НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ! (1.12.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 6-12-2017, 11:59


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.12.2017)
Йыуынғыс эргәһендә бер ир зарлана:
– Яңы ҡырынғыс бик хөрт булып сыҡты – ниңәлер бер ҙә алмай.
Ҡатыны:
– Бәй-бәй, кисә һыйыр тышауын бик һәйбәт ҡырҡҡайны…...

Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 1-12-2017, 10:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
Төндә малай – әсәһенә:
– Әсәй, һыу алып бир әле!
– Үҙең тор ҙа эс!
– Әсәй, алып кил инде…
– Йәнемә тейһәң, хәҙер ҡайыш эләгәсәк.
– Ҡайыш алырға торғанда, бер ыңғай һыу ғына килтер инде…
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 24-11-2017, 07:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
Әсәһе улына аҡыл өйрәтә:
– Иҫеңдә тот, улым! Кәләштең тәмле ашарға яратҡанын ал. Ул үҙенә һәр ваҡыт нимәлер бешерәсәк һәм һиңә лә ашарға ҡаласаҡ....

Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 15-11-2017, 07:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
* * *
– Гаишниктарҙың барыһы ла ауырый, ахыры…
– Ниңә улай тиһең?
– Туҡтатҡан һайын аптечканы һорайҙар…...

Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 7-11-2017, 07:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
* * *
– Шундай ҙур ҡалала һеҙҙе нисек табырға һуң?
– Ҡалаға ингәс, һулға борол, бер аҙ барғас, берәйһенән һорар­һың…
* * *...

“Мы тоже первый летит”
Әҙәбиәт / Юмор // 6-11-2017, 12:15


“Мы тоже первый летит”
Быныһы ла Ҡалмаҡ ауылында булған хәл. Өфөлә Зөлхизә еңгәнең ҡыҙына операция яһар­ға булалар. Әлеге лә баяғы туғандарҙан рөхсәт кә­рәк. Еңгәбеҙ ашығып юлға сығып китә. Маг­нитогорск аэропортына бара, ә унда – һыу буйы сират. Ҡатын, ҡулы менән кешеләрҙе йы­рып, алға ынтыла.
– Я первый летит, – ти икән, әзмәүерҙәй бер ирҙең алдына торорға маташып.
Теге ир ҙә аптырап ҡалмаған:
– Мы тоже первый летит, – тип, еңгәйҙе тиҙ генә сираттың иң аҙаҡҡы осона алып барып ҡуйған.
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (27.10.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 1-11-2017, 16:34


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.10.2017)
* * *
Ҡатын десантсы һөйәрен ҡунаҡҡа саҡырғанда ире ҡайтып инә. Ҡунаҡ балконда йәшенә. Унда оҙаҡ тороп өшөп бөтә һәм, ҡыйыулығын йыйып, фатирға кире инә.
– Ғәфү итегеҙ, беҙҙең хәрби күнекмәләр бара ине. Парашюттан һикергәндә ел менән яңылыш һеҙҙең балконға килеп эләктем.
Хужабикәнең асыуы ҡабарғанын күреп, ире уны тынысландыра.
– Был нисауа әле. Кисә минең дуҫтың фатирының туалетында геологтар нефть эҙләгән....

“Ошонда төлкө инмәнеме?”
Әҙәбиәт / Юмор // 28-10-2017, 12:13


“Ошонда төлкө инмәнеме?”
Ауыл халҡы ҡыҙыҡ бит ул.Төлкөбаевтарҙың ғаиләһен дә урап үтмәй кешеләрҙең мәҙәге. Уларҙы “төлкөләр” тип йөрөтә башлағандар. Шулай бер мәл Вазифа исемле инәйҙең һарығы юғала. Ул, эҙләнеп йөрөй торғас, Төлкөбаевтарҙың ихатаһына барып инә. Шунда йөрөгән хужаға ул, аптыраныпмы-ғәжәпләнепме: “Ошонда һарыҡ инмәнеме?” – тиәһе урынға:
– Ошонда төлкө инмәнеме? – тип һорай икән.
– Юҡ, инмәне,– тип яуап биргән хужа.Нимә тиһен, ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булмай бит инде.
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.10.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 24-10-2017, 07:30


Үәт, ҡыҙыҡ! (20.10.2017)
* * *
– Гражданка Мөслимова, ирегеҙҙең башына сәйнүк менән һуҡҡанда йәлләмәнегеҙме?
– Йәлләнем, сәйнүкте… Яңы ғына һатып алынған, һыҙғыра торған, ялтыр сәйнүк ине…
...

“Курий муж”
Әҙәбиәт / Юмор // 22-10-2017, 12:10


“Курий муж”
Мишәр ауылынан (хәҙерге Ҡалмаҡ) Яңылбикә исемле инәй, әтәсен дә, тауығын да салдырып, үҙебеҙҙең Маг­нитҡа алып барып һатмаҡсы була. Унда барыр алдынан мәктәптә уҡыусы ҡыҙынан тауыҡ менән әтәстең русса атамаһын ҡат-ҡат һораша был. Тик юлға сығыу менән онота ла ҡуя. Бара был баҙарға, тора һатып алыусыларҙы көтөп. Мәрйәләр килеп ҡарай ҙа:
– Что за птица? – тип һорайҙар икән. Әтәскә төртөп күрһәткәс, инәй аптырап ҡалмаған:
– Это курий муж. Хороший мясо, – ти икән, йылмайып.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM