НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 4-12-2010, 13:28


Ике әхирәт осраша. Береһе:
– Әҡлимә, әйт әле, иреңдең һине яратҡанын ҡайҙан беләһең?
– Ул һәр саҡ иртән сүп-сар биҙрәһен сығарып түгә.
– Эй, был яратыу түгел. Ә өйҙө таҙа тотоу....

Илағансы көлдөрҙөләр
Әҙәбиәт / Юмор // 4-12-2010, 13:18


Өфөнөң Конресс-холында республика вуздары араһында «Шаяндар һәм отҡорҙар клубы»ның V кубогына конкурс үтте. Йыл һайын уны ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Башҡортостан Республикаһының ижади йәштәр инициативаларын тормошҡа ашырыу республика үҙәге» республика йәмәғәт ойошмаһы һәм «БР-ҙың шаяндар һәм отҡорҙар клубы» республика йәмәғәт һәм йәштәр ойошмаһы талантлы йәштәрҙе йыя, уларҙың артабан үҫеүенә, ижади башланғыстарының нығыныуына булышлыҡ итә.
...

Үәт, ҡыҙыҡ
Әҙәбиәт / Юмор // 30-11-2010, 12:02


Бик күп ваҡыт осрашмаған ике ҡатын осраша. Береһе:
– Шунан, һеҙҙең Инсаф менән теге ваҡыттарҙағы бөтәһен дә шаҡ ҡатырған, көнләштергән мөхәббәтегеҙ нисек?
– Эй, бөтәһе лә үтте.
– Нисек, һеҙ башҡаса осрашмайһығыҙмы ни?
– Осрашабыҙ. Беҙ бит ярты йыл элек өйләнештек....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 27-11-2010, 10:47


Ике дуҫ осраша. Береһе:
– Беләһеңме, мин кисә бер ҡыҙҙы күрҙем, күҙҙәре – виноград, ауыҙы – бешкән еләк, ә инде тиреһе персик һымаҡ. Минеңсә, был – мөхәббәт.
– Нимә һөйләйһең, ниндәй мөхәббәт? Һиңә витамин етешмәй, тиҙ арала емеш-еләк ашай башла....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 23-11-2010, 09:36


– Ҡәҙерлем, – ти егет, – һин миңә кешеләрҙе мәңгелеккә бергә бәйләй торған теге өс һүҙҙе әйт әле!
– Һөйөклөм, мин ауырлы....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 20-11-2010, 16:56


– Ҡәҙерлем, ҡара әле, мин үҙемә ниндәй матур туфли hатып алдым, табандары шыма, кәмә hымаҡ, – ти ҡатыны.
– Эйе. Ә хаҡы, әлбиттә, яхтаныҡына тартым инде, – тигән ир....

«Әрмәндәрҙе байытырға шешлеккә китеп барам»
Әҙәбиәт / Юмор // 16-11-2010, 09:49


Ҡорбан ғәйете менән, йәмәғәт. Һарыҡтар нисек, имен-аман ғына барып еттеме етер ерҙәренә? Көн ҡыҫҡарҙы, төн оҙонайғаны һиҙелә, һүрәткә хаттин ғына тапҡыр яуаптар алдыҡ. Иң ҡыҙыҡ һәм йөкмәткеле яуап биргән Миңзәлә ҠОЛҺАРИНА (Баймаҡ районы) һәм Ләйсән ҒӘНИЕВА (Салауат районы) «Йәшлек» әҙерләгән китаптар менән бүләкләнә.
Эй, ҡыш килмәй аптырата, урамда һаман әллә көҙ, әллә йәй. Көтә-көтә көтөк булғас, саңғы менән сыҡтыҡ әле ярышҡа... Тапҡыр яуаптар көтәбеҙ....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 16-11-2010, 09:40


Ришүәт алмаусы табиптар төркөмө арзан хаҡҡа ҙур күләмдә кәнфит, сәскә, шарап, коньяк һәм башҡа бик күп нәмә тәҡдим итә....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 13-11-2010, 10:41


Инструкция – ике осраҡта уҡый торған ҡағыҙ. Беренсеһе – уҡырлыҡ бер нәмә булмағанда, икенсеһе – бөтә нәмә ватылып бөткәс....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 9-11-2010, 09:03


Һәр ҡатын-ҡыҙҙың кейем шкафында «Кейергә бер әйберем дә юҡ» тигән йән эйәһе йәшәй.

* * *
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы һул ҡул менән ашарға өйрәтегеҙ! Аҙаҡ компьютерҙа өйрәнеп алғас, улар бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт әйтәсәк....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM