НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 9-01-2015, 10:35


– Ирең ҡайҙа?
– Эт менән йөрөргә сығып китте.
– Бәй, этегеҙ өйҙә лә һуң!
– Ул уны алып сығырға онот­ҡан....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 26-12-2014, 12:04


МәҙәктәрТелефон шылтырай:
– Сәләм, Кәрим! Миңә бурысыңды ҡасан түләмәксе булаһың?
– Мин һиңә уны Нәсим аша биреп ебәрермен, улай тиҙерәк булыр.
– Юҡ-юҡ, Нәсим аша кәрәкмәй, минең уға бурысым түләнмәгән!...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 19-12-2014, 12:10


Мәҙәктәр– Улым, – ти әсәһе, – өйҙә ниңә шул тиклем тәртипһеҙлек?
– Кисә... э-э... дуҫтарым менән бер аҙ байрам иттек.
– Ә пианино ҡайҙа булды?
– Тыңлап торорға бирҙем......

Яңы йылды – мунсала
Әҙәбиәт / Юмор // 12-12-2014, 14:14


Яңы  йылды – мунсалаБөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көтөп алған Яңы йыл байрамы етеүгә әллә ни күп ваҡыт та ҡалманы. Һәр беребеҙҙә ул яңы өмөттәр, нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, мөғжизәгә ышаныс менән бәйле. Ғаилә байрамы булараҡ, тап ошо байрам бөтә яҡындарҙы, туғандарҙы бер табынға йыя. Шулай ҙа Яңы йылды табын артында, ил Президентының телмәрен тыңлап, теләктәр теләп, гәлсәр бокалдарҙы күтәреп ҡаршы алмаусылар ҙа бар. Төрлө мажараларға тарып, ҡыҙыҡлы хәлдәргә ҡалыусылар уны төрлө шарттарҙа ҡаршыларға мәжбүр була. Мин дә таныштарымдан ишеткән хәл тураһында яҙырға булдым.
Халыҡта Яңы йыл кисен сафланып-пакланып ҡаршы алыу бар. Ауылдарҙа, ғәҙәттә, иртә менән мунса яғыла, хужабикәләр көнө буйы байрам табыны әҙерләү менән мәшғүл булһа, өй хужалары кәртә-аҙбар­ҙағы эштәрҙең осона тиҙерәк сығырға тырыша....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 12-12-2014, 05:27


Мәҙәктәр– Ғәйепләнеүсе Иҙрисов! Юғары белем тураһындағы дипломды һеҙ ҡайҙан һатып алдығыҙ?
– Ни… Мин… Таптым. Юлдан.
– Нисек инде таптығыҙ? Унда бит һеҙҙең исем-фамилияғыҙ яҙыл­ған...
– Яҙылһа ни.
– Улай тап килеүе мөмкин түгел.
– Ә кем әйтә мөмкин тип? Паспортты дипломды тапҡандан һуң һатып алдым. Әллә ни ҡиммәт тә булманы......

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 5-12-2014, 13:40


Мәҙәктәр– Был кроссовка ҡайҙа етештерелгән икән? – тип ҡы­ҙыҡһына йәш ҡыҙ.
– Германияла, – ти һатыусы эре генә.
– Ҡарағыҙ әле, олтаны аҫтына Ҡытайҙыҡы тип яҙылған да һуң.
– Был ябай кешеләр өсөн Гер­манияныҡы, ә артыҡ ҡыҙыҡ­һы­ныусылар өсөн Ҡытайҙыҡы тигәнде аңлата, – тигән һатыусы....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 21-11-2014, 10:27


МәҙәктәрАтаһы, ҡыҙына асыуланып:
– Әҡлимә, кисә кис машинала бер егет менән үбешеп ултырғаныңды күрҙем. Кем ул тағы?
– Ә машина ниндәй төҫтә ине?...

Төньяҡ-көнсығыш райондар йәштәре лә шаярта белә
Әҙәбиәт / Юмор // 7-11-2014, 07:45


Төньяҡ-көнсығыш  райондар йәштәре лә шаярта беләБашҡорт Юниор КВН лигаһы, ниһайәт, беҙҙең тарафтарға килеп етте.
27 октябрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт һарайында төньяҡ-көнсығыш зона фестивале үтте. Унда барлығы 15 команда үҙ-ара көс һынашты.
Фестивалдең “Заман эҙенән” темаһын һәр команда үҙенсә асыуға өлгәшкән. Айырыуса “Өс тармаҡ” (Ҡыйғы районы, Иҫке Мөхәмәт мәктәбе), “БашStar” (Салауат, Әлкә), “Ҡыйғы шаяндары” (Үрге Ҡыйғы), “Замана балалары” (Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһы), “Ғәләмәт йәштәр” (Салауат, Тирмән) командаларының шаяртыуҙарын шығырым тулы зал алҡыштарға күмде. Сараны алып барыусы Радик Ғиззәтов белдереүенсә, “БашStar”ҙың сығышынан һуң Әлкә ауылын барып күрге килде. Тирмәндәр ни өсөн ауылда ғәләмәт йәштәр йәшәүе серен асһа, Учалынан “Тик ҡыҙҙар” командаһы ағзаһы, рус егете Никита башҡортса һөйләшеүе менән һоҡландырҙы…...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 24-10-2014, 11:27


Мәҙәктәр– Бына тағы бер суртан тоттом, – тип ҡысҡырып ебәрә яр буйында ултырған балыҡсы.
– Ә тәүгеһен ҡасан тотҡайның һуң? – тип һорайҙар эргәһендәгеләр.
– Бөгөнгөләй хәтеремдә, беренсе суртанды бынан ун йыл элек эләктергәйнем!...

КВНдан мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 17-10-2014, 10:59


КВНдан мәҙәктәрТуҡтап ҡалды инет, кермәне...
Бар эштәрем минең эшләнде...
Ике ҡапсыҡ туҙан, тараҡандар астан үлгән…
Мөйөштә телевизор барлығын белдем мин... Эх...
Туҡтап ҡалды, инет кермәне…...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM