөн үҙебеҙҙә беҙҙе мыҫҡыл итәләр?

Рәсәйҙең ҡайһы бер “белгестәре” ваҡыты-ваҡыты менән беҙҙең шәхестәребеҙгә яла яғып тора. Айырыуса милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән донъяға билдәле ғалим, Рәсәй федерализмының башында тороусы Әхмәтзәки Вәлидигә “эләгә”. Милләтебеҙгә лә, телебеҙгә лә ҡаршы нимәлер әйтеп ҡалырға тырышыусылар ҙа күбәйҙе. Шуныһы һағайта: беҙҙе үҙебеҙҙә мыҫҡыллайҙар. Ә беҙ нимә эшләйбеҙ?!

...

Ҡондоҙҙар уянды
Махсус бит / Письма // 19-04-2018, 07:00


Ҡондоҙҙар уянды“Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Кәшәлә утарына юлланғанда йылға янында бер ағасҡа тап булған. Йыуан ғына уҫаҡ ҡондоҙҙарға “ашхана” булып хеҙмәт итә икән!

Коллегаларыбыҙ был күренеште фотоға төшөрөп алғандан һуң ғына тапал­ған һуҡмаҡты күреп ҡалған. Урман юлы уларҙы “ашхана” хужаларына алып барған – эҙҙәр ҡондоҙҙарҙың ояһына инеп юғал­ған. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең күҙәтеүҙәре буйынса, ҡондоҙҙар ояларынан март урталарында уҡ сыға башлаған. Әйткәндәй, улар яңы ризыҡ артынан өңдәренән ҡыштың йылы көндәрендә лә килеп сыға икән. Үткер тешле йәнлектәр ҡыштың күп ваҡытын йоҡлап үткәрә, ә тыныс ҡына йоҡлар өсөн, әлбиттә, тулы ҡарын кәрәк. Әйтеүе генә анһат, бер ҡондоҙ ғаиләһенә ҡыш сығыу өсөн тоннанан ашыу ағас ботағы талап ителә. Ҡондоҙ көнөнә бер килограмм ағасты ашап бөтә. Ағас ҡайырыһы һәм уның аҫтындағы йомшаҡ өлөшө – уларҙың иң яратҡан аҙығы.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында былтыр 33 ҡондоҙ ғаиләһе иҫәпләнгән, улар йылғаларҙа 37 плотина төҙөгән.

Раушания Ғәлина,
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы хеҙмәткәре.

Ҡондоҙҙар уянды...

Йондоҙнамә (16-20 апрель)
Махсус бит // 16-04-2018, 12:15


Йондоҙнамә (16-20 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эш урынығыҙҙа абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Һеҙгә мөрәжәғәт итеүсе кешеләр ҙә күбәйер, бәлки. Шаршамбыла үҙегеҙҙәге өлкәнерәк һәм вазифалыраҡ кешеләр менән дәғүәгә инмәгеҙ. Иғтибарығыҙҙы элек тамамланмай ҡалған эштәрегеҙгә йүнәлтегеҙ....

Экология ниндәй, һаулығың да шундай
Махсус бит / Проблема // 15-04-2018, 07:00


Экология ниндәй,  һаулығың да шундай
(15 апрель – Экологик белем көнө)

Яҙҙың ныҡлап урынлашыуы менән һәр ихатала тиерлек баҡса ҡаҙыу, сүп-сар яғыу мәшәҡәттәре башланыр. Ер эштәре менән булыш­ҡанда йылдан-йыл тутыҡҡан батарейкаларға йышыраҡ юлығаһың. Ә сүп-сар яндыр­ғанда ҡара болот булып пластик һауыттар төтөнө үрләй, янында торһаң әсе пластмасса еҫенә сыҙарлыҡ түгел.
– Батарейка картуф баҡсаһына нисек килеп эләккәндер, һәр бер сүп-сар ташлағанды хәтерләп буламы ни! – тип аҡланыр берәү.
– Келәт тулы пластик шешәләр­ҙе яндырмай ни эшләтәһең?! – тип өҫтәр икенсеһе.
Ә бына бармаҡ ҙурлыҡ бер батарейкалағы ауыр металдар­ҙың 20 квадрат метр ерҙе, унда үҫкән йәшелсә-емеште ағыулауы хаҡында ни әйтерһегеҙ? Йәки ни бары бер батарейканың 400 литр һыуҙы зарарлай алыуы тураһында? Пластик шешәләр янғанда фосген, диоксин кеүек ҡурҡыныс матдәләр бүленеп сыға. Әйткәндәй, диоксинды организмдан бер нисек тә сығарып булмай һәм ул онкологик ауырыуҙар, астма, аллергия үҫешенә нигеҙ һала.
Быларҙың барыһы ла беҙҙең экологик белемдең һай булыуын күрһәтә. Һәр кем үҙен генә түгел, ә тирә-йүндәгеләрҙе лә ҡайғыртып йәшәү өсөн тәбиғәттә уңайлы шарттар булдырыр­ға бурыслы. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ойоштороу-аналитика бүлеге начальнигы Ринат Зөфәр улы Фәтҡуллин үҙенең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индереүе менән күптәргә өлгө булып тора. Бөгөн ул экологияны яҡшыртыу өсөн ябай ғына ҡағиҙәләр хаҡында һөйләй.

...

Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 14-04-2018, 07:00


Һынауҙарҙан  ҡайырылмаһын  яҙмыштар
Бер кем дә көтмәгәнен белһә лә, йүгереп ҡайтты Илнара өйөнә. Яҙҙың тәүге айы башланып ҡына тора, ә яғырға утын да бөткән. Портфелен иҙәнгә ташланы ла, тышҡа сығып та китте. Ирей ҙә башламаған ҡар аҫтынан бирсәткәле ҡулы менән самалап, яғырлыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ эҙләй башланы. Йоҡа ҡына бирсәткәһенең һыуланыуына иғтибар ит­мәҫкә тырышып, һәрмәнә торғас тапты тәки бер-ике түмәр башын! Улары елле генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, көсө етте: ҡар аҫтынан сығарып, ах та ух килеп, бер урынға тәгәрәтте. Иҫке утын һарайынан балта сығарҙы. Атаһының балта үткерлеген тикшергәнен хәтеренә төшөрөп, уға оҡшарға тырышып, тура баҫып, һул ҡулына ҡорамалын алып, уң ҡулының баш бармағы менән йөҙөн һыйпап ҡараны...Үтмәҫләнеп тә бөткән икән... Эсендә олоған бүреләрен ты­йыпмы, әллә атаһын юҡһыныу тойғоларын йүгәнләүҙәнме, Илнара бар көсөнә түмәргә балтаһын төшөрмәһенме! Бәләкәс кенә ҡыҙҙан бындай уҡ көстө көтмәгән түмәр шаҡ ҡатты шикелле, аптырап, “дыңҡ” итеп уртаға ярылды ла ҡуйҙы... Илнара ике түмәрҙе тураҡлап бөткәнсе шыбыр тиргә батты. Өҫтөндәге еңел курткаһын сисергә тип төймәләренә тейҙе лә, һипһенде. Өләсәһенең атаһына: “Ҡапыл һалма кейемеңде, улым, тирең ҡатҡанын көт, сир инер тәнеңә, юғиһә”, – тигәне иҫенә төштө. Ярылған утынды иллә-алла менән тоҡандырып ебәргәс кенә өҫтөн алмаштырҙы. Шул арала электр плитаһына сәйнүген ҡуя һалып, өйҙө йыйыштырырға ла тотондо. Әсәһе дүрт көн элек күрше ауылға әхирәтенә “хәл белергә” киткәйне, ҡасан ҡайтырын кем белә. Наил ҡустыһының иҙәнгә ташлап бөткән уйынсыҡтарын йыйған булды ла, телевизор ҡабыҙҙы. Уныһы ла бер һәйбәт нәмә күрһәтмәгәс, һүндереп, дәресенә тотондо. Плита боҙола башлаған, күрәһең, бер сүмес һыуы бик оҙаҡ ҡайнамай аптыратты. Инде лә сәйен тиҙ генә һемереп, ҡустыһын алырға балалар баҡсаһына йүгерҙе. Тәрбиәсе Сулпан апаһы, бөгөн Наилды бик матур итеп кейендереп алып килгәне өсөн Илнараға рәхмәт әйтте. Ә тегеһе инде, апаһын күреү менән йүгереп килеп, муйынынан бәләкәй генә йылыҡай ҡулдары менән ҡосаҡлап алды, ә ҡолағына: “Әсәй ҡайттымы?” – тип бышылданы. Тәрбиәсегә күрһәтмәҫкә тырышып, Илнара башын: “Юҡ”, – тип һелкте....

Һорау - яуап
Махсус бит // 13-04-2018, 11:01


Һорау - яуап
Уҡыусыларыбыҙҙы борсоған һорауҙарға Күсемһеҙ милекте берҙәм дәүләт теркәүе хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығының («Росреестр») бүлек етәксеһе Наталья Низаметдинова яуап бирә.

– Пай 1991 йылда түләнгән, БТИ аша фатир­ға хоҡуҡ теркәлгән икән, кооператив фатирға яңынан хоҡуҡты теркәтергә кәрәкме?

– 1997 йылдың 21 июлендә «Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе» тураһындағы федераль закон сыҡҡанға тиклем милеккә хоҡуғығыҙҙы теркәтһәгеҙ, ул Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт теркәүе реестрында булмаһа ла, юридик яҡтан теркәү үҙ көсөндә ҡала. Һуңынан теркәү граждандарҙың теләге буйынса башҡарыла. Объектты һатҡанда, бүләк иткәндә мотлаҡ Күсемһеҙ милекте берҙәм дәүләт реестрында мотлаҡ теркәтергә кәрәк буласаҡ....

Йондоҙнамә (9-15 апрель)
Махсус бит // 9-04-2018, 10:30


Йондоҙнамә (9-15 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаны әүҙем генә үткәрерһегеҙ. Өй мәсьәләләре ҡайһы бер сығымдар ҙа талап итер, бәлки. Бөтә эшегеҙ һәйбәт барыр. Тик йыш ҡына үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға тура килер. Буласаҡ үҙгәрештәргә әҙер тороғоҙ....

Сараһыҙҙар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-04-2018, 07:30


Сараһыҙҙар
Диспансер тикшереүе ваҡытында уйламағанда Лидиә* менән осраштыҡ. Йылмайғанда күҙҙәренән нур сәселгән һөйкөмлө ҡатын минең йылғы, йәғни уның да быйыл юбилейы – ҡырҡ биш йәш. Хәл-әхүәлдәрҙе һорашҡас, һүҙ араһында ғына:
– Һинең климакс башландымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, – тинем. – Шул ҡурҡыта инде.
– Ә уның нимәһенән ҡурҡаһың?
– Ҡартайыуҙың тәүге билдәһе булараҡ ҡурҡыта, – тип көлдөм. – Бер ҙә ҡартайғы килмәй, гел дә йәш килеш һикерәңләп йөрөгө килә.
– Кемдең ҡартайғыһы килһен инде ул... – тип һуҙҙы Лидиә. – Минеке ни бер нисә йыл элек башланды. Бала тапмағанға иртә башланды, ахыры.
– “Диңгеҙгә” әйләндеңме? – тип ауыҙ йырҙым.
– Аңламаным?...

Дуҫтар булһын
Махсус бит / Письма // 4-04-2018, 08:00


Дуҫтар булһын
Ике күрше тураһында риүәйәт был. Ҡыш килгән. Ҡар күп яуған. Ғәлимйән иртә менән сыға ла ҡар көрәй, ти. Эшләп йөрөгән арала күршеһенең яғына күҙ һала. Унда – өйгә табан тап-таҡыр юл, имеш. “Ҡалай иртә тороп ҡар таҙарта был Сәлимйән күрше”, – тип аптырай ҙа, иртәгә тағы ла иртәрәк торорға ҡарар итеп, инеп китә.
Икенсе көнгә лә ҡар күп яуа. Ғәлимйән, ғәҙәттәгесә, сығып ҡар көрәй. Сәлимйәндең ҡапҡа төбөнә ҡараһа, тағы – тап-таҡыр. Өсөнсө көндә лә шул уҡ күренеш.
Ғәлимйәндең Сәлимйән менән осрашҡан бер көндө сәләмләшкәндән һуң уҡ тәүге һорауы шул була:
– Күрше, ҡара әле, мин иртә-ә менән сығып ҡар көрәйем, һинең бөтә ерең шып-шыма, юлдарың – таҡыр. Ҡасан ҡарҙан таҙартып өлгөрәһең ул?
– Юҡ, Ғәлимйән күрше, мин бер ҡасан да ҡар көрәмәйем. Дуҫтарым күп, улар килһә, урамдан йортҡа һуҡмағым үҙенән-үҙе таҡырая!
…Үәт, йәмәғәт, ҡар көрәп ыҙаланмағыҙ, дуҫтарығыҙ килер әле. Ә улар бармы?

А. АҠБУЛАТОВА.

...

Йондоҙнамә (2-8 апрель)
Махсус бит // 2-04-2018, 11:20


Йондоҙнамә (2-8 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тормошоғоҙға индерелгән яңылыҡтар мотлаҡ файҙа килтерер. Иҫкергән әйберҙәрҙән, туйҙырған шәхси мөнәсәбәттәрҙән дә ҡотолорға тырышығыҙ. Шаршамбыла бер аҙ борсолорға ла тура килер, бәлки. Элекке бурысығыҙҙы ҡайтарыу хәйерле булыр....


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!
  • Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (30.03.2018)



  • Радио Юлдаш FM