НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 9-08-2011, 10:05


Ҡатынының өйөнә ҙур сумкалар күтәреп ҡайтып инеүен күреп, диванда һуҙылып төшөп телевизор ҡарап ятҡан ире:
– Ҡәҙерлем, һинең йәшеңдә ҡатын-ҡыҙ ул тиклем ауыр күтәрергә тейеш түгел, – ти. Ҡатыны, һөйөнөп:
– Нимә тәҡдим итәһең? – ти.
– Минеңсә, – ти ир, – иң яҡшыһы – магазинға ике-өс тапҡыр барыу....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 2-08-2011, 12:45


Бер ир баҡсалағы күрше ханыма:
– Кисә һеҙҙең йырлағанығыҙҙы ишеттем, – ти.
– Шулаймы ни, мин ваҡытты ғына үлтерҙем, – тип уңайһыҙлана ханым.
– Һеҙ бик ҡурҡыныс ҡорал һайлағанһығыҙ, – тигән ир....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 26-07-2011, 11:14


Ресторанда бер өҫтәл артында американ, ҡытай һәм йәһүд ултыра. Өсөһөнөң дә ашында себен йөҙөп йөрөй. Американ оло ғауға күтәргәс, ашын алып китеп, икенсене килтерәләр. Ҡытай себенде ашап ҡуя, ә йәһүд үҙ ашындағы себенде ҡытайға һата....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 19-07-2011, 13:18


– Бынауы ауыр заманда, бәләкәй генә эш хаҡы менән ошондай ҙа ҙур йортто нисек һалып сыҡтығыҙ?
– Шуның өсөн бит биш йыл ғүмеремде төрмәлә үткәрҙем....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 5-07-2011, 18:14


Ҡалала уҡып йөрөгән улдарының хәлен белергә тип, иртә таңдан ауылдан килгән ата-әсәһе ул йәшәгән дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһенең ишеген шаҡый. Эске яҡтан йоҡо аралаш тауыш ишетелә:
– Кем бар тағы?
– Ильяс Иҙрисов бында йәшәйме?
– Эйе, ярай шунда, ишек төбөндә ҡалдырып тороғоҙ, хәҙер үҙем индереп һалырмын, – тип ҡысҡыра егет....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 28-06-2011, 20:06


Автосалонда бер ир «Майбах» машинаһы тирәләй урай ҙа урай. Эргәһенә килгән консультант:
– Һеҙгә берәй нәмә хаҡында аңлатырға кәрәкмәйме? – ти.
– Уның багажни­гы­на нисә тоҡ картуф һыйғанын әйтә алмаҫ­һығыҙмы? – тигән ир....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 21-06-2011, 12:35


Күп балалы ир кисен бөтә ғаиләһе менән парк буйлап йөрөргә сыға. Бер аҙҙан арттан кемдер уның яурынынан эләктереп ала. Боролһа, полиция хеҙмәткәре торғанын күрә.
– Нимә булды? – тип аптырай ир. – Берәй ярамаған нәмә эшләнемме әллә?
– Һеҙ нимә эшләгәнһеҙҙер, белмәйем, – тип яуаплай полиция хеҙмәткәре, – әммә минең ни өсөн һеҙҙең арттан шул тиклем халыҡ эйәргәнен белгем килә....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 18-06-2011, 14:51


Йонос ауылында Фәрит тигән ирҙең ағастары бысылмай өйө алдында ята торған булған. Күршеләре:
− Ниңә ағасыңды эшкәртмәйһең? Яртыһы сереп бөтә бит, − тип аптырай икән.
Иҙелбай ағай тыңлап торған да:
− Ғәжәпләнмәгеҙ, айыу ҙа аҙығын бер юлы ашап бөтмәй, бер өлөшөн еҫләндереп ашай, − тигән....

Кроссворд
Әҙәбиәт / Юмор // 18-06-2011, 11:38


КроссвордГоризонталь буйынса: 5. Билдән түбән кейелә торған балаҡлы өҫ кейеме. Ҡаҙаяҡ. 6. Ҡарағаста үҫә торған ҡаты аҡ бәшмәк. Ниҙелер ышыҡлап, һуҙып элә торған ҡорама. 10. Йәш ҡайын. Ҡыҙҙырған бойҙай ононан эшләнгән ашамлыҡ. 11. Яй ғына хәрәкәт итә торған ҡабырсаҡлы әкәм- төкәм. Уны юғалтһаң, йоҙаҡтың ҡәҙере китә. 12. Берәй эш-хәлде раҫлай, дөрөҫләй торған нигеҙ, фекер, фараз. Махсус ғәскәри төркөм. 13. Сәс толомоноң өҫтөнә кейеү өсөн оҙон тар туҡыманан иң өҫкә сытра ҡуйып ике буй тәңкә баҫып, түбәнге осона сулпы тағып яһалған биҙәүес. «Ҡапҡан һайын (...) булмай» (мәҡәл)....

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 18-06-2011, 09:32


Грузин урамда шешлек ҡура, үҙе:
– Һарыҡ итенән шешлек! Һарыҡ итенән шешлек! – тип ҡысҡыра.
– Ә сусҡа итенән юҡмы? – тип һорай үтеп барыусы.
– Беләһеңме, – ти грузин, – был һарыҡ иҫән сағында шул тиклем дә сусҡа ине!...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM