НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!!!
Әҙәбиәт / Юмор // 5-02-2016, 16:20


Үәт, ҡыҙыҡ!!!Атаһы бәләкәй улын теш табибына алып килә. Табип теште һура ла, 500 һум түләгеҙ, ти.
– Нисек инде, – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә ир, – һеҙ бит, 100 һум ғына түләргә, тигәйнегеҙ.
– Дөрөҫ, – ти табип. – Әммә һеҙҙең улығыҙҙың шул тиклем ҡурҡыныс ҡысҡырыуы арҡаһында коридорҙа ултырған дүрт пациент­тан елдәр иҫкән....

Үәт, ҡыҙыҡ!!!
Әҙәбиәт / Юмор // 22-01-2016, 10:08


Үәт, ҡыҙыҡ!!!Ҡытайҙар нисек кенә беҙҙең "Лада"ны үҙҙәренсә эшләргә маташмаһын, барыбер уларҙыҡы арзаныраҡ та, яҡшыраҡ та килеп сыҡты.
* * *
– Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек, – тине хужалар.
– Юҡ, әйҙәгеҙ, нимә эстек, шуны эсеүҙе дауам итәйек, – тип ҡәнгәғәт­һеҙлек белдерҙе ҡунаҡтар....

НИҢӘ ТУҠТАНЫҒЫҘ?
Әҙәбиәт / Юмор // 8-01-2016, 10:58


– Бер сәғәттән килеп алырмын.
Апайымды магазин янында төшөрөп ҡалдырҙым да, ҡатынымды эшенән барып алырға киттем. “Гаишник”тар бәйләнеү сәбәпле, әйткән ваҡытҡа килеп етә алманым.
Апайым юл буйында ярты сәғәттән ашыу мине көткән. Ниһайәт, уның янына таныш “иномарка” туҡтаған. Йәшен тиҙлегендә артҡы урынға инеп ултырғас, ул күңеле булғансы һуңлап йөрөгәне өсөн “ҡусты”һының тетмәһен теткән. Шунан иғтибарын эргәһендә ятҡан обой төргәктәре йәлеп иткән. Уларҙы ҡарай-ҡарай, апайым аҡыл өйрәтергә тотонған:...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 25-12-2015, 12:40


МәҙәктәрҠыш бабай саҡырыу буйынса сираттағы фатирға килә. Ундағы бәләкәй малайҙан:
– Шунан, улым, нимә теләй­һең? – тип һорай. Ә малай бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә бар көсөнә уның яңағына һуға.
– Ни өсөн?
– Былтырғы өсөн....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 3-12-2015, 14:23


– Хәлең нисек?
– Насар?
– Нимә булды?
– Сәләмәтлегем ҡаҡшаны. Табиптар сәйҙе лә, кәһүәне лә тыйҙы.
– Хәҙер нимә эшләйһең?
– Араҡыға күсергә тура килер инде....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 20-11-2015, 10:34


МәҙәктәрӘсәһе бәләкәй улын теш табибы кабинетынан алып сығып бара:
– Улым, табип ағайыңа нимә әйтергә кәрәк?
Малай, йәш тулы күҙҙәрен һөртөп:
– Фашист, ҡәбәхәт! – тигән....

Йәшлек мәҙәктәре
Әҙәбиәт / Юмор // 6-11-2015, 10:48


Йәшлек мәҙәктәреБер һары һаҡаллы ир һаҡалһыҙ хеҙмәтсеһенән көлөү ниәте менән халыҡ алдында:
– Ниңә һаҡалың юҡ? Мосолманға һаҡал-мыйыҡһыҙ йөрөү бер ҙә килешмәй бит, – ти икән.
– Ғәйеп миндә, бай әфәнде, – тигән хеҙмәтсе. – Һаҡал өләшкән ергә һуңлап барҙым. Мин килгәндә ҡара һаҡалдар бөткәйне. Һары һаҡаллы кешеләрҙең йүнһеҙлеген, һаранлығын, туң баш икәнен электән белгәнгә, һарыһын алырға теләмәнем. Шулай итеп буш ҡайтырға тура килде…...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 23-10-2015, 10:10


Дарыуханала:
– Һеҙҙә сәс үҫтерә торған дарыу бармы?
– Бар!
– Яҡшымы?
– Бик яҡшы! Ана, касса артында торған мыйыҡлы кешене күрәһегеҙме? Ул – минең ҡатыным. Дарыу һалынған шешәне теше менән бороп асмаҡсы булған…...

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 16-10-2015, 16:11


Бер дини ҡатын, рухани эргәһенә килеп:
– Үтенеп һорайым! Миңә иремдән айырылырға рөхсәт итегеҙсе, – ти.
– Нимә булды һуң? – ти уға рухани.
– Көн һайын иҫерек, бер ерҙә лә эшләмәй, хатта миңә ҡул да күтәрә.
– Ниңә һуң ундай кешегә кейәүгә сыҡтың?
– Иҫәр булғанмын!
– Ул бит һине иҫәр тип тормаған, ә өйләнгән....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 9-10-2015, 15:17


– Ҡәҙерлем, – ти егет, – һиңә бик мөһим нәмә хаҡында әйтергә тейешмен. Минең ҡатыным һәм өс балам бар.
– Йә, Хоҙай, – ти ҡыҙ, – шул тиклем ҡурҡытмаһаң. Мин бит, машинаңды урлап киткәндәрме әллә, тип уйланым.
* * *
Суд бара.
– Дәүләт хеҙмәткәрен мыҫ­ҡыл­лағанығыҙ өсөн һеҙгә 5000 һум штраф һалам. Ғәйеп­ләнеүсе, берәй һүҙ әйтергә теләй­һегеҙме? – ти судья.
– Теләр инем дә бит, – тигән ир, – шундай хаҡтар булғас ни…...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM